Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 424 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БҮЛЕК
[Нурислам Байтурин], ысынлап та, боронғо убаларҙы иҫәпкә алып йөрөнө. Был йомош уға мәғариф бүлегенән ҡушылғайны. Ә. Хәкимов. Бер аҙҙан Морозов баш инженер менән баш геологты һәм бүлек етәкселәрен саҡырып, Иҫәнғолов менән таныштырҙы. «Ағиҙел», № 11,2010.
5. Берәй фәндең берәй әлкәһе. □ Область, раздел какой-л. науки. Оптика — физиканың бер бүлеге.
6. диал. Айырым бер төркөм. □ Группировка, группа. Малайҙар бүлектәргә бүленде.
БҮЛЕК II (бүлеге) и. диал. ҡар. турпыша
1. Бүлек тегеү.
БҮЛЕК-БҮЛЕК (Р.: с перерывами; И.: off and on; T.: bölük bölük) р. диал.
Бүлеп-бүлеп. □ С перерывами. Ямғыр бүлек-бүлек яуып үтте.
БҮЛЕКСӘ (Р.: подразделение; И.: subdivision; T.: altbölüm) и.
1. Хужалыҡ һәм ойошманың айырым бер бәләкәй тармағы. □ Подразделение хозяйства или учреждения. Агрофирма бүлексәһе. ■ Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы — республикабыҙ Яҙыусылар союзының иң эре бүлексәһе, боронғо матур ғөрөф-ғәҙәттәрҙе дауам итеп һәм байытып эшләүсе әҙәби-мәҙәни усаҡтарҙың береһе. «Ағиҙел», №9, 2009. [Йәғәфәр] директор кабинетының ишеген тартып та ҡараны, унда бер кем дә юҡ, ахырҙа бүлексәләргә шылтыратып ҡараны, яуап биргән кеше булманы. Р. Солтангәрәев.
2. Ниндәйҙер системаның айырым бер бәләкәй ойошмаһы. □ Подразделение какой-л. системы. Элемтә бүлексәһе. ■ Өс башҡорт ауылын эсенә алған Түбәнге Аллағыуат почта бүлексәһенә лә «Ағиҙел» журналы ни бары өс дана килә. «Ағиҙел», № 11, 2010.
БҮЛЕМ (Р: деление; И.: scale division; T.: bölüm) и.
1. Үлсәү приборҙарының һыҙып бүленгән бер араһы. □ Деление (на измерительной шкале). Термометрҙың терегөмөшө бер бүлемгә күтәрелгән.
2. ҡар. бүлек I, 1, 2. ■ Лапаҫтың һәр бүлемен, мөйөшөн тигәндәй ҡараны-тик-
шерҙе сысҡан күҙ, дегәнәк ҡолаҡ, бәхеткә ҡаршы, эҙләгәнен таба алманы. «Ағиҙел», № 3, 2010. Хөсәйен башын айғырҙың янып барған маңлайына терәне. Шунан ул һикереп торҙо, күрше бүлемдәге атты йәһәт кенә сығарҙы. Т. Ғарипова.
3. Баҫыуҙа айырым кешегә бүленгән эш алды; ал. □ Полоса для жатвы, косьбы и т. д. Үҙ бүлемеңде урып ал.
БҮЛЕМ-БҮЛЕМ (Р: с перерывами; И.: zarf; T.: bölük bölük) c.
Бүлектәргә бүлеп. □ С перерывами. Бүлем-бүлем эшләү.
БҮЛЕМТЕК (бүлемтеге) и. диал. ҡар. бүлем. Аҙбарҙың бүлемтеге.
БҮЛЕМТӘ и. диал. ҡар. бүлексә. Бүлем-тәгә шылтыратыу.
БҮЛЕНГӘН ЕМЕШ (Р: плод дробный; И.: fractional fruit; T.: bölünmüş meyve) и. бот.
Бер нисә өлөшкә бүленгән емеш. □ Плод дробный. Бүленгән емештән үрсеү.
БҮЛЕНДЕ (Р: выделения; И.: excretion; T.: salgı) и.
Организмдан бүленеп сыҡҡан матдә; бүлендек. □ Выделения (например, пот, моча). Лемурҙар барған юлдарын үҙҙәренең еҫле бүленделәре менән бысрата.
БҮЛЕНДЕК I (бүлендеге) (Р: частное; И.: quotient; T.: bölüm) и. мат.
Бер һанды икенсе һанға бүлгәндән барлыҡҡа килгән һан. □ Частное. Туғыҙҙы өскә бүлергәлә, бүлендекте икегә ҡабатларға.
БҮЛЕНДЕК II (бүлендеге) и. ҡар. бүленде. Ауырыуҙың бүлендегенең составы үҙгәрә.
БҮЛЕНЕҮ (бүлен ) ҡ. төш. ҡар. бүлеү I. страд, от бүлеү I. Бишкә бүленгән һан. Урталай бүленеү. ■ Алдан уҡ иҫкәртеп ҡуябыҙ: ауылдың өс төркөмгә бүленеүе, йәғни Урманбаевтарҙың үҙгәрәк, Сыртлановтар-ҙың тағы бүтәнсәрәк йәшәүе, ә быларҙың береһенә лә ҡушылмаусы битарафтарҙың ҡырҙараҡ йөрөүе Ҡуштирәктең үрҙә әйтелгән сифаттарына әҙ генә лә тап төшөрмәй. Ә. Хәкимов. Бына хәҙер дүртенсе көн инде
424