Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 140 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАРЫП СЫҠҠАН
рыу. Яҙып барыу. ■ Шуға курә улар яр башындағы тар һуҡмаҡ буйлап ҡаса-боҫа утеп барыусы кулдәкһеҙ малайға иғтибар ҙа итмәнеләр. М. Кәрим.
16. -п/-а формаһындағы хәл ҡылымға ҡушылып, ярҙамлыҡ ҡылым сифатында эш-хәрәкәттең нимәгәлер йүнәлеш алыуын белдерә. □ Выражает развитие действия. Кәмей барыу. Бөтөп барыу. Көсәйә барыу. Ағара барыу. Ҙурая барыу. ■ Бына кәбән осланып та бара инде. Н. Мусин. Гөльямал нәҙек тауышы менән ҡәйнешенә ҡушылды: «...Үтеп кенә бара ғумерем заяға». Я. Хамматов.
17. Ярҙамлыҡ ҡылым сифатында килеп, нимәгәлер тиҙ генә ыңғайлауҙы белдерә.
□ Выражает склонность к чему-л. Ярһып барыу. Илап барыу.
♦ Ана бара юлың ҡар. ана 1. Ҡул барыу ҡар. ҡул. Уҙа барһа күп булһа, күп тигәндә.
□ Где-то, по крайней мере. ■ Станция менән посёлка араһы уҙа барһа бер километр булыр. Ж. Кейекбаев.
БАРЫП СЫҠҠАН (Р.: очень плохой; И.: wicked; T.: fena) с. диал.
Үтә насар (холоҡ тураһында). □ Очень плохой (о характере). Барып сыҡҡан алдаҡсы бит ул.
БАРЫҺЫ I (Р.: все; И.: ali; T: hepsi) билд. а.
Һан, күләм йәһәтенән тулылыҡты белдерә; бар булғаны, бөтә булғаны, бары. □ Все, все без исключения. ■ Көндәлек эш менән буталып йөрөгәндә был турала уйланып та, баш ватып та маташҡандары юҡ, барыһы ла тейешенсә эшләнгән һымаҡ. Р. Солтангәрәев. Барыһы ла әле туҙан да ултырып өлгөрмәгән берләм юлға текәлде. Д. Бүләков.
БАРЫҺЫ II киҫ. ҡар. бары II. ■ Ашығырға кәрәк ине, сөнки уға ни барыһы өс көн ваҡыт бирелде. Ә. Хәкимов.
БАРЫШ I [боронғо төрки барыш ‘йөрөү, йөрөш’] (Р: ход; И.: motion; T.: yürüyüş) и.
1. Бер йүнәлеш буйынса булған хәрәкәт. □ Ход. ■ Аттың барышы менән .. Аҡназар ҡалғып, һуцғараҡ ойоп китте. Ғ. Дәүләтшин.
2. Бер нәмәнең үҫеше, дауам ителеше. □ Ход, развитие, процесс. Ваҡиғалар барышы. Эш барышы. ■ Париждағы концерттарҙың барышын, ғәҙәттә, ундағы матбуғат ентекләп гәзит биттәрендә яҡтыртып барған һәм ул материалдар ҙа тулыраҡ өйрәнеуҙе көтәләр. Р. Шәкүр. [Аҙнаев:] Колхоздар эшкә теләһә кемде ебәрәләр, ә председателдәр эштең барышы менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай, береһе-бер уҙ кешеләре янына килеп әйләнгәне юҡ. Н. Мусин.
БАРЫШ II (Р: прибыль; И.: profit; Т.: kâr) и.
Табыш, матди файҙа. □ Барыш (прибыль, материальная выгода). Ҙур барыш менән һатып ебәреу. Барышы юҡ.
БАРЫШ-ЙӨРӨШ (Р: передвижение; И.: movement; T: dolaşma) и.
Йөрөү, хәрәкәт. □ Передвижение. Ба-рыш-йөрөш иреклеге. Барыш-йөрөшө менән айырылып тора.
БАРЫШЛАЙ (Р: по пути; И.: in passing; T: geçerken)/?.
Барған ыңғайҙа. □ По пути, мимоходом, попутно; проездом. Китеп барышлай. Үтеп барышлай. ■ Гәрәй .. ҡапҡанан сығып барышлай аңғармаҫтан башын арҡыры ағасҡа бәреп алды. Б. Бикбай. Кулға йунәлтмә тотоп Баймаҡҡа китеп барышлай, уға тиклем йыйылып өлгөргән хәтирәләр төйөнсөгөн бер аҙ еңеләйтеп алыуҙы хуп курҙем. М. Ямалетдинов.
БАРЫШЛАНДЫРЫУ (барышландыр-) (Р: барышничать; И.: sell with profit; T: alış veriş etmek) ҡ. диал.
Һатыу итеү. □ Барышничать. Барышлан-дырып ҡайтыу.
БАРЫШЫУ (барыш-) (Р: ходить друг к другу (в гости)', И.: visit each other; T: bir birini ziyaret etmek) ҡ.
Бер-береңә барыу. □ Ходить друг к другу (в гости). ■ Улар [Кусэр менән Кусмәҫ] икеһе бик дуҫ булып, ҡунаҡҡа барышыр, .. һунарға йөрөшөр булған, ти. Әкиәттән.
БАРЬЕР [рус. < фр. barrieres] (Р: барьер; И.: barrier; T: bariyer) и.
140