Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 447 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БЫЖҒЫРТЫУ
2. кусм. Ут кеүек яндырыу (куҙҙе).
□ Светить, сиять (о глазах). Ул шатлыҡтан куҙҙәрен быҙлатып ебәрҙе. ■ һибәтов, куҙҙәрен быҙлатып йылмайған булып, һуҙҙе уратып-уратып башланы. Ғ. Шәрипов.
БЫҘЛАУ (быҙла-) (Р.: мерцать; И.: twinkle; T.: pırıldamak) ҡ.
1. Быҙ-быҙ итеү, быҙ-быҙ килеү. □ Мерцать. Быҙлап яныу. Алыҫтан ут быҙлап куренә. ■ Көл уртаһында быҙлап ятҡан ваҡ ҡына тиҙәк ҡуҙҙары аяҡты бешерә. Һ. Дәүләтшина. Ниңә был яҡтан ут өс тапҡыр, ә теге яҡтан бер генә тапҡыр быҙланы? С. Кулибай. Мәмерйәнең алдында быҙлап ҡына янған ут куренә. Н. Мусин.
2. кусм. Ут һымаҡ яныу (куҙгә ҡарата).
□ Излучать свет, блестеть, светиться, сиять (о глазах). Куҙҙәре быҙлап тора. ■ [Бесәйҙең] куҙҙәре ҡот осҡос, йәшелле-зәңгәрле төҫтә быҙлап тора. Яр. Вәлиев. Асия халыҡҡа ялбарыулы ҡараш менән текәлде. Уның куҙҙәре ут кеуек быҙлап янды. Н. Иҙелбай.
БЫҘЛАУЫҠ (быҙлауығы) (Р: светляк; И.: glowworm; T.: ateş böceği) и. зоол.
Төнөн быҙлап яҡтырып йөрөгән бәләкәй генә ҡуңыҙ. □ Светляк, светлячок (лат. Lampyridae). ■ Буран тулҡындары араһынан быҙлауыҡ яҡтылығындай ғына уттар емелдәгәнен Исмәғил шәйләп алды. Яр. Вәлиев.
БЫҘМЫҠ (быҙмығы) и. этн. ҡар. әүмәлә. Быҙмыҡ бешереу.
БЫҘМЫҠАЙ и. этн. ҡар. әүмәлә. Быҙ-мыҡай ашау.
БЫҘЫҒЫУ (быҙыҡ-) ҡ. диал. ҡар. бызмырлау. Был егет быҙығып ҡына эшләй. Быҙығып йөрөйһөң шунда.
БЫҘЫҠ (быҙығы) (Р: коптилка; И.: oil lamp; T.: kandil) и. диал.
һуҡыр шәм. □ Коптилка. Быҙыҡ яндырыу. Быҙыҡ яҡтыһы.
БЫҘЫЛДАУ (быҙылда-) ҡ. ҡар. быҙлау.
■ Ҡараңғыла быҙылдаған тәмәке уты янында ике кеше һаҡлыҡ менән генә һөйләштеләр. Һ. Дәүләтшина. Купселек өйҙәрҙә ут һунгән. Бибештәрҙең ҡунаҡ өйө яғында ғына шәм быҙылдай. 3. Биишева.
БЫҘЫМЛЫҠ (быҙымлығы) (Р: колотушка; И.: beetle; T.: çırpıcı) и. туҡ.
Тула йомшарта торған туҡмаҡ. □ Колотушка, деревянный молоток, валёк. Быҙымлыҡ менән тула баҫыу.
БЫҘЫМЫҠ (быҙымығы) и. этн. ҡар. әүмәлә. Быҙымыҡ бешереу.
БЫҘЫРАЙЫУ (быҙырай-, быҙырая) (Р: наливаться (о колосьях)', И.: ripen; Т: olgunlaşmak) ҡ. диал.
Тулышыу. □ Наливаться (о колосьях). Ашлыҡ уңһа быҙырайып ултыра. ■ Ул арала һөлөктәрҙең иң аҙаҡҡыһы туйып, йыуан булып, быҙырайып тәгәрәп төштө. Һ. Дәүләтшина. Хәҙер бойҙайҙың бешеп еткән, быҙырайып ҡойолорға ултырған мәле. Ғ. Дәүләтшин.
БЫЖАЛАЙ (Р.: копотливый; И.: dawdler; T: mıymıntı) с. диал.
Ығыш. □ Копотливый. Быжалай кеше.
БЫЖАН и. диал. ҡар. ҡуңыҙ. Быжандар оса.
БЫЖАНЛАУ (быжанла-) ҡ. диал. ҡар. сыпранлау. Быжанлап йөрөу.
БЫЖ-БЫЖ (Р.: подражание свисту ветра или звуку курая; И.: imitation of sound produced by wind; T.: rüzgar sesi teklidi) оҡш.
Ҡурай өргәндә йәки ҡаты ел иҫкәндә һ. б. сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание свисту ветра или звуку курая. Быж-быж итеп ҡурай өрөу. ■ Быж-быж ҡурай тартаһың, тал төбөндә ятаһың. Халыҡ йырынан.
БЫЖҒЫРТЫУ (быжғырт-) (Р: отругать; И.: berate; T: azarlamak) ҡ.
Ныҡ итеп орошоу; ҡыҙҙырыу. □ Отругать, обругать, выругать кого. Балаларҙы быжғыртыу. ■ [Яубаҫар:] Тапҡандар әкиәт һата торған урын, әйтерһең, мин бурәнәне улар өсөн өйөп ҡуйғанмындыр. Ғәйнулла, .. булмаһа, бөтәһен дә быжғыртып ҡыуып ебәрер инең. С. Агиш. Хәким балаларын быжғыртты: «Нимәштәп ултыраһығыҙ бында ҡуҡрайып? Китегеҙ бынан!..» Я. Хамматов. Тик бына [Шәһурәнең] Мөбәрәкте тышҡа быж-
447