БЫЛ
талғын ғына утта быҡтырылған өйрәне һинең кеуек бер генә кеше лә бешерә белмәй, әсәй. Г. Ғиззәтуллина. Килгән кеше ситләтеп кенә башланы: «Батыр ашы — баҫыуҙа, сапҡын ашы — соҡорҙа, тигәндәрме әле? Быҡтырылған һарыҡ ите кемдеке була инде, былай булғас?» К. Мәргән.
БЫҠТЫРЫУ (быҡтыр-) (Р.: тушить;
И.: stew; T.: pişirmek) ҡ.
1. Тандыр ғына утта томалап бешереү.
□ Тушить. Йәшелсә быҡтырыу. Ит быҡтырыу. Кәструл ҡапҡасын ябып, балыҡты быҡтырырға ҡуйыу. ■ Бер аҙ ҡарап торҙо ла ул һарыҡ итен быҡтырырға һалыу өсөн урын әҙерләшергә тотоноп китте. К. Мәргән.
2. Боҫҡа, эҫегә, һыуға йомшартыу, ебетеү. □ Парить. Кәбеҫтә быҡтырыу. Малға һаламды быҡтырып ашатыу.
БЫҠЫЙ (Р: неряшливый; И.: sloven; Т: çapaçul) с. диал.
Әрпеш. □ Неряшливый. Быҡый хужабикә.
БЫҠЫЛДАҠ (быҡылдағы) (Р: болтливый; И.: mumbler; T: mırmırık) с.
Быҡ-быҡ итеп һөйләгән. □ Болтливый. Эй, быҡылдаҡ, теләһә ни һөйләр ҙә торор инде.
БЫҠЫЛДАУ (быҡылда-) (Р: клокотать; И.: bubble; T.: şırıldamak) ҡ.
1. Быҡ-быҡ итеү, быҡ-быҡ килеү.
□ Клокотать, булькать (о кипящей густой массе). Бутҡа ҡуйырып быҡылдай башланы.
2. кусм. Аңлайышһыҙ итеп һөйләнеү.
□ Говорить невнятно, бормотать. ■ Стражник нимәлер быҡылдай башлағайны ла, Хи-самый тағы йоҙроҡ курһәтеп, уның телен тыйҙы. Б. Бикбай.
БЫҠЫР-БЫҠЫР (Р: подражание звуку, возникающему при сильном кипении густой массы; И.: word imitating bubbling sounds; T: şırıl şırıl) оҡш.
Ҡуйы нәмә ныҡ ҡайнағанда сыҡҡан йәки һыу эсенән һауа урғылып сыҡҡандағы, һыуға төшөп болғанғандағы тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку, возника
ющему при сильном кипении густой массы или при выходе пузырьков воздуха из жидкости. Быҡыр-быҡыр ҡайнау. ■ Көндөҙ өйрәк кулдә йөрөй быҡыр-быҡыр. С. Ҡудаш.
БЫҠЫРЛАУ (быҡырла-) (Р: булькать; И.: boil; T: şırıldamak) ҡ.
Быҡыр-быҡыр итеү, быҡыр-быҡыр килеү. □ Булькать, клокотать. Бутҡа быҡырлай. Быҡырлығын сығыу.
БЫЛ (бының, быға, быны, бынан, бында; купл. былар) [бу ол (ул) < дөйөм төрки бу, бун\ (Р: этот; И.: this; T.: bu) курһ. а.
1. Нәмәне йәки эш-хәлде айырып күрһәтеү, билдәләү хеҙмәтен үтәй. □ Этот, эта, это; эти. Был урында. Был донъя. Был көндәр. Был кешеләр. ■ Сәғиҙә был ауылда ғумер буйы йәшәрмен тип башына ла килтермәй ине. М. Тажи. Юғары остан урап ҡайтҡанда, Вәзир урамдың был яғына сыҡты. М. Кәрим.
2. Билдәле бер нәмәгә, булып үткән эш-хәлгә тоҫҡау өсөн ҡулланыла. □ Употребляется как личное местоимение, указывая на какое-л. событие. ■ [Камыр батыр] юлға сығырға булған. Был хаҡта ата-әсәһенә лә әйткән. Әкиәттән.
3. Билдәле бер затҡа тоҫҡап, зат алмашы хеҙмәтен үтәй. □ Употребляется как личное местоимение, указывая на какое-л. лицо. ■ Көтөусе .. Ерәнде етәкләп, сығып китә. Эй бара, ти, был, эй бара, ти. Бара торғас, бер йылға буйына етә, ти. Әкиәттән. Элекке заманда бер бабай менән бер әбей йәшәгән, ти. Быларҙың берҙән-бер ҡыҙҙары булған, ти. Әкиәттән.
♦ Был ни был, был ни хәл был, был ни эш был берәй нәмәгә аптырағанда әйтелә. □ Что это такое, что это за дело? (при удивлении). ■ «Был ни хәл был, ҡайҙа киттеләр һуң әле беҙҙекеләр?» — тине Айбулат. Һ. Дәүләтшина. Был ни тигән һүҙ берәй кешенең һүҙенә аптырағанда, ғәжәпкә ҡалғанда әйтелә. □ Что это значит? (при удивлении). ■ [Үмәр:] Был ни тигән һуҙ тағы! Быға тиклем кем кейәу куҙләп ҡыҙ биргән? Һ. Дәүләтшина. Эшме ни был берәй
453