Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 137 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАРЫМТАЛАШЫУ
ла миңә барыбер. ■ Нурания, миңә барыбер, — Ғилемхан ҡырт киҫте. Р. Камал.
БАРЫЛЫУ (барыл-) ҡ. эйһ. ҡар. барыу 1. Өфөгә һуңғы арала йыш барыла.
БАРЫМ (Р: стремление; И.: aspiration; T.: heves) и.
1. Ысын теләк; ихласлыҡ. □ Стремление, тяга. ■ [Зифа:] һеҙ һуғышҡа китеп бөткәс, артелгә председатель итеп ҡуйғайнылар уны, шул саҡта халыҡтың теңкәһенә тейҙе, уҙәктәренә утте, шуны онота алмайҙар. Әле нисек һуң, эшкә барымы бармы? Н. Мусин.
2. Булдыҡлылыҡ, һәләтлек. □ Способность. ■ Һурәтте һәйбәт төшөрә тиһәләр ҙә, Хөсәйендең ул яҡтан әллә ни барымы юҡ кеуек: аттары ғына шәп килеп сыға. Т. Ғарипова. Куҙе рәтләп курмәгәнгәме, Шәһиттең балыҡ мәскәуләргә барымы юҡ ине. Н. Мусин. Ғилемгә барымы булмаһа ла, Ғата бәләкәйҙән һәр төрлө тимер-томорға, машинаға әуәҫ ине. Р. Солтангәрәев.
3. Көс, хәл. □ Сила. Ауыр эшкә барымың юҡ шул, ҡустым. Барымым бөтөп китте.
4. Ниҙеңдер алға, ыңғайға китеше. □ Развитие, прогресс. Эш барымы. Сауҙа барымы арыу ғына.
БАРЫМЛЫ (Р: способный; И.: capable; T.: yetenekli) с.
1. Булдыҡлы, һәләтле. □ Способный, умелый. Уҡыуға барымлы. Йырға барымлы ғына.
2. Эшкә, уҡыуға шәп. □ Старательный, работящий. ■ [Сәйет] йомош-юлға етеҙ, эшкә барымлы булған. Ә. Вахитов.
3. Көслө, хәлле. □ Сильный, мощный. Барымлы ат. Барымлы кейәу.
4. Алға киткән, үҫешкән. □ Развитый, прогрессивный. Барымлы шөғөл. Барымлы кәсеп.
БАРЫМСЫҠ (барымсығы) (Р: жених; И.: bridegroom; T.: nişanlı) и. иҫк.
1. Ҡыҙҙың кейәүгә бара торған кешеһе. □ Жених. ■ Барсын ырғып төшөп: «Барымсығым ошо минең», — тип Алпамышаға ҡаршы йугерә. «Алпамыша».
2. Кейәүләп йөрөүсе егет. □ Навещающий невесту в отчем доме до приведения её в свой дом.
БАРЫМТА [дөйөм төрки барым "мөлкәт’ < монг. баримта ‘тотоу’] (Р: набег; И.: raid; Т.: baranta) и.
1. тар. Мал-мөлкәтен, ҡатын-ҡыҙҙы талап алыу өсөн сит ырыуға яһалған һөжүм. □ Баранта (набег на соседние племена с целью угона скота, похищения женщин и грабежа имущества), набег. ■ Хан был ырыуҙарҙан yeme икенсе төрлө алыу юлына баҫты, эске ырыуҙарҙы уларҙың биләмәләренә барымта яһарға ҡотортто, әленән-әле малдарын, мөлкәтен талатты. 3. Ураҡсин. • Барымтаға — барымта, ҡарымтаға — ҡарымта. Әйтем. Барымтанан ҡурҡҡан мал йыймаҫ. Мәҡәл.
2. диал. Ҡаршы саҡырыу. □ Ответное приглашение в гости. Барымтаһын ҡайтарыу.
БАРЫМТАЛ (Р: ходкий; И.: fast; Т.: hızlı) с. диал.
Тиҙ йөрөшлө. □ Ходкий, быстроходный. Барымтал ат.
БАРЫМТАЛАУ (барымтала-) (Р: совершать баранту; И.: raid; T.: saldırmak) ҡ. тар.
Барымта яһау. □ Совершать баранту, набег. // Баранта, набег. ■ Бер саҡ шулай йәйләуҙә ятҡанда быға [Айбағышҡа] хәбәр килтерәләр: «Бөтә йылҡы малын барымталап ҡыуып алып киттеләр». Риүәйәттән, һис уйламағанда-көтмәгәндә барымталанылар [ҡаҙаҡтар]. Ф. Аҡбулатова.
БАРЫМТАЛАШЫУ (барымталаш-) (Р: совершать ответную баранту; И.: reciprocal raid; T: cevap baranta) ҡ. map.
Ҡара-ҡаршы барымта яһау. □ Совершать ответную баранту, набег. // Баранта, набег. ■ Кире иленә ҡайтҡан башҡорт ир-аты, ҡоралланып, ҡаҙаҡтарға һөжум итә. Бына шулай барымталашыу, ҡарымталашыуҙар башлана. Ә. Сөләймәнов. [Василий Петрович:] Башҡорттар ҙа, ҡайсаҡтар ҙа тыныс ҡына ятмай, бер-береһенә барымта-
137