Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 449 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БЫЖЫРЛАНЫУ
БЫЖЫҠ III (быжығы) (Р.: место сращения двух деревьев; И.: jointing place; T.: iki ağacın birleşen yeri) и. диал.
Ике ағастың бер-береһенә ҡушылып үҫкән ере. □ Место сращения двух деревьев. Быжыҡҡа менеп ултырҙым.
БЫЖЫҠЛАНЫУ (быжыҡ л ан-) (Р.: надоедать; И.: pester; T.: bıktırmak) ҡ. диал.
Теңкәгә тейеү. □ Надоедать. Быжыҡланып йөрөмә әле.
БЫЖЫ ҠЫУЫУ (быжы ҡыу-) (Р: магический способ избавления от духа рахита; И.: magical way to cure rickets; T: halk tedavisi) ҡ. миф.
Рахит ауырыуын ҡыуып дауалау. □ Изгонять дух рахита (магический способ лечения рахита). ■ Быжыны мейескә тығып алып, ҡурҡытып ҡыуалар. Башҡорт мифологияһынан.
БЫЖЫЛДАТЫУ (быжылдат-) (Р: дудеть в курай; И.: play the Bashkir flute; T: koray oynamak) ҡ.
Быж-быж иттереү, быж-быж килтереү (ҡурайҙы). □ Дудеть в курай. ■ Ун ике йәштә булһам да ҡурай быжылдата, ҡыҙҙар бейерлек бер нисә көй уйнай белә инем. С. Кулибай.
БЫЖЫ Л Д АУ I (быжылда-) (Р: издавать длительный монотонный звук; И.: emit a continuous singsong sound; T: monotonses çıkarmak) ҡ.
Быж-быж итеү, быж-быж килеү. □ Издавать длительный монотонный звук. Быжыл-дап йөрөү. Ҡурайҙа быжылдау.
БЫЖЫЛДАУ II (быжылда-) (Р: испугаться; И.: be frightened; T.: korkmak) ҡ. диал.
Ҡурҡыу. □ Испугаться. Минән быжылда-ныцмы?
БЫЖЫЛДАУ III (быжылда-) (Р: подняться; И.: rise; T: kabarmak) ҡ. диал.
Ҡабарыу. □ Подняться (о тесте и т. п.). Икмәк ҡамыры быжылдаған.
БЫЖЫМ (Р: трусливый; И.: coward; Т.: korkak) с. диал.
Ҡурҡаҡ. □ Трусливый. Быжым ҡыҙыҡай.
БЫЖЫ ӨТӨҮ (быжы өт-) (Р: опаливание рахита; И.: method to treat rickets; T: raşiti iyileştirme usulü) ҡ. миф.
Рахит ауырыуын өтөп дауалау. □ Опаливание рахита (магический способ лечения рахита). ■ Быжы өтәм тип, мейескә тығып алалар атламаған баланы. Башҡорт мифологияһынан.
БЫЖЫР I [боронғо төрки бужур ‘сыбар’] (Р: рябина, щербина; И.: pit; T: çopur) и.
1. Биттәге ваҡ-ваҡ ҡына уйым; шаҙра.
□ Рябина, щербина. ■ Тәрән быжырҙарын биртендереп, ҡара янып ултырған Мәхмүтов та һүҙгә ҡушылды. И. Насыри.
2. һыу өҫтөндәге ваҡ тулҡын; бөҙөр.
□ Рябь, зыбь. Ел сыҡты, һыу өҫтөндә быжыр йүгерҙе.
БЫЖЫР II (Р: рябой, щербатый; И.: pitted; T: çopur yüzlü) c.
Ваҡ-ваҡ ҡына уйымлы (биткә ҡарата).
□ Рябой, щербатый. Быжыр бит. Быжыр кеше. Быжыр булыу. ■ Быжыр бер егет Ташлы урамына һыймай, баш сайҡап, үтеп-сүтеп йөрөй. 3. Биишева. Нурғәлиевте быжыр Мәхмүтов та ҡеүәтләне. И. Насыри. Аҙаҡтан Сөнәғәт уға Ғөмәр ауылында үгәй атаһы Ғилажда ҡунаҡта булыуын, Ғилаждыц шул ауылдан Хөпөниса исемле бер быжыр ғына ҡыҙҙы кәләш итеп алып бирергә димләүен һөйләне. Ж. Кейекбаев.
БЫЖЫРЛАНЫУ (быжырлай ) (Р: по крываться рябинами, щербинами; И.: get covered with pits; T: çopur ile kapanmak) ҡ.
1. Ваҡ ҡына төрткө булып уйылып ҡалыу (биткә, тәнгә ҡарата); шаҙраланыу.
□ Покрываться рябинами, щербинами (о лице, теле). Сәсәктән һуц бите быжырланды.
2. Ваҡ-ваҡ ҡына булып тулҡынланыу, йыйырсыҡланыу (һыуға ҡарата). □ Рябеть, рябить, рябиться, покрываться рябью. Күл өҫтө быжырланды. ■ Йылғаныц көҙгө кеүек шыма өҫтө быжырланып китте. X. Мохтар. Бер нисә секунд Кинйәғолдоң сумған урынында һыу быжырланып торҙо. А. Таһиров.
449