Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 132 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАРҠЫЛДЫҒЫ СЫҒЫУ
И.: produce a barking sound; T.: vak vak etmek) ҡ.
Барҡ-барҡ итеп ҡысҡырыу, барҡ-барҡ килеү. □ Издавать звук, похожий на крик дрозда. Өйрәктәр баркылдаша.
БАРҠЫЛДЫҒЫ СЫҒЫУ (барҡыл-дығы сыҡ-) ҡ. ҡар. барҡылдау.
БАРЛАНЫУ (барлан-) ҡ. төш. ҡар. барлау, страд, от барлау.
БАРЛАУ I (барла-) (Р.: считать; И.: count; T.: saymak) ҡ.
Тикшереп, теүәлме-түгелме тип иҫәпләү. □ Считать, подсчитывать. / Счёт. ■ Уйылдан көтөүсегә өйөрҙө барлау өсөн бөгөн һырттағы йәйге кәртәгә алып ҡайтып ябырға, бүреләр тамаҡлап өлгөргән өс ҡолондо соҡор ҡаҙып күмергә ҡушты. Н. Мусин. Бына Ғәбит ағай исемлек буйынса уҡыусыларҙы барлап сыҡты. 3. Биишева. [Зөфәр] аттарын барлай. Барлап сыҡҡас, Йондоҙғашҡа юҡлығын белә лә .. эҙләргә китә. Әкиәттән. Владимир Иванович юлға кистән үк әҙерләнеп ҡуйҙы: кәрәкле ҡағыҙҙарын барланы, алмаш кейем-һалымын рәткә килтерҙе. 3. Ураҡсин.
БАРЛАУ II (Р.: перекличка; И.: count; T.: yoklama) и.
Кеше һанын тикшереү, иҫәпләү. □ Перекличка. Ҡиске барлау. Барлауға һуцлау. ■ Ҡайһы саҡта бөтөн тотҡондар ҙа тышҡа һөрөп сығарылмай, һайлап ҡына бер-ике вагон барлауҙан үткәрелә. Ә. Хәкимов.
БАРЛАШЫУ (барлаш-) ҡ. урт. ҡар. барлау, взаимн. от барлау.
БАРЛЫ (Р: богатый; И.: rich; T.: zengin) с.
Етеш, мул тормошло; хәлле. □ Богатый, состоятельный, имущий, зажиточный, обеспеченный. Барлы кеше. Барлы тормош. ■ [Әбей:] Был ил, балам, барлы ғына булырға оҡшай. Насип булһа, бер аҙ тороп китербеҙ. К. Мәргән. [Карсыҡ:] Ҡарт, йәй утын әҙерләмәнем, тип һис ҡайғырма. Бына, бар бит, барлы йорттан бар сыға бит ул. Әкиәттән.
БАРЛЫҒЫ (Р: всего лишь; И.: just; T.: sadece) билд. а.
1. Бөтә булғаны, ни бары. □ Всего лишь. Барлығы ике баш һуған ғына кәрәк. Барлығы бер нисә һум ғына етмәне.
2. Бөтәһе, һәммәһе. □ Всего, итого.
■ Бында барлығы ике мең туғыҙ йөҙ һөңгө, алты йөҙ илле ҡылыс һәм дүрт орудие. Я. Хамматов. Беҙҙең ротала барлығы ун биш кеше. Д. Юлтый.
БАРЛЫ-КӨРЛӨ (Р: зажиточный; И.: well-to-do; T.: varlıklı) с. диал.
Етеш, бай. □ Зажиточный. Ғүмер буйы барлы-көрлө йәшәне. Барлы-көрлө кешегә кейәүгә барған.
БАРЛЫҠ I (барлығы) [боронғо төрки барлыҡ ‘булмыш’] (Р: наличие; И.: availability; T.: varlık) и.
Бар булған хәл; тәбиғәт, булмыш. □ Наличие, существование; всё, что есть. ■ Гөлйөҙөм бөтә барлығы менән шиғри тәбиғәтле, тә-рән тойғоло ине. Һ. Дәүләтшина. Тик капитан, ахырыһы, уның ер йөҙөндә барлығын онотҡайны инде. Ә. Хәкимов. Унан йылғаға һуҙылған һуҡмаҡтың таҡыр уҡ булыуынан был ҡырын битләүгә өңөп эшләнгән балаганда йән эйәһе барлығы аңлашыла. Н. Мусин.
БАРЛЫҠ II (Р: достаток; И.: prosperity; T.: varlık) и.
Тормоштағы етешлек; муллыҡ. □ Достаток, богатство. Барлыҡта йәшәү. ■ Хәйер, Ихсанбай бер ҡасан да юҡтан бар итеүҙе белмәне. Атаһы һалған әҙер донъяла, әсәһе әҙерләгән әҙер һыйҙа — барлыҡта-байман-лыҡта йәшәне. Т. Ғарипова.
БАРЛЫҠ III (барлығы) (Р: весь; И.: all; T.: bütün) билд. а.
Бөтә булған; һәммә. □ Весь, вся, всё; все.
■ Македонский илдәр яулаған, алдындағы барлыҡ мәмләкәттәрҙе, эйе, ер менән тигеҙләй барған. Р. Камал. Яҙ яратып, ҡышты уға игеҙ ҡылды, үлемде барлыҡ йәнгә тигеҙ ҡылды. М. Аҡмулла. Атаһы үлгәс, барлыҡ байлыҡ Ғарифҡа тороп ҡалған. Ж. Кейекбаев.
БАРЛЫҠҠА КИЛЕҮ (барлыҡҡа кил-) (Р: возникать; И.: appear; T: oluşmak) ҡ.
132