БАҠА
гушки). Тәлмәрйен баҡ тип кенә ҡалды ла һыуға сумды.
2. ҡар. бажҡ.
БАҠА I [дөйөм төрки баҡа ‘тәлмәрйен’, боронғо төрки баҡҡа ‘ҡырмыҫҡа’] (Р.: лягушка; И.: frog; T.: kurbağa) и. зоол.
1. Ырғып йөрөгән тарбаҡ аяҡлы ер-һыу йәнлеге; тәлмәрйен. □ Лягушка. / Лягушачий, лягушечий (лат. Anura). Һаҙ баҡаһы. Баҡа балаһы. Баҡа бото. Баҡа баҡылдауы. Баҡа ыуылдырығы. ■ Баҡалар май айында, яҙғы һыуҙар тартылып, көндәр йылынып, донъялар йәшәргән ваҡытта сурылдай. Р. Солтангәрәев. • Баҡа, йылан бер кулдә, икеһе лә бер телдә. Әйтем. Ат дағалағанда, баҡа ботон ҡыҫтырған. Әйтем. Аулаҡ кулгә баҡа хужа. Әйтем. Балыҡ ағынды, баҡа тоноҡто ярата. Әйтем.
2. диал. Ҡабырсаҡлы моллюск. □ Моллюск с раковиной. Кулдә баҡалар куп.
3. миф. Башҡорттарҙың ышаныуҙары буйынса, йылан кеүек мифик зат. □ Жаба, лягушка; мифологизированное хтоническое животное, родственное змее и другим гадам. ■ Баҡа — ырымлы мәхлук. Баҡаға тейергә ярамай. Экспедиция материалдарынан.
БАҠА II и. диал. ҡар. айыссыҡ. Йугән баҡаһы.
БАҠА III (Р: верхняя крестовина мельничной оси; И.: mill axis crosspiece; T.: değirmen eksenin başı) и. диал.
Тирмән үҙәгенең башы. □ Верхняя крестовина мельничной оси, на которой вращается жернов. Тирмән баҡаһы.
БАҠА IV (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) u. этн.
Сәңкем-ҡыпсаҡ ырыуы аймағы. □ Бака (название родового подразделения башкир рода сэнкем-кыпчак).
♦ Баҡа тамаҡ туймаҫ тамаҡ. □ Обжора. Баҡа тамаҡ та инде был малай. Баҡа һыуы ҡолаҡҡа ингән һыу. □ Вода, попавшая в ухо. Баҡа һыуы ҡолағымда тик тора, сыҡмай. Баҡа һыуын сығарыу һыу төшкәндә ҡолаҡ
ҡа ингән һыуҙы һикереп сығарыу. □ Извлечение подпрыгиванием из уха воды, попавшей во время купания. Баҡа һыуын сығарам тип, ҡыҙҙар бер аяғында һикерешә.
БАҠА АРҠАНЛАУ (баҡа арҡанла-) (Р: связывание жабы; И.: sort of Bashkir ethnographic rite; T: bir halk inancı) ҡ. миф.
Ямғыр яуыуын теләп, баҡаны бәйләү.
□ Связывание жабы (обряд вызывания дождя ). ■ Баҡаны тотоп бәйләһәң, ямғыр яуа. Башҡорт мифологияһынан.
Б АҠ АБАЛА и. диал. ҡар. сүмесбаш.
Йылға ситендә баҡабалалар куп.
БАҠАБАШ (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ырыуы аймағы. □ Бакабаш (название родового подразделения башкир рода усерган). Бакабаш аймағы.
БАҠА БАШЛЫ (Р: с округлой головкой; И.: having a round toe; T: değirmi başlı) c.
Түңәрәк башлы. □ С округлой головкой.
Баҡа башлы итек. Баҡа башлы калуш.
БАҠАБУҠ (баҡабуғы) и. диал. ҡар. лай. Йылға төбө баҡабуҡ.
БАҠА ЕБӘГЕ I и. диал.
1. ҡар. ылымыҡ. Йылғаның төбөн баҡа ебәге баҫҡан.
2. ҡар. ләм. Баҡа ебәге баҫты.
3. ҡар. лай. Йомшаҡ ҡына баҡа ебәгенә баҫтым.
БАҠА ЕБӘГЕ II и. бот. диал. ҡар. юл япрағы.
БАҠА ЕБӘГЕ III (Р: ряска трёхдольная;
И.: star duckweed; T: su mercimeği) и. бот.
Өс өлөштән торған тәлмәрйен тәңкәһе.
□ Ряска трёхдольная (лат. Lemna trisulcd).
БАҠАЙ I (P: речной проток; И.: channel;
T: nehir kolu) и.
Йылғаның бәләкәй тармағы. □ Речной проток, речная протока. Йылға баҡайында һине көтөп торам.
БАҠАЙ II (Р: бабка; И.: pastern mandrel; T: aşık) и. диал.
Йәкәл, бәкәлсәй. □ Бабка. Баҡай һөйәге.
94