Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 134 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАРМАҠСЫ(Н)
Бармаҡтың йомро булып ҡабарып торған өлөшө. □ Подушечка пальца. Бармаҡ биттәре ҡыҙарғансы мандолина сиртте.
♦ Бармаҡ битендәй нимәнеңдер ҙурлығын күрһәткәндә сағыштырып ҡулланыла. □ Величиной подушечки пальца. ■ Сәлмән-дең башында бармаҡ битендәй генә ике ялтыр урын бар. Әкиәттән. Ҡот осҡос ине был яра: баш бармаҡ битендәй булып өңрәйгән урынды йоҡа ғына тире шекәрәһе япҡан һәм ' у ның аҫтындағы мейенең, мөлкөлдәп эшләүе һиҙелеп тора. Н. Мусин.
БАРМАҠСЫ(Н) и. диал. ҡар. уймаҡ. ■ Мысырҙа эшләнгән йөн буяуҙары, теген һәм бәйләм энәләре, бармаҡсындары һәм ҡайсылары үтемле була. Н. Мусин.
БАРМАҠСЫН (Р.: палец (у перчатки)', И.: finger; T.: parmak) и.
1. Бирсәткә бармағы. □ Палец (у перчатки). И Аҡ бирсәткәң бармы әллә, бармаҡсыны тармы әллә. Халыҡ йырынан.
2. Бармаҡҡа кейҙерә торған күн йәки резина ҡап. □ Напальчник. Дарыухананан бармаҡсындар алырға кәрәк.
3. диал. һалҡында эшләгәндә бармаҡтарға тиренән тегелгән ҡулайлама. □ Специально сшитые для пальцев меховые чехлы, используемые во время работы в холодную погоду. Бармаҡсыным йыртылған.
4. диал. ҡар. бирсәткә.
Б АРМ АҠТАМЫР (Р.: пальчатокорен-ник; И.: orchid species; T.: salep) и. бот.
Орхидеяның бер төрө (тамырҙары төпкә табан бармаҡтар һымаҡ айырылып китеүенә ҡарата аталған). □ Пальчатоко-ренник (лат. Dactylorhıza). Бармаҡтамыр сәскә атҡан. Бармаҡтамыр — күп йыллыҡ үҫемлек.
БАРМАҠ ХӘЙЕРЕ (Р: подаяние для избавления от болезней пальцев; И.: alms for medicinal purposes; T.: sadaka) и. миф.
Бармаҡ ауырыуҙарынан арыныр өсөн бирелгән хәйер. □ Подаяние для избавления от болезней пальцев. ■ Бармағым шешкән ине, күрше әбей бармаҡ хәйерҙәре бирергә ҡушты. Табаҡҡа он һалырға, шул
онға ун бармаҡты төшөрөргә, шул ондо кешегә хәйер итеп бирергә кәрәк. Башҡорт мифологияһынан.
БАРМАҠ ЭҘЕ (Р: отпечатки пальцев; И.: finger prints; T.: parmak izi) и.
һәр кешенең үҙенә генә хас булған бармаҡ йөҙөндәге биҙәктәр. □ Отпечатки пальцев. Һәр кешенең үҙенә генә хас бармаҡ эҙҙәре була. ■ [Ғата] әллә ни арала шешәне асыуы булды, нисәмә табындашының бармаҡ эҙе сыбарлап бөтөргән ике стаканға хәмерҙе субырҙатып ҡойоп та ебәрҙе. Р. Солтангәрәев.
БАРМАҠ ЭҘҘӘРЕН ТӨШӨРӨҮ (бармаҡ эҙҙәрен төшөр-) (Р: дактилоскопирование; И.: finger printing; T.: daktiloskopi) ҡ.
Бармаҡ эҙҙәре буйынса тере кешеләрҙең һәм мәйеттәрҙең шәхесен билдәләү маҡсатында үткәрелгән ғәмәл. □ Снимать отпечатки пальцев. // Дактилоскопирование. Енәйәтселәрҙең бармаҡ эҙҙәрен төшөрөп алыу. ■ [Әхмәтхан:] Кисә мине прокуратураға саҡырттылар... Улар бөтәһен дә белә, ҡыҙым, хатта бармаҡ эҙҙәрен [төшөрөп] алдылар... Р. Камал.
БАРМАН I и. диал. ҡар. байлыҡ. • Барҙыҡы барман менән, юҡтыҡы дарман менән. Әйтем.
БАРМАН II и. диал. ҡар. фарман. Барман биреү.
БАРМЕН [рус. < ингл. bar ‘бар’ + тап ‘кеше’] (Р: бармен; И.: barman; T.: barmen) и.
1. Барҙың хужаһы йәки идара итеүсеһе. □ Бармен.
2. Барҙа эсемлектәр һәм ашамлыҡтар һатыусы хеҙмәткәр. □ Бармен.
БАРНАҒЫЛ и. ҡар. барнау I. ■ [Ҡорбан:] Ҡара таңдан ҡара кискә тиклем эшләйһең, ә эш хаҡы атлыға көнөнә — 3 барнағыл, йәйәүлегә — 2 барнағыл. А. Таһиров.
БАРНАҠ (барнағы) и. диал. ҡар. бармаҡ.
БАРНАУ I (Р: трёхкопеечная медная монета; И.: penny; T: üç kuruşluk para) и. иҫк.
1. Боронғо өс тинлек баҡыр аҡса. □ Трёхкопеечная медная монета. ■ Эй ҡоҙаның бүләге, ошомо икән күргәне, етмешлек тип
134