Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 93 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАҠ
Бакен ҡарауылсыһы. □ Бакенщик. Бакенсы булып эшләу.
БАКЛАЖАН [рус. < төрк. < фарс. û^uL] (Р.: баклажан; И.: aubergine; T.: patlıcan) и. бот.
1. Көньяҡ баҡса үҫемлеге. □ Баклажан. / Баклажановый (лат. Solanum melongena). Баклажан уҫтереу.
2. Шул үҫемлектең ҡыҙыл күк ҡабыҡлы эре ҡыяр һымағыраҡ йәшелсәһе. □ Овощи этого растения наподобие крупного огурца. Баклажан турамаһы.
БАКЛАН [рус.] (Р.: баклан; И.: cormorant; T.: karabatak) и. зоол.
Ҡыҫҡа ҡанатлы, оҙон ҡойроҡло, ҡара төҫтәге диңгеҙ ҡошо; диңгеҙ ҡарғаһы. □ Баклан. / Бакланий (лат. Phalacrocorax). Баклан йомортҡаһы.
БАКТЕРИОЗ [рус. < гр. bakteria ‘таяҡса’] (Р: бактериоз; И.: bacteriosis; T.: bakteriyoz) и.
Бактериялар тыуҙырған ауырыу. □ Бактериоз. Ҡорттар бактериозы.
БАКТЕРИОЛОГ [рус.] (Р: бактериолог; И.: bacteriologist; T.: bakteriyolog) и.
Бактериология буйынса белгес. □ Бактериолог. Бактериолог һәнәре.
БАКТЕРИОЛОГИК (Р: бактериологический; И.: bacteriological; T.: bakteriyolojik) с.
Йоғошло ауырыу бактерияларын ҡулланыуға ҡоролған. □ Бактериологический. Бактериологик лаборатория. Бактериологик тәжрибәләр.
БАКТЕРИОЛОГИЯ [рус. < гр. bakteria ‘таяҡса’ + logos ‘тәғлимәт’] (Р: бактериология; И.: bacteriology; T.: bakteriyoloji) и.
Бактериялар тураһындағы фән. □ Бактериология. Бактериология фәнендәге асыштар.
БАКТЕРИОФАГ [рус. < гр. bakteria ‘таяҡса’ +phagos ‘йотоусы’] (Р: бактериофаг; И.: bacteriophagus; T.: bakteriyofaj) и.
Бактерияларҙы юҡ итеүгә һәләтле матдә.
□ Бактериофаг. Дизентерия бактериофагы. Бактериофаг ҡулланыу.
БАКТЕРИЯ [рус. < гр. bakteria ‘таяҡса’] (Р: бактерия; И.: bacterium; T.: bakteri) и.
Бер күҙәнәкле микроскопик организм; микроб. □ Бактерия. / Бактерийный. Бактерия препараттары. ■ Ҡарағай һеркәһе шешеугә, бактерияларға ҡаршы көслө йоғонто яһай алырлыҡ төрлө ферменттарға, витаминдарға, минераль тоҙҙарға бай. «Йәшлек», 24 март 2007.
БАКТЕРИЯЛАНЫУ (бактериялан-) (Р: быть бактеризованным; И.: possessing bacteria; T.: bakterilenmek) ҡ.
Бактериялы булыу (һөткә, тупраҡҡа ҡарата). □ Быть бактеризованным (например, о молоке, почве). Бактерияланған тупраҡ. Бактерияланған һөт.
БАКТЕРИЯЛАУ (бактерияла-) (Р: бактеризовать; И.: introduce bacteria; T.: bakterilemek) ҡ.
Бактериялы итеү (һөттө, тупраҡты). □ Бактеризовать (молоко, почву). Тупраҡты бактериялау. Һөттө бактериялау.
БАКУЙ [рус. покос] и. ҡар. ҡайырым.
■ Төшкө аштан һуң елкәләренә һәнәк һәм тырма кутәргән ауылдаштары кипкән бакуйҙы йыйып бесән кубәләргә киттеләр. Я. Хамматов. Йәшерәк ҡыҙҙарҙы, олораҡ йәштәге ҡатындарҙы элекке сабылған бакуйҙы йыйып, кубә һалырға ҡуйҙылар. Ғ. Ибраһимов.
БАКУС [рус. покос] и. ҡар. ҡайырым.
■ Беҙ хушбуй аңҡытҡан бакус өҫтөнә ултырҙыҡ. С. Кулибай.
БАҠ I (бағы) (Р: счастье; И.: happiness; T.: mutluluk) и. иҫк.
Бәхет. □ Счастье. • Баҙарға барып, бағыңды һына. Әйтем.
БАҠ II (бағы) и. диал. ҡар. баҡа III.
Тирмән бағы.
БАҠ III (Р: чистый; И.: sacred; Т: рак) с.
Таҙа, аҡ, изге; пак. □ Чистый, белый, священный. ■ Баҡ әйбергә ураған, бәхете булһын тимәгән. Халыҡ йырынан.
БАҠ IV (Р: ква-ква; И.: imitation of a croaking; T: vakvak) оҡш.
1. Тәлмәрйендең баҡылдауына оҡшатыу һүҙе. □ Ква-ква (подражание кваканью ля-
93