Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 457 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БЫЛТЫР
Сейләнеп, йәшкәҙәп, ҡыҙарып тороу (күҙгә ҡарата). □ Воспаляться и слезиться (о глазах). Күҙе былсайып тора.
БЫЛСЫҠ [был-, бал- "шыйыҡлыҡ’] (Р.: воспалённый и слезящийся; И.: inflamed and watering; T.: yangılanmış) c.
Сейләнеп, йәше ҡойолоп, ҡыҙарып торған; бысый. □ Воспалённый и слезящийся (о глазах). Былсыҡ ҡуҙ.
БЫЛСЫҠЛАНЫУ (былсыҡлан-) ҡ. диал. ҡар. былсайыу. Ҡүҙе былсыҡланып тора.
БЫЛСЫЛДАУ (былсылда-) ҡ. диал. ҡар. бысылдау. Икмәк былсылдап тора.
БЫЛСЫМ с. диал. ҡар. былсыҡ. Былсым күҙ.
БЫЛСЫМАҠ (былсымағы) с. диал. ҡар. бысый. Былсымаҡ икмәк. Былсымаҡ куҙ.
БЫЛСЫМАҠЛАНЫУ (былсымаҡ-лан-) ҡ. диал. ҡар. бысыйланыу. Икмәгем әллә бешеп етмәне инде, былсымаҡланып тора.
БЫЛТ (Р: подражание внезапному движению; И.: word expressing abrupt movement; T.: çat) оҡш.
Киҫкен хәрәкәтте, ҡапыл күренгәнде белдергән һүҙ. □ Подражание внезапному, неожиданному движению, действию; мерцанию. Былт итеу. Былт итеп килеп сығыу. ■ Бер эт килеп сыҡты былт итеп, бесәй тороп ҡасты йылт итеп. Р. Талипов. Шул арала тау тыҡрығынан, былт итеп, Яҡуп килеп сыҡты. М. Кәрим.
БЫЛТАЙЫУ (былтай-, былтая) (Р: раздуваться; И.: be puffed up; T.: kabarmak) ҡ.
1. Йомро ғына булып ҡабарыу; бүлтәйеү.
□ Раздуваться, вздуваться, вспухать. Яңағы былтайып шешеп сыҡҡан. Ҡорһағы былтайып тора.
2. диал. ҡар. ҡылтайыу. ■ [Аҡмал:]Ярамай! Әле улар асыулы, туҡмап ташларҙар. Шунан, ниңә ерле юҡҡа улар алдында былтайырға? Б. Рафиҡов.
БЫЛТАНДАҠ (былтандағы) (Р: непоседа; И.: fidget; T.: yerinde durmaz) и. диал.
Тиктормаҫ. □ Непоседа. Былтандаҡ бала.
БЫЛТАНЛАУ (былтанла-) ҡ. диал. ҡар. ҡыйшанлау. Ҡыҙ былтанларға ярата.
БЫЛТ-БЫЛТ (Р: подражание мерцанию, миганию (света); И.: word to express abrupt movement, etc.; T.: çatpat) оҡш.
Ҡабат-ҡабат былт, ялп-йолп иткәнде белдергән һүҙ. □ Подражание мерцанию, миганию (света). Былт-былт итеу.
■ Ҡайҙандыр иҫкән елгә [шәм] былт-былт итә. Уның былт-былт итеуенән бәләкәй өйҙөң һәр ерендә шомло күләгәләр уйнай. Ғ. Ғүмәр. Хәҙер инде ҡаланың уттары йым-йым итеп янмай, былт-былт итеп тона, һүнә бара ине. М. Кәрим.
БЫЛТЫҠ с. диал.
1. ҡар. ҡылтым. Былтыҡ ҡыҙ. Ул былтыҡ тиҙ генә үсегеп бара.
2. ҡар. ҡылансыҡ. Былтыҡ кеше.
БЫЛТЫЛДАУ (былтылда-) (Р.: мигать;
И.: twinkle; T.: göz kırpmak) ҡ.
Былт-былт итеү, былт-былт килеү.
□ Мигать, мерцать (о свете). Май шәм был-тылдай. ■ Шәм, һүнәм, һүнәм тигән кеуек, былтылдап ҡара һөрөмөн .. туҙҙырҙы. Ғ. Ильяс. Көҙгө төн. Ҡыҙарып ҡына янған етеле лампа бер-ике тапҡыр былтылдап куҙ ҡыҫты ла ҡапыл һүнде. Ә. Зәйнуллин.
БЫЛТЫМ с. диал. ҡар. ҡылтым. Был-тым кеше.
БЫЛТЫР [дөйөм төрки былтыр < боронғо төрки бир йыл туру р ‘бер йыл булыр’] (Р: в прошлом году; И.: last year; T.: bıldır) p.
Үткән йыл, быйылдан алда ғына булған йыл. □ В прошлом году, в минувшем году.
■ «Мин шулай былтыр», — тип [Йәнтимер] уҙенең уҙған йылғы «шәплектәрен» һөйләй башланы. С. Агиш. [Зөлхизә:] Әсәйем ул таҡталарҙы былтыр күрше Дауыт ағайға бирҙе. Ә. Хәкимов. Ә бит турғайҙар былтыр ни хәтлем күмәктәр һәм ниндәй туҡтар ине. Һ. Дәүләтшина. • Былтыр ҡыҫҡанға быйыл ҡысҡырмайҙар. Мәҡәл.
♦ Биш былтыр әллә ҡасан, бик күптән.
□ Очень давно. Былтырҙың күҙе йылтыр кеше үткәндәге берәй нәмәне һөйләгәндә ышанып етмәгәнде белдереү өсөн әйтелә.
457