Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 450 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БЫЖЫРЛАУ
БЫЖЫРЛАУ (быжырла-) (Р.: покрывать сыпью, щербинами; И.: become covered with rash; T.: buruşturmak) ҡ.
1. Ваҡ-ваҡ ҡына төрткө итеп уйғылау; шаҙралау (битте, тәнде). □ Покрывать сыпью, щербинами (лицо, тело). Сәсәк битте быжырлай.
2. Ваҡ-ваҡ ҡына итеп тулҡынландырыу, йыйырсыҡлау; бөҙөрләү (һыу өҫтөн). □ Рябить, покрывать рябью. Ел һыуҙы быжырлай.
БЫЖЫРМАҠ I (быжырмағы) (Р: зыбь; И.: surge; T.: dalgacık) и.
Быжыр-быжыр булып торған ҡытыршы; быжыртмаҡ. □ Зыбь, рябь. Һыу өҫтөнөц быжырмағы.
БЫЖЫРМАҠ II (Р: рябой; И.: pitted; T.: çopur yüzlü) с.
Ваҡ-ваҡ ҡына уйымлы. □ Рябой, щербатый. Быжырмаҡ бит. Быжырмаҡ булыу. Таҙ ҡарын быжырмаҡ була.
БЫЖЫРМАҠЛАНЫУ (быжырмаҡлан-) (Р: рябиться; И.: ripple; T.: dalgalanmak) ҡ.
Быжырмаҡҡа әйләнеү, быжырмаҡ булыу. □ Рябиться, покрываться рябью. ■ Эргәлә генә бик ҙур ҡул йәйрәп ята. Ел-фәлән булмағанлыҡтан, уныц өҫтө беленер-беленмәҫ кенә быжырмаҡланып тора. Н. Мусин.
БЫЖЫРМАҠЛАУ (быжырмаҡла-) (Р: рябить; И.: ripple; T.: dalgalanmak) ҡ.
Быжырмаҡ яһау, быжырмаҡлы итеү. □ Рябить, покрывать рябью. Һыу өҫтөн быжырмаҡлау.
БЫЖЫРТМАҠ (быжыртмағы) и. ҡар. быжырмаҡ I. һыу өҫтөндә быжыртмаҡ.
БЫЖЫУ I (быжы-) (Р: становиться вялым; И.: become faded; T.: gevşeklenmek) ҡ.
1. Йылыла оҙаҡ ятҡандан йомшап бөршәйеү. □ Становиться вялым (об овощах). Картуф быжыған. Кишер быжыған. Кыяр быжыған.
2. Таушалыу. □ Мяться. Быжып бөткән ҡалпағым.
3. диал. ҡар. бәҫәреү 1. Быжыған бесән.
БЫЖЫУ II (быжы-) (Р: пырнуть; И.: thrust; T.: bıçaklamak) ҡ. диал.
Сәнсеп ебәреү. □ Пырнуть (чем-л. острым). Бысаҡ менән быжыу.
БЫЖЫ ЭЙӘҺЕ (Р: дух рахита; И.: rickets spirit; T: raşit ruhu) и. миф.
Рахит ауырыуын тыуҙырыусы эйә. □ Дух рахита. ■ Быжы эйәһе мейестән, өтөуҙән ҡурҡып баланан сығып ҡаса икән. Башҡорт мифологияһынан.
БЫЗ, бызз (Р: бзз; И.: imitation of insects’ buzzing; T.: viz) оҡш.
Бал ҡорто, себен, серәкәй кеүек бөжәктәр осҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □Бзз (подражание жужжанию насекомых). Серәкәй бызз итеп оса.
БЫЗ-БЫЗ, быз да быз (Р: бзз-бзз; И.: buzzing; T: vız-vız) оҡш.
Ҡабат-ҡабат быз иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Бзз-бзз (усил. от быз). Бал ҡорттары быз-быз килеп оса.
БЫЗҠ-БЫЗҠ, бызҡ та бызҡ (Р: подражание пиликанью на гармони; И.: word imitating a strumming sound; T.: viz) оҡш.
Гармунды насар тартҡанда сыҡҡан көйһөҙ тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание пиликанью на гармони. Гармунды бызҡ-бызҡ килтереу.
БЫЗҠЫЛДАТЫУ (бызҡылдат-) (Р: пиликать на гармони; И.: strum; T: armonik çalmak) ҡ.
Бызҡ-бызҡ иттереү, бызҡ-бызҡ килтереү. □ Пиликать (на гармони). Гармунды бызҡылдатыу.
БЫЗҠЫЛДАУ (бызҡылда-) (Р: пиликать; И.: scrape; T.: armonik çalmak) ҡ.
Бызҡ-бызҡ итеү, бызҡ-бызҡ килеү (гармунға ҡарата). □ Пиликать (о гармони). Бызҡылдығы сығыу.
БЫЗЛАТЫУ (бызлат-) ҡ. йөкм. ҡар. бызлау. понуд. от бызлау. Серәкәйҙе бызлатыу.
БЫЗЛАУ (бызла-) (Р: жужжать; И.: buzz; T.: vızıldamak) ҡ.
Быз итеү. □ Жужжать (о насекомых). ■ Бал ҡорттары бызлап оса, сәскәләрҙең, һутын йыя. М. Сөндөклө. Асыҡ тәҙрәнән
450