Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 141 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАСМА
1. Спортта, циркта ырғып сығыу өсөн ҡуйылған кәртә. □ Барьер. Барьер аша һикереү.
2. Ниндәйҙер урынды бүлеп торған тәпәшәк кәртә. □ Барьер. Балкон барьеры. ■ Мин үлсәгән тауарҙарҙы контролёрға, барьер артындағы кешегә, илтә торам. С. Агиш.
3. күсм. Ниндәйҙер ҡаршылыҡ. □ Барьер. Ижадтағы барьер. Торло барьерҙар эшкә ҡамасаулай.
БАС [рус. < ит. basso ‘түбән’] (Р.: бас; И.: bass; Т.: basso) и. му з.
1. Иң ҡалын ирҙәр тауышы. □ Бас. Бас менән йырлау. ■ Ҡарттың буйы оҙон, кәүҙәһе ҡалын, .. тауышы ҡалын. Ысын бас. Күкрәп тора. Ҡ. Даян. [Индрил:] Әйҙә күтәрегеҙ, күтәрегеҙ! — Үҙе бас менән һуҙа башлай. Беҙ бөтәбеҙ ҙә ҡушылабыҙ. Д. Юлтый. Сәнғәт әһелдәре уны [Илдар Абдразаҡовты] донъя кимәлендә иң шәп бас тауышлы опера йырсыһы тип баһалай. «Ағиҙел», № 2, 2010.
2. Шундай тауыш менән йырлаусы. □ Бас (человек поющий басом). Танылған бас.
3. Музыка ҡорамалдарының бас баҫмағы. □ Басовая клавиша (гармони и пр.). Баска баҫыу.
4. Түбән регистрҙағы ҡыллы йәки тынлы музыка ҡоралы. □ Бас. Бас ҡылы. Баста уйнау.
БАСА (Р.: шкурки лисьих и куньих лап; И.: fox and marten furs; T: tilki derisi parçalan) u.
1. Төлкө, һыуһар кеүек йәнлектең сираҡ тиреһе. □ Шкурки лисьих и куньих лап. Басаларҙы айырым тунарға кәрәк.
2. с. мәғ. Шул тиренән тегелгән. □ Сшитый из шкурок лисьих и куньих лап. ■ [Ханнан:] Йәмәғәт, ике ырыуҙың уртаҡ туйын башҡарыусы Байдәүләт ҡоҙаға минән бер ат, ҡоҙағыйҙарға баса тун. М. Буранғолов. Дәүләтшаның өйөндә эленеп тора баса тун. Аҡмулланы үлтергәс, Дәүләтшалар ҡаса шул. Бәйеттән. • Ҡыҙы барҙың наҙы бар, баса күрпәһе лә бар. Мәҡәл.
БАСИРӘТ [ғәр. öjA-aj ‘аң’] (Р: сознание; И.: consciousness; T: bilinç) и. иҫк.
Аң, аңлылыҡ. □ Сознание; ум, разум. ■ Тәсанифе басирәтте ярыҡ ҡылған, нәфес хәсис араһын фәреҡ ҡылған. М. Аҡмулла.
БАСИСА (Р: высший сорт кудели; И.: tow extra class; T: kıtık) и. диал.
Шырттан тартылған иң юғары сортлы етен. □ Высший сорт льна. Басисанан күлдәк тегеү.
БАСКЕТБОЛ [рус. < ингл. basket-ball] (Р: баскетбол; И.: basketball; T: basketbol) и.
Ике команда ярышып, ике яҡ бағаналағы сеткалы кәрзиндәргә туп ырғытыша торған спорт уйыны. □ Баскетбол. Баскетбол ярышы. Баскетбол уйнау.
БАСКЕТБОЛСЫ (Р: баскетболист; И.: basketball player; T.: basketbolcu) и.
Баскетбол уйнаған кеше. □ Баскетболист, игрок в баскетболе. Баскетболсыларҙың еңеүе. Баскетболсы ҡыҙ. ■ Моғайын, спортсмендыр... — тип уйланы Рая. — Штангисмы, әллә самбисмы икән? Ә, бәлки, баскетболсылыр. Р. Солтангәрәев.
БАСКЕТБОЛ УЙЫНСЫҺЫ и. ҡар. баскетболсы. ■ Батырҙың был уйы Хәлиткә лә оҡшаны. Бына улар баскетбол уйынсыһы һымаҡ арҡандың бер осон өрлөк өҫтөндәге тишеккә тоҫҡап ырғыта башланылар. Н. Ғәйетбаев.
БАСҠАҠ (басҡағы) [дөйөм ҡыпсаҡ басҡаҡ ] (Р: баскак; И.: tribute collector; T.: baskak) и. тар.
Бойондороҡло ил халҡынан яһаҡ йыйыусылар башлығы. □ Баскак (представитель ханской власти и сборщик дани). Һәр бер кенәзлеккә айырым басҡаҡ тәғәйенләнә.
БАҪЛЫҠ (баслығы-) и. диал. ҡар. баҫҡыс.
БАСМА I [фарс. ‘ситса’] (Р: ситең; И.: calico; T.: basma) и. диал.
Ситса. □ Ситец. Басма тауар. Басма күлдәк.
БАСМА II (Р: басма; И.: black hair dye; T.: basma) и.
141