дивизия
2. диңг. Бер төрлө кластағы бер нисә хәрби караптарҙан торған берләшмә. □ Дивизион. Эсминецтар дивизионы.
3. спорт. Бер илдең бер төрлө кластағы мастерҙарҙан торған һәм үҙ-ара регуляр чемпионаттар үткәргән командалар берләшмәһе. □ Дивизион. Смайттың дивизионы. Адамстың дивизионы.
ДИВИЗИЯ [рус. < фр. < лат. divisio ‘бүлеү’] (Р.: дивизия; И.: division; T.: tümen) и.
Бер нисә берәмектән (полк йәки бригаданан) торған ҙур ғәскәри төркөм. □ Дивизия. 112-се атлы дивизия. ■ Әнуәр ағайҙы 112-се атлы дивизияның Ветерандар советы рәйесе итеп һайлағандар икән. 3. Ураҡсин. [Прокопий Прокопьевич] ҡулында «...ce атлы артиллерия дивизияһына ветфельдшер итеп ебәрелә» тигән яҙыу. М. Кәрим. Сибай педучилищеһының директоры Шайморатов дивизияһында эскадрон командиры булған Бәҙри Мәмбәтҡолов ине. М. Ямалетдинов.
ДИДАКТИЗМ [рус. < гр. didaktikos ‘һабаҡ булырлыҡ’] (Р.: дидактизм; И.: didacticism; T.: didaktik) и.
Өгөт-нәсихәткә ҡоролған тәрбиә алымы.
□ Дидактизм. Дидактизм аша тәрбиәләу.
ДИДАКТИК I (дидактигы) [рус.] (Р: дидактик; И.: specialist in didactics; T.: didaktik) и.
Дидактика (1) белгесе, уҡытыусыһы.
□ Дидактик. Рәсәй дидактиктары.
ДИДАКТИК II (Р: дидактический; И.: didactic; T.: didaktik) с.
1. Дидактикаға нигеҙләнгән, дидактикаға мөнәсәбәтле. □ Дидактический. Химиянан дидактик материалдар.
2. Өгөт-нәсихәтле. □ Дидактический Дидактик әҫәр. Дидактик маҡсат.
ДИДАКТИКА [рус. < гр. didaktikos ‘фәһемле’] (Р: дидактика; И.: didactics; Т.: didaktik) и.
1. Уҡытыу эшенең йөкмәткеһе, формаһы һәм ысулы нигеҙләп бирелгән педагогика бүлеге. □ Дидактика. Дидактиканы ойрәнеу. Дидактика булеге.
2. Өгөт-нәсихәткә, вәғәзләүгә әүәҫлек.
□ Дидактика. Дидактика уҡыу.
ДИДАР [фарс. j'a^] и. иҫк. кит. ҡар. сырай. Дидары нурлы.
ДИДАР БУЛЫУ (дидар бул-) ҡ. ҡар. осрашыу.
ДИДАР ИТЕҮ (дидар ит-) ҡ. ҡар. осраштырыу.
ДИДЖЕЙ [рус. < ингл. DJ-disc jockey ‘диск-жокей’] (Р: диджей; И.: dj; T.: diskjokey) и.
Музыкаль программаларҙы алып барыусы. □ Диджей. Диджей композицияһы.
ДИЕЗ Iрус. < фр. diese] (Р: диез; И.: sharp; T.: diyez) и. муз.
Музыкаль тауыштың ярты тонға күтәрелеүен белдереүсе нота тамғаһы. □ Диез. / Диезный. Диез ҡуйыу. Фа-диез мажор гаммаһы.
ДИЕТА [рус. < гр. diaita ‘йәшәү рәүеше, туҡланыу режимы’] (Р: диета; И.: diet; ration; T.: diyet) и.
Туҡланыу режимы, төрө. □ Диета. Диета тотоу.
ДИЕТЕТИКА [рус. < гр. diaita ‘йәшәү рәүеше’] и. иҫк. ҡар. диетология. Диететикаға нигеҙләнеу.
ДИЕТИК (Р: диетический; И.: dietary; T: diyet) с.
Диета талаптарына яраҡлы, диетаға тура килгән. □ Диетический. Диетик меню. Диетик оҫтәл.
ДИЕТОЛОГ [рус. < гр. diaita ‘йәшәү рәүеше’ + logos ‘тәғлимәт, белем’| (Р: диетолог; И.: dietologist; T: besleme uzmanı, diyetisyen) и.
Дөрөҫ туҡланыу белгесе, врач. □ Диетолог. Диетологка морәжәғәт итеу. ■ Бөтә донъя диетолог-ғалимдары, оҙаҡ тикшеренеуҙәрҙән һуц, кеше организмы осон иң зарарлы биш аҙыҡты билдәләгән. «Башҡортостан уҡытыусыһы», №7, 2011. Диетологтар тәҡдим иткән ашамлыҡтар араһында беренсе урынды бәпембә биләй. «Башҡортостан ҡыҙы», № 5, 2010.
ДИЕТОЛОГИЯ [рус. < гр. diaita ‘йәшәү рәүеше’ + logos ‘тәғлимәт, белем’] (Р: дие-
384