Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 139 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАРЫУ
шоноп, ниндәйҙер күңелһеҙ уйҙарға бирелеп, эйәр ҡашағаһына тағылған ҡымыҙ турһығы шикелле, мәйелһеҙ һалпаңлап бара. 3. Биишева. Ауыл Әй аръяғында шул, район үҙәге Шиҙәлегә барайым тиһәң, йән сыға: йылға кисергә кәрәк. Р. Камал. Эшелон, йөрөшөн бер тиҙләтеп, бер әкренәйтеп, үҙ юҫығы менән туҡтауһыҙ бара ла бара. Ә. Хәкимов.
2. Ниндәйҙер маҡсат менән ҡайҙалыр йүнәлеү. □ Идти, направляться (с какой-то целью). Ауға барыу. Баҙарға барыу. ■ Федотов ҡына ҡиәфәтен үҙгәртмәне, ҡымшанмай алға ҡарап барыуында булды. Ә. Хәкимов. Улар бит мал аҙбарына бармайҙар, больницаға баралар, һәр нәмәнең үҙ рәте була. М. Кәрим. Шундай йомоштар арҡаһында бер-ике көн мин хеҙмәткә бара алманым. Д. Юлтый.
3. Тәғәйенләнгән ергә етеү (хат һ. б. нәмәгә ҡарата). □ Дойти до определённого места назначения. Н Хат яҙғас, бер аҙ йөрәк баҫыла, күңел тыныслана: бәлки хат барыр, бәлки алып уҡырҙар. Д. Юлтый.
4. Ниндәйҙер йүнәлештә булыу (һүҙ, уй, ниәт кеүек нәмәгә ҡарата). □ Быть в каком-то направлении (о слове, мысли, намерении ). ■ Ғәлләметдин шаян Сөләйҙең тел төбө ҡайҙа барғанын аңламайыраҡ ҡалды, күрәһең. Ш. Насыров.
5. Дауам итеү, булыу (эш, әңгәмә һ. б. ҡарата). □ Идти, продолжаться (о работе, разговоре и др.). Ҡыҙыу бәхәс бара, һүҙ уның тураһында бара. ■ Имештер, гел «отлично »ға уҡыған малайһың, аңларға тейешһең, илдә ҡаты синфи көрәш бара. Ә. Хәкимов. [Егет — Алпамышаға:] Тиҙерәк ҡайт, унда бәйге бара, һуңлап ҡалма. «Алпамыша».
6. Билдәле бер йәште ҡыуыу. □ Идти (о возрасте, сроке). ■ Ҡыҫығырак күҙле, өс йәше менән барған малай шым ғына тора. Ә. Вәли. Көлөп эс ҡатып бөткәйне, ул заманда Әсмәнең эсе көптәй ине бит, һигеҙенсе айы менән бара ине. Әле малай үҫтереп яталар. Д. Бүләков.
7. Ниндәйҙер ғәмәлде кисереү; ғәмәл лә-шеү. □ Идти (о каких-то делах). Һатыу насар бара. Эштәр яҡшы бара.
8. Кейәүгә сығыу. □ Выходить замуж. // Замужество. ■ [Зәйнәп:] Тарифтың нисә ҡыҙ алып айырғанын бик яҡшы беләм. Мин уға үлһәм дә барасағым юҡ. М. Ғафури.
9. күсм. Берәй йүнәлештә үҫеш алыу.
□ Идти, развиваться в определённом направлении; направляться. // Ход, развитие. Иҡтисади үҫеш алға бара.
10. күсм. Ниндәйҙер эш, ҡылыҡҡа аҙым яһау. □ Идти, поступать каким-л. образом. Түбәнлеккә барыу. Уҫаллығыңа бараһың. ■ Үҙ теләге менән ошондай эшкә барыр инеме ни ул? 3. Биишева.
11. күсм. Ярарлыҡ булыу; ярау. □ Идти, подходить, использоваться. Уҫаҡ балта һабына бармай. Йәшелгә йәшел бара.
■ Ҡустым, былай ҡара әле, бынау нәмә түшәк тышына барырлыҡ түгелме? С. Агиш.
12. Төҫ булыу; килешеү. □ Подходить, быть к лицу. Был күлдәгең үҙеңә бигерәк бара.
13. күсм. Үтемле булыу, үтеү. □ Употребляться, идти (о еде). Тамаҡҡа аш бармай. Аҙыҡ бөтөнләй бармай бөгөн.
14. Хәл ҡылымдың -п формаһында килеп, башҡа ҡылымдар менән ҡушма ҡылымдар яһай һәм эш-хәрәкәттең даими булыуын йәки һөҙөмтәгә яҡынлашыуын белдерә.
□ В форме деепр. на -п основного глагола выступает в роли вспом. гл. и выражает регулярность действия или приближение его к конечному результату. Барып ҡыҫылыу. Барып ҡушылыу. Барып тоташыу. Барып ултырыу. Барып һуғылыу. Барып әйтеү. Барып етеү. Барып инеү. Барып ҡайтыу. Барып йөрөү.
■ Баярға һатылған ерҙән күрше ауылдыҡылар ике төп ҡарағай йыҡҡан, шуларҙы юллатып барып йөрөгәйне. Н. Мусин.
15. -п/-а формаһындағы хәл ҡылымға ҡушылып, ярҙамлыҡ ҡылым сифатында эш-хәрәкәттең даимилыҡ йәки дауамлылыҡ мәғәнәһен белдерә. □ С деепр. на -п/-а основного гл. выступает в роли вспом. гл. Выражает постоянство или продолжительность действия. Ҡайтып барыу. Уйлап ба-
139