Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 136 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАРСЫЛЛЫҠ
БАРСЫЛЛЫҠ (барсыллығы) и. диал. ҡар. барлыҡ II. Барсыллыҡта йәшәу.
БАРСЫН [боронғо төрки барчын ‘бәрхәт’] (Р.: шёлковая ткань; И.: silk texture; T.: ipek) и.
Ебәк туҡыма. □ Шёлковая ткань. Барсын шәл. Барсын кулдәк.
Б АРҪ с. диал. ҡар. барыҫ.
Б АРТАБАН (Р.: сюда; И.: this way; T.: buraya) р. диал.
Бирьяҡҡа. □ Сюда, в эту сторону. Барта-бан килә, инеуе бар.
БАРТАЛ (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) u. этн.
Мең ырыуына ҡараған башҡорт аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир-минцев.
БАРТАН (Р: обидчивый; И.: touchy; T.: alıngan) с. диал.
Үсексән. □ Обидчивый. Бигерәк бартан инде уҙе. Бартан булырға ярамай.
БАРТАН ИТЕҮ (бартан ит-) ҡ. диал. ҡар. бартанлау.
БАРТАН Л АУ (бартанла-) (Р: таить злобу; И.: harbour a grudge; T: kırılmak) ҡ. диал.
Үсегеү, үпкәләү. □ Таить злобу, обижаться. / Злоба, обида. Бартанлай ҙа йөрөй, бер һуҙ кутәрмәй. ■ Аллағолдоң ҡаҙаҡ нәҫеленә ҡатнашҡаны ла еткән, ҡыҙымды илһеҙ-ерһеҙ берәҙәккә бирмәйем, тип атаһы ғына бар-танлап китмәһә... Н. Мусин.
БАРТАНСЫЛ (Р: обидчивый; И.: touchy; T: kırılgan) с. диал.
Үсексән, кенәле. □ Обидчивый, вредный. Бигерәк бартансыл инде уҙе.
БАРТЕР [рус. < ингл. barter] (Р: бартер; И.: barter; Т.: barter) и.
Аҡса иҫәбенән тауарҙар алмашынып сауҙа итеү. □ Товарообмен, меновая торговля.
БАРХАН (Р.: бархан; И.: sand dune; T: barkanlar) и.
Сүлдә һәм далала үҫемлек менән нығытылмаған ташылдыҡ ҡом убаһы. □ Бархан. Бархан ҡомдары. Бархан тауҙары.
БАРЫ I [боронғо төрки бары ‘бөтә’] (Р: все; И.: all, every; T: hepsi) билд. а.
һан, күләм йәһәтенән тулылыҡты белдерә; барлыҡ, бөтә, һәммә. □ Все. ■ Беҙгә команда булды. Барыбыҙ ҙа, блиндаждан сығып, окоп буйҙарына таралдыҡ. Д. Юлтый. Килен төшкәс, уның бөтә алтын-көмөшлө һандыҡтарын, ебәк кулдәктәрен, уҡалы камзулдарын, сафъян ситектәрен, талир тәңкә ҡашмауҙарын — барын да аҡ келәткә тултырҙылар, ти. Әкиәттән. Тыуып уҫкән Дим буйҡайы йәнгә яҡын барынан. Халыҡ йырынан.
БАРЫ II (Р: только; И.: just; T.: ancak) киҫ.
Һан, күләм йәһәтенән сикләй; тик.
□ Только, лишь, всего лишь, всего. ■ Бары тик аслыҡтан хәлһеҙләнгән биш-алты сырхау әсирҙе лагерҙан алып сыҡтылар. Ә. Хәкимов. Ул бары шунда ғына Айҙар ҡулындағы сепрәктәрҙең ҡайҙан йолҡоп алынғанын төшөндө. М. Кәрим.
♦ Ни бары бөтә булғаны, барлығы. □ Всего лишь, всего-навсего. Ҡыш буйына ни бары бер ай эшләгән. ■ Гөлмәҙинәһенә ни бары егерме биш йәш. Я. Хамматов. [Гөлбаныу:]Ни бары һинең йомшаҡлығыңдан. Артыҡ буйлатһаң теге, уҙеңә төкөрөп, икенсе берәугә лә сығып китер. Н. Мусин.
БАРЫБЕР (бары ла бер) (Р: всё равно; И.: it is all the same; T: nasıl olsa) р.
1. Нисек кенә булмаһын, ни булһа ла.
□ Всё равно, как бы там ни было. ■ Йәғни Ирназар уҙе һөттән аҡ, һыуҙан пак, ә мәрхум атаһы барыбер ғәйепле булып ҡала тугелме ни? Ә. Хәкимов. Сығып һуғышһам, шул куренеште боҙор инем. Мин барыбер телгә ярлы. Д. Шәрәфетдинов. Урамдарҙа, ысынлап та, ел ул ҡәҙәре көслө тугел, ә Флурә барыбер ҙә һис йылына алманы. Ш. Хажиәхмәтов.
2. Айырмаһы, әһәмиәте юҡ, бер тигеҙ; берҙәй. □ Всё равно, без разницы. Кем булһа
136