БЫЛДЫР-БЫЛДЫР
Юҡлыҡ йәки һорау формаһындағы хәбәр булып, ниҙеңдер юғары дәрәжәләге бер сифатын белдерә. □ Очень, сильно (знач. сказ, выражает высшую степень чего-л). Ауыҙы былай-алай тугел. Тауышы былай-алаймы. Былай-алай ғына ҡысҡырмай.
БЫЛАЙ-АЛАЙ II (Р.: настолько; И.: thus much; T.: o kadar) р. диал.
Шул саҡлы. □ Настолько. Былай-алай көслө.
БЫЛАЙТЫП (Р.: так; И.: so, in this way; T.: böyle) р.
Былай итеп, был рәүешле. □ Так, таким образом. Былайтып ҡыйырһытма.
БЫЛАЙТЫУ (былайт-) (Р.: делать так; И.: do so; T: böyle yapmak) ҡ. ҡыҫҡ. ф. һөйл.
Былай итеү. □ Делать так, таким образом. Былайтып эшлә. ■ Юлдыбаевтың былайтып һис бер асыуһыҙ-ниһеҙ иптәштәрсә һөйләп биреуе .. йыйылған кешеләрҙе ирәбеләндереп ебәрҙе. Ғ. Дәүләтшин.
БЫЛАЙЫРАҠ (Р: эдак; И.: in this manner; T: böyle) р.
1. Шулайыраҡ, шуға оҡшатып. □ Эдак, примерно так. Былайыраҡ итһәң... ■ Бына хәҙер былайыраҡ фараз итеп ҡарайыҡ: кешеләр бер-береһенә ышанысты бөтөнләй юғалтты, ти, һәр кем тик уҙенә генә ышанып йәшәй, ти. Ни килеп сығыр ине һуң ул саҡта? Н. Мусин.
2. Үҙеңә, яҡыныраҡ. □ Ближе, поближе. Былайыраҡ кил.
3. Артыҡ, ныҡ, яҡшы. □ Сильнее, больше, лучше. ■ Ата менән әсә шатлыҡтан ни эшләргә лә белмәгән. Малай уларҙан да былайыраҡ ҡыуанған. Әкиәттән. Хөббөниса ауылда хәлле генә йәшәгән ҡатын... Эш тиһәң инде — емертеп һала, арлы-бирле ирҙәреңдән былайыраҡ. Р. Солтангәрәев. Тиңһенә алманы мине. Минән былайыраҡ уҙе ғазапланды. М. Кәрим. Улының уҡырға инә алмау ына, уның уҙенән дә былайыраҡ, әсәһе ҡара ҡайғыға ҡалды, ғәҙелһеҙлекте төҙәтергә лә тырышып ҡараны. Ә. Хәкимов.
БЫЛ АРАЛА (Р: на днях; И.: the other day; T: bu arada) p.
1. Ошо ваҡыт эсендә. □ На днях. ■ Эбей менән бабайҙы дейеу осора тибеп ебәргән, ти. Был арала егет байтаҡ ер киткән, ти. Әкиәттән. Артабан ул кубәне кәбән ҡойоласаҡ ергә еткәнсе һәнәге менән тотоп килде. Был арала Әхәт өс кубә тарттырырға өлгөргәйне инде. Н. Мусин.
2. Һуңғы ваҡытта. □ В последнее время. ■ [Гәрәй:] Был арала һин байғошҡа ла тынғы юҡ, Саҡай туған. Б. Бикбай. Ҡыҙырас был арала киноға йылдағыға ҡарағанда ла йышыраҡ йөрөй башланы. 3. Биишева.
БЫЛАУ [фарс. jb] (р: плов; И.: pilau; Т: pilav) и.
Дөгө менән иттән быҡтырып бешергән ашамлыҡ. □ Плов. Былау бешереу. ■ Үзбәк ҡәрҙәштәребеҙҙе иҫтәремә төшөрөп, былау килтерттем. Т. Арслан. [Шәрифә:] Әллә былау бешерәбеҙме? Насип былау ярата бит. И. Абдуллин.
БЫЛАШ и. диал. ҡар. ыҙғыш. Былаш сығармағыҙ.
БЫЛАШЫУ (былаш-) ҡ. диал. ҡар. булашыу.
БЫЛБЫЛ [ғәр.-фарс. ‘һандуғас’] (Р: соловей; И.: nightingale; T: bülbül) и. шиғр.
Турғай төркөмөнә ҡараған һорғолт төҫтәге бик матур һайрай торған бәләкәй генә күсәр ҡош; һандуғас. □ поэт. Соловей. Былбыл һайрау ы. Былбыл тауышы. ■ Ярҙарына Иҙел кермәй шашты, һуңлап йыр башланы былбылдар. X. Кәрим. Баҡсаһыҙ былбылдар ҙа һайрай алмаҫ. М. Аҡмулла. Былбыл булып һайра, куңелемде йыуат, былбылым. Я. Ҡолмой. Уянды былбыл, ҡунды тирәккә. Теләне таңға изге теләктәр. М. Ғәли.
БЫЛДЫР (Р.: говорящий быстро и невнятно; И.: speaking indistinctly; T: mırıltılı) c.
Һүҙҙе ҡабаланып, аңлайышһыҙ итеп һөйләүсән. □ Говорящий быстро и невнятно. Былдыр кеше. Былдыр булыу.
БЫЛДЫР-БЫЛДЫР (Р: подражание звуку невнятного разговора; И.: word expressing muttering; T: mırıl mırıl) оҡш.
455