Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 451 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БЫЗЫРЛАУ
өйгә бер бал ҡорто аҙашып керҙе. Бызлап стенаға, түшәмгә бәрелеп йөрөнө-йороно лә Байморат ҡарттың яңағынан сағып алды. Ф. Янышев.
БЫҘМЫҠАЙ и. диал. ҡар. әүмәлә. Быз-мыҡай бешереү.
БЫЗМЫР (Р.: медлительный; И.: sluggish; T.: yavaş) с.
1. Тиҙ ҡуҙғала алмаған, яй эшләүсән; мыштыр. □ Медлительный; копотливый, непроворный. Бызмыр кеше. Бызмыр булыу.
2. диал. Ялҡытҡыс. □ Нудный. Бызмыр өгөт.
БЫЗМЫРЛАУ (бызмырла-) (Р.: копошиться; И.: potter (about); T: ağır davranmak) ҡ.
Яй ҡуҙғалыу; мыштырлау. □ Копаться, копошиться. Бызмырлығын сығыу. ■ [Егет:] Йә, йә, инеүеңде бел, ағай. Поезд ишәк түгел, бызмырлап торғанды көтмәй ул. 3. Биишева.
БЫЗМЫРЛЫҠ (бызмырлығы) (Р: копотливость; И.: sluggishness; T: yavaşlık) и.
Бызмыр ҡыланыш. □ Копотливость, медлительность. ■ Гаев .. Хәмит Хисмәтул-линдың вайымһыҙлығына, бызмырлығына һуҡранып алды. Ш. Янбаев.
БЫЗЫЙЫТ и. диал. ҡар. аҡыя. Бызы-йыт балаһы.
БЫЗЫЛДАҠ I (Р: жужжащий; И.: buzzing; T.: vızıldayan) с.
Быз-быз тауыш сығарған (бөжәккә ҡарата). □ Жужжащий (о насекомом). Бызылдаҡ себен. Бызылдаҡ ҡорт. Бызылдаҡ ҡуңыҙ.
БЫЗЫЛДАҠ II (бызылдағы) (Р.: коптилка; И.: wick lamp; T: kandil) и. диал.
Һуҡыр шәм. □ Коптилка. Бызылдаҡ яҡтыһы.
БЫЗЫЛДАҠ ҠУҢЫҘҘАР (Р: жужелицы; И.: ground beetles; T: ağılıböcek) и. зоол.
Урта бүлкәттәрҙә йәшәй торған ҡуңыҙҙар ғаиләһе. □ Жужелицы (лат. Carabidae). Бызылдаҡ ҡуңыҙҙар төрө.
БЫЗЫЛДАҠТАР и. ҡар. бызылдат-ҡыстар. Себен бызылдаҡтары.
БЫЗЫЛДАТҠЫСТАР (Р: жужжаль-цы; И.: halteres; Т: halter) и.
Себен, күгәүен, серәкәй кеүек ҡайһы бер ике ҡанатлы бөжәктәрҙә үҫешеп етмәгән, һиҙеү ағзаһы булып хеҙмәт итә торған артҡы ҡанаттар. □ Жужжальцы. Күгәүен бызыл-датҡыстары.
БЫЗЫЛДАТЫУ (бызылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. бызылдау, понуд. от бызылдау. Күгәүенде бызылдатыу.
БЫЗЫЛДАУ (бызылда ) (Р: жужжать; И.: buzz; T.: vızıldamak) ҡ.
Быз-быз итеү, быз-быз килеү. □ Жужжать (о насекомых). // Жужжание. Иңкеш бызылдай. Бызылдығын сығыу. ■ Ләпәктәр менән күгәүендәр өҙлөкһөҙ бызылдап, күк айғыр янында өйрәлә. 3. Биишева. Уның байлығы ла, яҡын тирәгә таралған даны ла бал ҡорто менән бызылдап осоп йөрөй. Ж. Кейекбаев. Өй баҙындағы умартанан сыҡҡан бер ҡорт тәҙрәлә туҡтауһыҙ бызылдай. Н. Мусин.
БЫЗЫЛДАШЫУ (бызылдаш ) ҡ. урт. ҡар. бызылдау, взаимн. от бызылдау.
БЫҘЫМЫҠ (бызымығы) (Р: болтушка из муки; И.: kind of mash; T.: kaymaklı, unlu lapa) и. диал.
Ҡаймаҡҡа он туҡып бешерелгән боламыҡ. □ Болтушка из муки, заваренная в сметане. Быҙымыҡ бешереү.
БЫЗЫРАҠ (бызырағы) (Р: колотушка; И.: beetle; T.: çekiç) и. диал.
Әйберҙе йомшартыу өсөн ҡулланылған туҡмаҡ. □ Колотушка, молоток. Бызыраҡ менән йомшартыу.
БЫЗЫР-БЫЗЫР (Р: подражание звуку шипения; И.: imitation of a hissing sound; T.: hışır hışır) оҡш.
Шыйыҡлыҡ төбөнән ваҡ ҡына булып бызырлап һауа ҡалҡҡанды белдергән һүҙ. □ Подражание звуку шипения. Баҫҡанда һыу төбөнән бызыр-бызыр итеп һауа ҡалҡа.
БЫЗЫРЛАУ (бызырла-) (Р: шипеть; И.: fizz; T.: hışırdamak) ҡ.
451