БАРСАҺЫ
көткән булһаҡ, һуҡыр барнау биргәне. Туй йырынан. • Бер барнау юҡ кеҫәлә, ике күҙе бисәлә. Мәҡәл.
2. Аҡса һанау берәмеге. □ Денежная единица измерения.
БАРНАУ II (Р.: дорогой; И.: dear; T: değerli) с. иҫк.
Ҡәҙере булған, ҡәҙерле. □ Дорогой. ■ Малын түгел, йәнен алырбыҙ, Мәжит илгә барнау ир түгел. Халыҡ йырынан.
БАРНИК (барнигы) [рус.] (Р: парник;
И.: teapot; T.: çaydanlık) и. диал.
Сәйгүн. □ Парник, чайник. Барникҡа сәй һалыу. Барникта сәй ҡайнатыу.
БАРРЕЛЬ [рус. < ингл. barrel} (Р: баррель; И.: barrel; T: barel) и. махс.
Бөртөклө һәм шыйыҡ матдәләрҙе үлсәү берәмеге. □ Баррель. Инглиз барреле 163, 65 литрға, АҠШ-ma шарап барреле 119,24 литрға, нефть барреле 159 литрға тигеҙ. Йөҙ баррель нефть.
БАРОКАМЕРА [рус. < гр. baros ‘ауырлыҡ’ + камера} (Р: барокамера; И.: pressure chamber; T.: barometrik hücre) и.
Герметик ябыла торған юғары йәки түбән баҫымлы камера. □ Барокамера.
БАРОККО [рус. < ит. Ьагоссо ‘сәйер, ғәжәп, хикмәтле’] (Р: барокко; И.: baroque; T: barok) и. архит.
XVI—XVIII быуаттарҙағы Көнбайыш Европа архитектураһы һәм скульптураһында булған ныҡ биҙәкле стиль. □ Барокко. Барокко стилендә.
БАРОМЕТР [рус. < гр. barok ‘ауырлыҡ’ + metreo ‘үлсәйем’] (Р: барометр; И.: barometer; T: barometre) и.
1. Атмосфера баҫымын үлсәй торған прибор. □ Барометр. Терегөмөшлө барометр. ■ Әхмәтов өс көндән бирле барометр менән маташа. Көн дә ҡыҙыл мөйөшкә инә лә, барометрҙың быялаһына сиртеп ҡарай. С. Агиш.
2. күсм. Эш-хәлдең барышын сағылдырған күрһәткес. □ Барометр. ■ Өйҙәренә фырт ҡына кейенгән оҙон буйлы, һарғылт сәсле егет килеп ингәс, [Ғәлиәнең] кәйеф ҡыл
дары йәшенде күрһәтеүсе барометр стрелкаһы кеүек ҡалтыранып та ҡуйҙы. Р. Сол-тангәрәев.
БАРОН [рус. < фр. baron ‘кеше, ир’] (Р: барон; И.: baron; T: baron) и.
Көнбайыш Европала: графтан түбәнге дворянлыҡ титулы һәм шул титулдағы кеше. □ Барон.
БАРРИКАДА [рус. < фр. barricade ‘мискәләр өйөмө’] (Р: баррикада; И.: barricade; T.: berikat) и.
Урам һуғышында: һәр төрлө нәмәнән өйөлгән нығытма. □ Баррикада. Баррикада ҡороу. Баррикаданы нығытыу.
БАРС и. ҡар. барыс.
БАРСА I [фарс. ‘туҡыма] (Р: парча; И.: brocade; T.: sırma kumaş) и. туҡ.
1. Уҡалы ебәк туҡыма. □ Парча. Барса күлдәк. Ҡытай барсаһы.
2. диал. Туҡымалағы эре биҙәк. □ Крупный узор на ткани. ■ Аҡлы ситса, алма барса иң яратып кейгәнем. Халыҡ йырынан. Французҡай яулыҡ, ай, барсаһы башҡа яулыҡтарҙа булһасы, һеҙҙең генә кеүек уңған ирҙәр барса илдәрҙә лә булһасы. Халыҡ йырынан.
БАРСА II [боронғо төрки барча ‘бар, барлыҡ’] (Р: весь; И.: ali; T: bütün) билд. а.
Бөтә булған; тотош, һәммә. □ Весь, вся, всё; все. ■ Әйтерһең, тауҙар, урмандар, йылғалар, барса тереклек ишетелер-ишетелмәҫ кенә тауыш менән уға ҡушыла. Н. Мусин.
БАРСАЛАУ (барсала-) ҡ. диал. ҡар. биҙәкләү 1. Барсалап тороп тегәбеҙ.
БАРСАЛЫ (Р: узорчатый; И.: patterned; T: bezekli) с. диал.
Биҙәкле. □ Узорчатый. Барсалы тауар. ■ Уға бик елле барсалы шәл алып ҡайтҡайны ул. Ә. Хәкимов.
БАРСАҺЫ (Р: все; И.: everybody; Т: hepsi) а. диал.
Бөтәһе. □ Все. Барсаһына күп-күп сәләм. ■ Ҡәрҙәштәрем, барсағыҙға күп-күп сәләм, Беҙҙәргә бәғд әс-сәләм ғибрәт кәләм. М. Аҡмулла.
135