БАРЫМТАСЫ
лашыуҙары етмәгән, дәүләт кешеләренә лә ҡағылғылайҙар. 3. Ураҡсин.
БАРЫМТАСЫ (Р.: барантач; И.: raider; T.: barantacı) и. тар.
Барымтала ҡатнашҡан кеше. □ Барантач (делающий набег с целью захвата чужого скота и имущества). ■ Башлыҡтарын, бер нисә кешеһен юғалтҡан барымтасылар йылҡы көтөүен ҡалдырып ҡасырға мәжбүр була. «Ҡарас менән Аҡша». Байгилденең этлеккә атланыуын һуцлап булһа ла белгәс, Боғара, ҡыйралышҡа юл ҡуймау өсөн, иллеләп һыбайлы яугирын эйәртеп, барымтасыларҙың әҙенән сапты. Я. Хамматов.
БАРЫМҺЫҘ I (Р: неспособный; И.: incapable; T.: yeteneksiz) с.
1. Булдыҡһыҙ, һәләтһеҙ. □ Неспособный, неумеющий. ■ Быны университетыбыҙҙың тел тикшереүсе абруйлы ғалимдары йәки сит телдәр өйрәнгән, елкәһен ҡашый-ҡашый һәр өн-хәрефтең ҡайһы ерҙән килеп сығыуын юллаған кеше түгел, хатта Шамиловтың иң барымһыҙ шәкерте лә аңлар! Р. Солтангәрәев.
2. Эшкә, уҡыуға артыҡ теләге булмаған.
□ Ленивый, не желающий работать, учиться. Артыҡ эшләмәй, барымһыҙ ул.
3. Көсһөҙ, хәлһеҙ. □ Слабый, немощный. Барымһыҙ ат.
4. Үҫешһеҙ. □ Не развитый, не прогрессирующий. Эш барымһыҙ булып китте.
БАРЫНСА (Р: сколько есть; И.: as far as possible; T.: mümkün derecede) р.
Мөмкин тиклем, хәлдән килгәнсә.
□ Сколько есть, сколько имеется; по возможности; по силе возможности. Барынса ашау. Барынса ҡулланыу. ■ Барынса ризыҡ хәстәрләрбеҙ, йәрәхәтеңде иртән ҡарармын. Ә. Хәкимов. • Бар — барынса, юҡ — хәленсә. Мәҡәл.
БАРЫП СЫҒЫУ (барып сыҡ-) (Р: заглянуть; И.: glance; T.: uğramak) ҡ.
1. Кемгәлер аҙ ваҡытҡа килеү, инеп сығыу. □ Зайти, заглянуть (в гости). Кунаҡ-ҡа барып сыҡ.
2. Тормошҡа, бойомға ашыу. □ Претворяться в жизнь, исполняться. ■ Эш Юламан ҡарт уйлағанса барып сыҡмай. 3. Биишева.
БАРЫС [фарс. ц-Л] (Р: барс; И.: ounce; Т: pars) и.
1. зоол. Бесәй һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡара сыбар һары төҫлө эре йыртҡыс һөтимәр йәнлек. □ Барс (вид леопарда) (лат. Panthera pardus). Барыс бейек ҡарлы тауҙарҙа йөрөй.
2. Ун ике мөсәлдең береһе. □ Барс (один из двенадцати годов).
3. Төрки халыҡтарының тотемы, изге йәнлеге. □ Барс (тотем).
БАРЫС ЙЫЛЫ (Р.: год тигра; И.: year of the Tiger; T: Kaplan yılı) u.
Ун ике йыллыҡ мөсәлдең өсөнсө йылы. □ Год тигра. Барыс йылы яҡшы килде. • Барыс йылында барын сәс, һис булмаһа тары сәс. Әйтем. Эт йылында мал үҫер, барыс йылында бары үҫер. Әйтем.
БАРЫҪ (Р: плотный; И.: thickset; Т: sağlam yapılı) с. диал.
Тулы, тығыҙ, йомшаҡ итле. □ Плотный (о теле). Барыҫ итле ат. Барыҫ тәнле.
БАРЫН-ТАБЫН (Р: название башкирского рода; И.: Bashkir clan name; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Табындарҙың бер ырыуы. □ Род в составе племени башкир-табынцев. ■ Мырҙаларҙың ерҙәренең барын-табындар ауылы Туңғатарҙа, шулай уҡ Яйыҡтың үрге ағымында булыуы хаҡында легенда бар. «Йәшлек», 10 июнь 2010. Златоуст, Миәс, Һатҡы, Йүрүҙән-Ивановский һәм башҡа заводтар тарафынан аҫаба ерҙәре тартып алынған ҡара һәм барын-табын, һыҙғы, әйле һәм ҡыуаҡанлылырҙың бер өлөшө припущен-никтар хәлендә ҡала. Ә. Әсфәндиәров.
БАРЫУ (бар-) [дөйөм төрки бар- < баар- ‘барыу’, барғу ‘йөрөү’] (Р: идти; И.: go; T: gitmek) ҡ.
1. Бер йүнәлештә хәрәкәт итеү. □ Идти, двигаться. // Ход, движение. Йәйәү барыу. Поезд менән барыу. Шәп барыу. ■ Пароходтар бара, пристандәр байраҡ болғап оҙатып ҡалалар. Ғ. Сәләм. Бына ул бөгөн дә шулай бо
138