БЫЖҒЫТЫУ
ғыртҡан шикеллерәк сығарып ебәреуе генә оҡшап етеңкерәмәне Гөлбаныуға. Н. Мусин.
БЫЖҒЫТЫУ I (быжғыт-) ҡ. диал. ҡар. быжғыртыу. ■ Әй, ҡысҡырығыҙ, әтәстәр, бөткәнсе сыҙамығыҙ, кабинеттарҙан уларҙы быжғытып сығарығыҙ. Р. Гамзатов.
БЫЖҒЫТЫУ II (быжғыт ) (Р: подстрекать; И.: incite; T.: kışkırtmak) ҡ. диал.
Ҡотортоу. □ Подстрекать. Балаларҙы уҡытыусыға ҡаршы быжғытыу.
БЫЖҠ (Р: кря; И.: quack; T.: vak) оҡш.
Өйрәк ҡысҡырғанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Кря, кря-кря (подражание кряканью). Өйрәк быжҡ итеп ҡысҡырҙы.
БЫЖҠ-БЫЖҠ (Р: кря-кря; И.: quackquack; T.: vak vak) оҡш.
Ҡабат-ҡабат быжҡ иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Кря-кря (многокр. от быжҡ). Өйрәктәр быжҡ-быжҡ килә.
БЫЖҠЫЛДАТЫУ (быжҡылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. быжҡылдау, понуд от. быжҡылдау. Өйрәкте быжҡылдатыу.
БЫЖҠЫЛДАУ (быжҡылда-) (Р: крякать; И.: quack; T.: vak vak etmek) ҡ.
Быжҡ-быжҡ итеү, быжҡ-быжҡ килеү. □ Крякать. / Кряканье. Быжҡылдығын сығыу. Өйрәк быжҡылдай. ■ Урам яҡтан быжҡылдап, балаларын эйәртеп өйрәктәр ҡайтып килә. С. Агиш.
БЫЖҠЫЛДАШЫУ (быжҡылдаш ) ҡ. урт. ҡар. быжҡылдау, взаимн. от быжҡылдау.
БЫЖҠЫЛДЫҒЫ СЫҒЫУ (быжҡыл-дығы сыҡ-) ҡ. ҡар. быжҡылдау.
ВЫЖЛАТЫУ (быжлат-) (Р: отругать; И.: give a scolding; T.: azarlamak) ҡ. диал.
Быжғыртыу. □ Отругать. Балаларҙы быжлатып эшкә ҡушыу.
БЫЖЛАУ I (быжла-) (Р: шипеть; И.: hiss; T.: hışırdamak) ҡ. диал.
1. Шыжлау. □ Шипеть (при кипении). Самауыр быжлап ултыра. ■ Самауыр быж-лап, борҡорап ҡайнап тора. Т. Хәйбуллин.
2. ҡар. бөжләү. Беҙҙән ҡурҡмаһа ла атаһынан аҙыраҡ быжлаңҡырай.
БЫЖМЫН (Р: болтливый; И.: twaddler; T.: boşboğaz) с. диал.
Лаҡылдаҡ. □ Болтливый. Быжмын ни хәбәрҙе һөйләр инде.
БЫЖМЫР с. диал.
1. ҡар. бызмыр. Быжмыр кеше эште яй эшләй.
2. ҡар. бөтмөр. Ул ни, быжмыр кеше, эшен тиҙ бөткән.
БЫЖМЫРЛАУ (быжмырла-) (Р: долго возиться; И.: dawdle, mess about; T.: ağır davranmak) ҡ.
Мыштырлау, яй ҡуҙғалыу. □ Долго возиться. Быжмырлап йөрөмә, тиҙерәк эшеңде эшлә.
БЫЖЫ (Р: рахитик; И.: rickety person; T.: raşitik) и. диал.
1. Рахит менән ауырыусы. □ Рахитик. Шул бер быжы инде.
2. миф. Рахит ауырыуы эйәһе. □ Рахит; в башкирской мифологии дух болезни. ■ Бала атламаһа, быжы өтәләр. Башҡорт мифологияһынан.
БЫЖЫ ИМЛӘҮ (быжы имлә-) (Р: заговаривать рахит; И.: magical way to treat rickets; T.: raşit tedavisi) к. миф.
Рахит ауырыуын магик дауалау. □ Заговаривать рахит (магический способ лечения рахита). ■ Быжы имләгәндә баланы икмәк көрәгенә бәйләп мейескә тығып алалар. Башҡорт мифологияһынан.
БЫЖЫҠ I (Р: вялый; И.: faded; Т.: solmuş) с.
1. Йылыла оҙаҡ ятып йомшарған, һулыған. □ Вялый (об овощах). Быжыҡ картуф. Быжыҡ кишер. Быжыҡ шалҡан.
2. кусм. Сибек. □ Слабый, хилый. Быжыҡ ҡына бала булды.
3. диал. Бәйләнсек. □ Назойливый. Эй быжыҡ та инде был Закир.
БЫЖЫҠ II (быжығы) (Р: утиный клюв; И.: duck’s beak; T.: ördek gagası) и. диал.
Өйрәк мороно. □ Утиный клюв. Өйрәктәр быжыҡтары менән һыу төбөнән нимәлер эҙләй.
448