Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 452 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БЫЗЫРМАҠ
1. Бызыр-бызыр итеү, бызыр-бызыр килеү. □ Шипеть (о шипущих напитках). Бызырлығын сығыу. Ойотҡо бызырлап ҡайнай.
2. Тәнгә ҡыҙыл бөрсөктәр ҡалҡыу; сабыртыу. □ Высыпать (о появлении сыпи на коже). Эҫегә тән бызырлап сабыртҡан.
БЫЗЫРМАҠ (бызырмағы) (Р.: зыбь;
И.: ripple; T: dalgacık) и.
Ваҡ-ваҡ ҡына быжырмаҡ. □ Зыбь, рябь. Һыу өҫтөндә бызырмаҡтар уйнай.
БЫЗЫРЫҠ (быз ы р ығы) (Р.: валёк; И.: battledore; T.: avara demiri) и. диал.
Кер туҡмағы. □ Валёк. Бызырыҡ менән кер туҡмау.
БЫЙМА (Р: валенок; И.: felt boot; T: keçe çizmeler) и.
Йөндән баҫылған ҡуныслы ҡышҡы аяҡ кейеме. □ Валенок, валенки. Калушлы быйма. Быйма ҡунысы. Быйма баҫыу. Быйма төпләу. ■ Аҡ ҡарҙа аҡ быйма менән их куңелле ашлауы. С. Муллабаев. Сибәғәт ауылдар буйлап йөрөп быйма баҫты, самауыр, һауыт-һаба яманы. Т. Ғарипова. Ҡарабаш диванға ятты. Аҙ ғына ла тартынып тормай, уҙ өйөндәге һымаҡ, сисенеп ташланы. Быймаларын сисеп, мейескә терәп ҡуйҙы. И. Насыри. Ул шәл дә бәйләй, мейес тә һала, кейем дә тегә, ҡурай ҙа тарта, быйма ла баҫа, театрҙа ла уйнай икән. М. Кәрим.
БЫЙМАСЫ (Р: валяльщик; И.: fuller; Т: keçe çizmeleri yapan kimse) и.
Быйма баҫыусы. □ Валяльщик, валяльщица валенок. Быймасыға быйма баҫырға йөн бирҙем.
БЫЙПАНЛАУ (быйпанла-) ҡ. диал. ҡар. быйтанлау. Ҡыҙҙар быйпанларға ярата.
БЫЙТАНЛАҠ (Р.: кокетливый; И.: coquettish; T.: cilveli) с.
Уйнаҡлап, ҡылансыҡланып торған; ҡыйпысыҡ (ҡатын-ҡыҙға ҡарата). □ Кокетливая. Быйтанлаҡ ҡыҙ. Быйтанлаҡ булыу.
БЫЙТАНЛАУ (быйтанла-) (Р: кокетничать; И.: flirt (with); T: cilve yapmak) ҡ.
Башты-күҙҙе уйнатып, ҡылансыҡланыу; йыртанлау. □ Кокетничать. Сәлимә быйтанлап сығып китте.
БЫЙТЫҠАС с. Һөйл. ҡар. быйтанлаҡ.
Быйтыҡас ҡыҙ.
БЫЙТЫС (Р.: кокетливый; И.: arch; Т.: cilveli) с.
Ҡылансыҡ (бәләкәй ҡыҙҙарға ҡарата). □ Кокетливая (о маленьких девочках). Быйтыс ҡыҙыҡай.
БЫЙЫЛ (Р: в этом году; И.: this year; T.: bu sene) p.
Ошо йыл. □ В этом году, в нынешнем году. ■ Ҡасандыр шул ерҙә Шәһәрбаныу Гөлбаныуға салғы тоторға, бесән сабырға өйрәткәйне, быйыл Гөлбаныу уҙе Мәҙинәһен өйрәтте. Т. Ғарипова. Төлкөсура .. быйыл ғына менгегә өйрәтелгән тайын йугәнләп, һыртына уцлек һалып әҙерләп ҡуйған. Н. Мусин.
БЫЙЫЛҒЫ (Р: нынешний; И.: current; T.: şimdiki) с.
Ошо йылғы. □ Нынешний. Быйылғы уҡыу йылы. Быйылғы йәй. ■ һалҡын ҡышты артта ҡалдырып, кәкук айына аяҡ баҫҡас та быйылғы йыйын тураһында һуҙ ҡуҙғалды. К. Мәргән. Бәхеткә, йылдар ҙа имен килде, миҙгеленә ҡарап ҡойоп ямғыр яуғас, ураҡ өҫтөндә, хәс тә быйылғы кеуек, көндәр гел аяҙ торғас, игендәр ҡотороп уңды, эҫкерт-эҫкерт кәлтә ырҙынға ташылды. Ә. Хәкимов.
БЫҠ-БЫҠ (Р: подражание звуку, возникающему при кипении густой массы; И.: word imitating indistinct talking; T.: fokur fokur) оҡш.
Ҡуйы нәмә яй ғына ҡайнағанда сыҡҡан йәки аңлайышһыҙ итеп, өҙөп-өҙөп эстән һөйләнгән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку, возникающему при кипении густой массы или невнятному разговору. Бутҡа быҡ-быҡ итеп бешә. Быҡ-быҡ килә, нимә әйткәне аңлашылмай.
БЫҠРА с. диал. ҡар. шамтыр. Быҡра әбей.
БЫҠТЫРЫЛЫУ (быҡтырыл-) ҡ. төш. ҡар. быҡтырыу, страд, от быҡтырыу. Быҡтырылған ит. ■ [Ҡыҙы:] Өйрәк ите һалып,
452