БЫЛДЫРЛАҠ
Ситтән айышһыҙ, өҙөкһөҙ булып ишетелгән һөйләшеүҙе белдергән һүҙ; лыбыр-лыбыр. □ Подражание звуку ("например, невнятного разговора). Былдыр-былдыр итеү. Былдыр-былдыр килеү. Былдыр-былдыр һөйләү. ■ Тиҫтерҙәр менән былдыр-былдыр хәбәр һөйләшкән, серләшкән булып, күк үлән күренеү менән ҡаршы тау түмәләстәргә әтмәкәй, йыуа йыйырға сыға инек. X. Назаров.
БЫЛДЫРЛАҠ (Р.: говорящий быстро и невнятно; И.: mumbler; T.: mırmırık) с.
Былдыр-былдыр итеп һөйләгән (кешегә ҡарата). □ Говорящий быстро и невнятно. Былдырлаҡ бала.
БЫЛДЫРЛАУ (былдырла-) (Р.: бормотать; И.: mumble; T.: mırıldanmak) ҡ.
Былдыр-былдыр килеү. □ Бормотать, лепетать. // Бормотание, лепет. Былдырлап һөйләшеү. Былдырлығын сығыу.
БЫЛДЫРЛАШЫУ (былдырлаш-) ҡ. урт. ҡар. былдырлау, взаимн. от былдырлау. ■ Ләкин йәштәр үҙ-ара әллә ниндәй бик ҡыҙыҡ хәбәр менән мауығып, былдырлашып, әбейҙең был өмөтлө һүҙҙәрен ишетмәнеләр. Һ. Дәүләтшина.
БЫЛЙЫМАУ (былйыма-) (Р: быть беспечным; И.: not care a straw; T: özensiz olmak) ҡ. диал.
Иҫ китмәү. □ Быть беспечным, и в ус не дуть. Былйымай ғына ултырыу.
БЫЛЙЫРАУ (былйыра-) (Р: развариваться; И.: be overcooked; T.: çok pişmek) ҡ.
Ныҡ йомшау, иҙрәү. □ Развариваться. Картуф оҙаҡ ҡайнап былйырап киткән.
БЫЛҠ-БЫЛҠ (Р: бульк-бульк; И.: imitation of a repeated gurgling; T.: şırıl şırıl) оҡш.
1. Нәҙек муйынлы һауыттан шыйыҡлыҡ аҡҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Бульк-бульк (подражание многократному бульканью). ■ Ғәлләмдең шешәнән сынаяҡҡа ҡойған араҡыһы былҡ-былҡ аға башланы. А. Таһиров.
2. Яҡтылыҡтың бер көсәйеп, бер һүрелеп китеүен белдерә. □ Подражание многократ
ным вспышкам света. Былҡ-былҡ итеү. Былҡ-былҡ килеү. ■ Йәмилә ҡарауыл өйөнә еткәндә, тәҙрә төбөндә ҡалған фонарҙың кәрәсине бөтөп, филтәһе ҡуҙланып, былҡ-былҡ килеп ултыра ине. 3. Ураҡсин.
БЫЛҠЫ (Р: рыхлый; И.: friable; Т: bıngıl bıngıl) с.
1. Һимеҙ, йомшаҡ тәнле. □ Рыхлый, дряблый. Былҡы тәнле кеше.
2. күсм. Эшкә йомшаҡ, йүнһеҙ. □ Слабый. Былҡы кеше.
БЫЛҠЫЛАНЫУ (былҡылан-) (Р: одряхлеть; И.: be flabby; T.: bıngıldamak) ҡ.
1. Һимеҙ, йомшаҡ тәнлегә әйләнеү; былҡы булыу. □ Быть рыхлым, дряблым (о человеке). Тәне былҡыланып киткән.
2. күсм. Эшкә йомшаҡ, булдыҡһыҙға әйләнеү; булдыҡһыҙ булыу. □ Быть слабым, слабовольным. Былҡыланып йөрөмә.
БЫЛҠЫЛДАУ (былҡылда-) (Р: трястись; И.: shake while walking; T: titremek) ҡ.
Һимеҙлектән йомшаҡ булып һелкенеү (тәнгә ҡарата). □ Трястись при движении (о рыхлом, дряблом теле). ■ Бай былҡылдап торған йыуан елкәһен көскә бороп, иркенләп ултырҙы. Я. Хамматов.
БЫЛҠЫМ (Р: неуклюжий; И.: clumsy; T.: sakar) с.
Тотҡан нәмәһен төшөрөп барыусан, ҡулайһыҙ. □ Неуклюжий, неловкий. Былҡым кеше. ■ Йөҙө ҡара Нәсимә ни ҡабаланып килеп, анау ишек алдында дөмәйеп ятҡан ташҡа һөрөндө лә табаны төшөрөп ярып ҡуйҙы, былҡым. Ғ. Дәүләтшин.
БЫЛҠЫМЛАНЫУ (былҡымлан-) (Р: ожиреть; И.: become obese; T: çok şişmanlaşmak) ҡ. диал.
Артыҡ ныҡ һимереү. □ Сильно ожиреть. Был ҡатын былҡымланып киткән.
БЫЛҠЫН с. диал. ҡар. һимеҙ. Былҡын ҡатын.
БЫЛСАЙЫУ (былсай-, был сая) (Р: воспаляться и слезиться; И.: water, become inflamed; T: yangılanmak) ҡ.
456