Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 385 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДИКТАТУРА
тология; И.: dietetics, dietology; T.: besleme bilimi) и.
Дөрөҫ туҡланыу тураһындағы фән.
□ Диетология. Диетология белгесе. Диетология фәне. Рәсәй диетологияһына М. И. Певзнер нигеҙ һала.
ДИЗАЙН [рус. < ингл. design ‘проект, һыҙма’] (Р.: дизайн; И.: design; T.: dizayn) и.
1. Сәнәғәттә сығарылған нәмәләрҙең художестволы проектланыуы; художестволы, матурлыҡ яғынан конструкцияланыуы, биҙәлеүе. □ Дизайн. Автомобиль дизайны.
2. Предмет һәм интерьерҙы дөрөҫ, сәнғәтле, зауыҡ менән төҙөү, урынлаштырыу. □ Дизайн. ■ «Йорттон, һәр үлсәмен иҫәпләп, эске дизайнды үҙем ҡорҙом», — ти Гөлшат апай. Г. Ҡотоева.
3. Тирә-яҡтың эстетик йөҙөн проектлау.
□ Дизайн. ■ Уңайлы ҡуналҡа — дизайн, комфорт! Ағас ботаҡтары араһында ҡош оялары бигерәк күп. Картотека фондынан.
ДИЗАЙНЕР [рус. < ингл. disigner < design ‘проектлау’] (Р.: дизайнер; И.: designer; T: dizayncı) и.
Дизайн буйынса белгес; рәссам-конс-труктор. □ Дизайнер. Дизайнер булып эшләү. Дизайнер ижады. Дизайнер бурысы.
ДИЗЕЛЬ [рус. < нем. Diesel ‘немец инженеры Р. Дизель фамилияһынан’] (Р: дизель; И.: diesel engine; T.: dizel motoru) и.
Шыйыҡ яғыулыҡ менән эшләгән эске яғыулыҡлы двигатель. □ Дизель. Дизель двигателе.
ДИЗЕНТЕРИЯ [рус. < гр. dis алъялғау + enteron ‘эсәк’] и. мед. ҡар. эс китеү. Дизентерия менән яфаланыу.
ДИКОБРАЗ [рус. дикий образ] и. зоол. ҡар. йәйрә. Һиндостан дикобразы. Америка дикобраздары. Ябай дикобраз.
ДИКТАНТ [рус. < лат. dicere ‘әйтеү’] (Р: диктант; И.: dictation; T: dikte) и.
Дөрөҫ яҙырға өйрәтеү күнекмәһе өсөн әйттереп яҙҙырыла торған яҙма эш. □ Диктант. Диктантҡа әҙерләнеү. Диктант тексы. ■ [Петя] бәләкәйҙән ялҡау ине. Диктант яҙҙырһаң, башын баҫып ҡына ултырған
була. Дәфтәрен алып тикшерһәң, диктант юҡ. Баҡһаң, ул дәфтәр өҫтөнән ҡулын ғына йөрөтә икән. Р. Камал. Каллиграфик матур яҙыуға ныҡ күндерҙеләр. Көн аша, диктант, инша яҙҙырҙылар. М. Өмөтбаев.
ДИКТАТОР [рус. < лат. dicto ‘бойороу’] (Р: диктатор; И.: dictator; T.: diktatör) и.
1. Сикләнмәгән власть менән файҙаланып, дәүләт менән идара итеүсе хаким.
□ Диктатор. / Диктаторский. Диктатор власы. Диктатор хөкөмө.
2. күсм. Башҡаларға ҡарата үҙен власлы, ҡаты тотҡан шәхес. □ Диктатор. ■ Вафин — диктатор, Вафин — кешенең ихтыярын һындырыусы, күңелен китергә генә тора. Р. Камал.
3. тар. Боронғо Римда: сенат тарафынан тәғәйенләнгән вазифалы кеше. □ Диктатор. Рим диктаторы. Тәғәйенләнгән диктатор.
ДИКТАТОРЛЫҠ (диктаторлығы) и.
1. ҡар. хакимлыҡ. V [Италияла һәм Германияла] диктаторлыҡ власы, демократия институттарын бөтөрөү менән бер рәттән, енәйәтселекте лә баҫыуға өлгәшкән. «Йәшлек», 13 май 2008.
2. Диктатор (2) тотошо, ҡылыҡтары.
□ Диктаторство. / Диктаторский. Диктаторлыҡ ысулы.
ДИКТАТОРЛЫҠ ИТЕҮ (диктаторлыҡ ит-) (Р: диктаторствовать; И.: act as a dictator; T.: diktatörlük) ҡ.
1. Сикләнмәгән власть менән файҙаланып дәүләт менән идара итеү. □ Диктаторствовать. // Диктатура. Диктаторлыҡ итеү осоро.
2. күсм. Үҙеңде диктатор итеп тотоу, ҡыланыу. □ Диктаторствовать. // Диктатура. Диктаторлыҡ итеү ваҡытында.
ДИКТАТУРА [рус. < лат. dictatura ‘сикләнмәгән власть’] (Р: диктатура; И.: dictatorship; T.: diktatörlük) и.
Бер нәмә менән дә сикләнмәгән дәүләт власы, идара итеү системаһы. □ Диктатура. Боронғо Римдағы диктатура. Фашистар диктатураһы.
13- 1.0116.12
385