БЫЛТЫРҒЫ
□ Что было, то прошло; что было, то быльём поросло. Былтыр үлгән ябалаҡты быйыл атып алыу күптән билдәле хәлде яңы белеп ҡалыу. □ соотв. Открывать Америку. ■ Ул иҫке сараларҙы яңы Америка аскан кеше кеуек газета сәхифәләренә яҙып ятыуығыҙға аптырайым. Шулай уҡ һеҙҙең кеуектәргә беҙҙең башҡорттар «былтыр улгән ябалаҡты быйыл атып алдыңмы», тиҙәр. Ш. Хоҙайбирҙин.
БЫЛТЫРҒЫ (Р.: прошлогодний; И.: last year’s; T.: bıldırki) с.
Үткән йылғы. □ Прошлогодний. Былтырғы ҡыш. Былтырғы уңыш. ■ [Тимер:] Беҙ быйыл былтырғыға ҡарағанда ике тапҡыр артығыраҡ сәстек. Б. Бикбай. Мин уның былтырғы сағын курмәгәс, уға ҡаршы бер нәмә лә әйтә алмайым. С. Агиш.
♦ Биш былтырғы әллә ҡасанғы, бик күптәнге. □ Давнишний. Биш былтырғы кейем.
БЫЛТЫРЛЫ-БЫЙЫЛЛЫ (Р.: за по следние два года; И.: last two years; T.: son iki yılda) p.
Һуңғы ике йыл эсендә. □ За последние два года. Былтырлы-быйыллы ҡыш һыуыҡ булды.
БЫЛЫҒЫУ (былыҡ-) (Р: плесневеть; И.: grow mouldy; T.: küflenmek) ҡ.
Дымланып ҡыҙыу (иген, бесәнгә ҡарата).
□ Плесневеть, покрываться плесенью (о зерне, сене). ■ Һыулай өйөлгән игендең дымланыры, былығып китеуе бар. Ғ. Дәүләтшин.
БЫЛЫҠ с. ҡар. шыйыҡ. Былыҡ тал.
БЫЛЫҠТЫРЫУ (былыҡтыр) (Р: подвергать прению; И.: cause rotting; T.: çürütmek) ҡ.
1. Дымлы көйө өйөп, ҡыҙыуға, сереүгә юл ҡуйыу (иген, бесәнде). □ Подвергать прению, гниению (зерна, сена). Игенде былыҡтырыу. Бесәнде былыҡтырыу.
2. диал. ҡар. быҡтырыу 1. Кәбеҫтә былыҡтырыу.
БЫЛ ЮЛЫ (Р: на этот раз; И.: this time; T.: bu sefer) p.
Был тапҡыр, был мәртәбә. □ На этот раз. ■ Бер сирҡаныс алған Яҡуп уҙе лә был
юлы ишкәк менән ҡыйыуыраҡ эш итте. М. Кәрим. Әһә, был юлы ыңғай уҡ өйләндереп һалдым бит бакуйҙы. Н. Мусин. Әуәл кырандаста йөрөһәләр, был юлы юлдаштар һыбай сыҡты. Р. Камал.
БЫНА (Р: вот; И.: here (it is), there; T.: işte) курһ. a.
1. Алдағы бик яҡын кешене йәки нәмәне күрһәткәндә, бер нәмәне кешегә биргәндә, бер һүҙгә, эш-хәлгә кешенең иғтибарын тартыу өсөн әйтелә. □ Вот. Бына алма. ■ Бына ике-өс һарыҡ, бәрәстәрен эйәртеп, кәбәнгә табан ыңғайланы. Ә. Хәкимов. Кейеҙбай кеҫәһенән алмаһын сығарып: «Бына алма — әжәл дарыуы. Ҡыҙға шуны ашатырға кәрәк», — ти. Әкиәттән. Бына мин уҙемдең тормоштан бер миҫал килтерәйем әле. М. Тажи.
2. Үҙенән алда килгән һүҙ белдергән мәғәнәне көсәйтеү өсөн ҡулланыла. □ Вот. ■ Ата-әсәләрҙең ғумере булып беҙгә ҡалды бына был тормош. Ғ. Сәләм.
3. Йомғаҡлау һүҙҙәренән алда килеп, уларҙың мәғәнәләренә асыҡлыҡ өҫтәй. □ Вот. ■ [Заятуләк:]Ерем — Балҡантау, һыуым — Дим. Бына шул ерҙәрҙе һағынам мин. «Заятүләк менән һыуһылыу». Кеше, ҡурай моңона тәбиғәттең бына шулай берҙәм яуап биреуен ишетеуҙән оло кинәнес тапҡандай, уйнауынан туҡтаны. Н. Мусин.
4. «Хәҙер» һүҙе менән килеп, уға һөҙөм-тәлелек мәғәнәһе өҫтәй. □ Вот. ■ [Үмәр:] Беҙҙең ҡайғы ҡайғы булмаған икән, бына хәҙер баш ҡайғыһы тыуҙы. Һ. Дәүләтшина. Бына хәҙер алда һәр бер уба, соҡор-саҡырҙарына тиклем таныш булған урындар башлана. Б. Бикбай.
5. Эш-хәл йәки ваҡиғаларҙың барышын күҙ алдында булған кеүек итеп һүрәтләү өсөн ҡулланыла. □ Вот. ■ Бына ҡыш утеп, яҙ килеп еткән. Әкиәттән. Бына бер саҡ, ҡултыҡҡа килеп еттем генә тигәндә, айырата яман ҡоторонған тулҡын Бураншаларҙы баҫып киткән. 3. Биишева. Бына аҡрын ғына ишек асылып ябылды, унан ҡапҡа шығырлап
458