Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 133 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАРМАҠ БИТЕ
Юҡтан барға әйләнеү; ғәмәлгә килеү. □ Возникать, образовываться, зарождаться, появляться. // Возникновение, образование, зарождение, появление. ■ Әлеге күлдәрҙең барлыҡҡа килеүе тураһында ошондай әңгәмә йөрөй. М. Кәрим.
БАРЛЫҠЛЫ (Р.: богатый; И.: affluent; T.: varlıklı) с.
Етеш тормошло, етешле. □ Богатый, состоятельный. Барлыҡлы кеше. ■ Стена янына ҡуйылған ағас һандыҡ өҫтөнә барлыҡлы ҡаралдылар өйөлгән. Я. Хамматов.
БАРЛЫ-ЮҠЛЫ (Р.: незначительный; И.: insignificant; T.: küçük) с.
Булыр-булмаҫ, әҙ-мәҙ. □ Незначительный, ничтожно малый. ■ Келәтһеҙ кешеләр барлы-юҡлы игенен аласыҡтағы көбө, алап эсенә тултырған. Ж. Кейекбаев. Әй улым, ҡарға күҙен ҡарға суҡыймы? Юҡҡа этләнеп, барлы-юҡлы аҡсаңды тәләфләп йөрөмә. Н. Мусин.
БАРМАҠ (бармағы) [боронғо төрки баринаҡ ‘тотҡос’ < бари ‘тотоу’] (Р: палец; И.: finger; T.: parmak) и.
1. Ҡул, аяҡ осондағы быуынтыҡлы хәрәкәтсән ағза. □ Палец. Йыуан бармаҡ. Оҙон бармаҡ. Баш бармаҡ. Сығанаҡ бармаҡ. Урта бармаҡ. Һуҡ бармаҡ. Сәтәкәй бармаҡ. Бармаҡ башы. Бармаҡ осо. Бармаҡ төбө. Бармаҡ һөйәге. ■ Гармунсы .. бармаҡтарын гармун теле буйлап йүгертте. Я. Хамматов. Беҙҙең яҡта изге һаналған нәмәгә бармаҡ түгел, эйәк менән ымлап күрһәтәләр. М. Кәрим. Тәнде мамыҡ өйөмө менән баҫтырып ҡуйғандар төҫлө, бармаҡты ла ҡыбырҙатаһы килмәй. Н. Мусин. • Бармаҡ араһына ит үрмәй. Мәҡәл. Бармаҡтың ҡайһыһын тешләһәң дә ауырта. Мәҡәл.
2. Үлсәү берәмеге. □ Мера длины. Бармаҡ йыуанлығы һалма киҫеү.
♦ Бармағы үҙенә кәкре 1) үҙен генә ҡайғыртҡан кеше тураһында әйтелә. □ Своя рубашка ближе к телу. Йәшерен-батырын түгел, әҙәм балаһының бармағы үҙенә ҡарай кәкре; 2) урлашыуға бара алған кеше хаҡында әйтелә. □ Нечист на руку. Бармағынан
бал тама оҫта кешегә ҡарата әйтелә. □ Мастер на все руки. Бармаҡ аша <араһынан> ҡарау вайымһыҙ булыу. □ Смотреть (глядеть) сквозь пальцы. ■ Ҡайһы бер иптәштәр .. әсә телен ғәмәлгә ҡуйыуға һаман да ышаныслы күҙ менән ҡарамай, бармаҡ араһынан ғына ҡарап йөрөгәнлектәрен күрәбеҙ. Ш. Хоҙайбирҙин. Бармаҡ башындай 1) ҙур нәмәне бәләкәй итеп күрһәткәндә әйтелә.
□ Маленький, с кончик пальца. Бармаҡ башындай ғына май. ■ Фёдор ҙур кәүҙәле булһа ла, бармаҡ башындай балаларҙан туҡмалып, яланғас тәнен йырттырып сыҡты шул. Т. Хәйбуллин; 2) бәләкәй нәмәне ҙур итеп күрһәткәндә әйтелә. □ Большой, с кончик пальца. Бармаҡ башындай миң. Бармаҡ буйы кешенең буйын бәләкәсәйтеп күрһәтергә теләгәндә әйтелә. □ Маленький, с ноготок (о росте человека). ■ Мин ошо кейәүем менән ҡыҙыма килгәндә, бынау Мәрйәмем ни бармаҡ буйы ғына ине бит әле. Хәҙер бына ул уҫлаптай ҡыҙ булып китте. Һ. Дәүләтшина. Бармаҡ менән генә һанарлыҡ бик әҙ.
□ Очень мало. ■ Ул саҡта ауылдан уйынсыны бөтөп сығыусылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине. Шуға күрә Ҡәйүмов уны [Миҙхәтте] ҡайтыу менән колхозға хисапсы итеп алды. Н. Мусин. Бармаҡ менән дә сиртмәү кешегә ҡарата бер ниндәй ҙә зыян килтермәү. □ Пальцем не тронуть (о безвредном человеке). Бармаҡ осондай {йәки остоғондай) ниҙеңдер бәләкәйлеген күрһәтергә теләгәндә әйтелә. □ Маленький, с кончик пальца. Ул бәндәнең бер генә лә, бармаҡ осондай ҙа мәрхәмәте юҡ. Бармаҡты тешләрҙәй булыу бик ныҡ үкенеү. □ Очень сожалеть, соотв. Кусать локти. Бармаҡты тешләрҙәй булһаң да һуң инде. Биш бармаҡ кеүек белеү бик яҡшы белеү. □ Знать как свои пять пальцев. Урта бармаҡ кеүек бик шәп (кешегә ҡарата). Очень хорош (по отношению к человеку). ■ Урта бармаҡ кеүек егеттәр .. һуғышҡа китә. Ж. Кейекбаев.
БАРМАҠ БИТЕ (Р.: подушечка пальца; И.: finger-cushion; T.: parmaucu) и.
133