БЫЛАҒАЙ
нәмәгә ризаһыҙлыҡ белдергәндә әйтелә. □ Разве это дело? (выражает недовольство).
БЫЛАҒАЙ [монг. булға-ғай ‘ығы-зығылы’] (Р: балагур; И.: jester; T.: şakacı) c.
Урынһыҙға һөйләнеп, бәйләнеп, еңел ҡыланған. □ Балагур, шутник, весельчак. Былағай булыу. ■ [Биктимер:] Бәшәр былағай ул, беҙ әйткәнде ҡолағына ла алмай. Б. Ишемғол.
БЫЛАҒАЙЛАНЫУ (былағайлан-) (Р: дурить; И.: frolic; T.: yaramazlık etmek) ҡ.
Былағайса ҡыланыу. □ Дурить; озорничать, безобразничать, сумасбродничать. Былағайланма, эшеңде эшлә! ■ Бер ваҡыт Зәйнулла, шаталаҡ ғәҙәте буйынса былағайланып китеп, ниңәлер зарланып ташланы: «Эш ҡуша ла тора бынау!» Яр. Вәлиев.
БЫ Л АҒАЙ Л ЫҠ (былағайлығы) (Р: озорство; И.: mischief; T.: yaramazlık) и.
Былағай булыу хәләте. □ Озорство, сумасбродство. Былағайлыҡҡа бирелде. ■ «Ошо Маһинурҙың былағайлығы бөтмәҫ», — тигән булды әсәйем, ниндәйҙер ҡурҡыныс һиҙенгәндәй. 3. Ураҡсин.
БЫЛАЙ I (Р: обыкновенный; И.: usual; T.: sıradan) с.
Ғәҙәттәге, ҡәҙимге. □ Обыкновенный, обычный. ■ Элек осар тейен былай тейенгә ҡарағанда күберәк ине. Я. Хамматов.
БЫЛАЙ II [бы-лай < дөйөм төрки бу, бун\ (Р: так; И.: thus, so; T.: böyle)р.
1. Был рәүешле. □ Так, этак, эдак. Былай ярамай. Былай эшләмә. ■ Ире унан: «Ниңә былай илайһың, ни булды?» — тип һораған. Әкиәттән. Рамаҙан инде, эштең былай ап-анһат хәл ителеүенә үкенгән һымаҡ, иҫнәп урынынан ҡуҙғала башлағайны, ҡарт төптө бүтән яҡтан килтереп һуҡты. Ә. Хәкимов. Билдәле, уның былай ҡапыл ғына бөлөп китеүенә кеше ышанмаясаҡ ине. Б. Бикбай.
2. Был яҡҡа. □ Сюда. Былай китәбеҙ. Былай ҡара. ■ Ҡала урамынан бер тегеләй, бер былай үткән халыҡты ҡарап, тупһала ултырабыҙ. Т. Йәнәби. Бүре, кәбән урынына барып, бер тегеләй, бер былай әйләнде лә,
ҡапыл туҡтап, ниндәйҙер йомғаҡты мороно менән һаҡ ҡына ҡуҙғатып ҡуйҙы. Ә. Хәкимов.
3. Берәй нәмәнең, эш-хәлдең төрлө яғын самалап, уртасараҡ бер фекер, мөнәсәбәт белдергәндә әйтелә. □ Как таковой. Үҙе былай арыу ғына әртис инде. ■ Йөҙөк былай үҙе саф алтын түгел. С. Агиш. Былай өҫтө-башы арыу ғына күренә Ләләнең, әммә бер ҙә төҫө юҡ, миңрәү һымағыраҡ булып киткән. Б. Бикбай.
4. һөҙөмтәһеҙ. □ Без последствий. Былай ғына ҡалдырмам.
5. Бушҡа, түләүһеҙ. □ Безвозмездно. Китабын былай бирҙе, хаҡ һораманы.
БЫЛАЙ III (Р: с; И.: from; T.: ...dan) бәйл.
Алып, бирле (сығанаҡ килеш формаһындағы һүҙҙән һуң килгәндә). □ С, со, от (послелог с исх. п.). Ҡыштан былай. Ҡаланан былай.
♦ Былай булғас (йәки булһа) телгә алынған эш-хәлдән, шарттан сығып, бер төрлө йомғаҡ яһағанда әйтелә. □ В таком случае, раз уж так, если так. ■ [Өмәт:] һеҙ һаман да ҡурҡаһығыҙ! Былай булһа, ғүмергә кеше була алмаҫһығыҙ! Д. Юлтый. Былай ғына 1) бер нәмәһеҙ, шул көйө генә. □ Просто так, так себе, лишь только так. ■ [Гөлнур:] Ҡара папкаһыҙ ғына, былай ғына әйтергә булалыр бит, Сафа Сөләймәнович? М. Тажи; 2) ниндәйҙер бер ниәт, эш менән түгел; тик, буш. □ Просто так. ■ [Хафиз:] Һабантуйға килдегеҙме, ҡыҙҙар? [Зифа:] Былай ғына килдек әле күл буйына. Ҡ. Даян. Былай ҙа бынан башҡа ла, унһыҙ ҙа. □ Без того, и так. ■ Ул [әсә] былай ҙа Мөхитте күрә алмай. Мөхиттән ҡотола алмай йөрөй. К. Кинйәбулатова. Былайға китһә (йәки ҡалһа) уңайһыҙ бер эш-хәлдән сығып, йомғаҡ яһап ҡуйғанда әйтелә. □ Если уж на то пошло. ■ [Әпләс:] Арыу тәрбиәләп ҡуяйыҡмы әллә тип йөрөгән йөрөш инде. Былайға ҡалһа, әҙәм балаһын ҡайҙа күмһәң дә ятып ҡала ғуй. һ. Дәүләтшина.
БЫЛАЙ-АЛАЙ I (Р: очень; И.: word expressing the highest degree of smth; T: pek)p.
454