Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 386 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДИКТОР
ДИКТОР [рус. < лат. dictor ‘һөйләүсе’] (Р.: диктор; И.: announcer; T.: spiker) и.
Радио һәм телевидение тапшырыуҙарының тексын уҡыусы хеҙмәткәр. □ Диктор. ■ Шунда мине [Насиров Әнуәр Хатип улын] радиоузелда диктор итеп тә ҡуйҙылар, айына өс һум аҡса ла ала башланым, бер юлы радио менән эшләргә, уны ҡороп, һутергә лә өйрәнеп алдым. 3. Ураҡсин.
ДИКТОРЛЫҠ (дикторлығы) (Р.: дик-торство; И.: announcer’s trade; T.: spikerlik) и.
Диктор эше, вазифаһы. □ Дикторство. Дикторлыҡ һәләте. Дикторлыҡ конкурсы. ■ Һәр эшкә профессиональ әҙерлек талап ителгән, һәр эштең дә уҙ нескәлектәре булған кеуек, дикторлыҡ һәнәренә лә махсус әҙерлек кәрәк, уның да бихисап уҙ сере бар. Л. Якшыбаева.
ДИКТОФОН [рус. <лат. dictare ‘әйтеп (уҡып) яҙҙырыу’ + гр. рһдпё ‘тауыш, өн’] (Р: диктофон; И.: dictaphone, dictating machine; T.: diktafon) и.
Тауыш, телмәр яҙҙырыу ҡорамалы. □ Диктофон. Диктофонға яҙҙырыу. Дикто-фондан кусереу. Диктофон ҡулланыу.
ДИКЦИЯ [рус. < лат. dicere ‘һөйләү’] (Р: дикция; И.: diction; T: diksiyon) и.
Телмәрҙә һүҙҙәрҙең, өндәрҙең дөрөҫ әйтелеше. □ Дикция. Яҡшы дикция. Дикцияһы көслө.
ДИҠҠӘТ [ғәр. ^] (Р: внимание; И.: attention; T: dikkat) и.
Нимәгәлер ныҡ йүнәлтелгән күңел, уй; иғтибар. □ Внимание. ■ Арғынбаев иһә диҡҡәт менән, йөҙөнә ҡәнәғәтлек билдәләре сығарып, тыңлай ине. Д. Бүләков. Насирҙың аты тураһындағы хәбәрен Сәхипьямал әбей ҙур диҡҡәт менән, бер һуҙен дә булдермәй генә тыцлап бөттө. 3. Ураҡсин. Ул [Ғимай] өйгә инеу менән бер аҙ ҡаушап ҡалып, диҡҡәтте икенсегә бороу маҡсаты менән, өҫтәл өҫтөндә ятҡан пакетҡа курһәтте. И. Насыри.
ДИҠҠӘТ ИТЕҮ (диҡҡәт ит ) (Р: обратить внимание; И.: pay attention (to); T: dikkat etmek) ҡ.
Күңелде, уйҙы йүнәлтеү; иғтибар биреү.
□ Обратить внимание. ■ Әҙерлек класының тәуге йылында русса һөйләшеугә, уҡый-яҙа белеугә ныҡ диҡҡәт бирҙеләр. М. Өмөтбаев.
ДИҠҠӘТЛЕ (Р: внимательный; И.: attentive; T: dikkatli) с.
Һәр нәмәгә күңел төбәп, иғтибар итеүсән; иғтибарлы. □ Внимательный. ■ [Насир] диҡҡәтле тубәнселек менән баш эйеп куреште. 3. Ураҡсин. Садиҡ әфәнде, әҙип вә зәки, хәтирәле вә диҡҡәтле, фекерендә мөстаҡил вә мәтанатлы булһа ла, .. риза булмаған һуҙҙәрен рәд ҡылып шөғөлләнмәй. Р. Фәхретдинов.
ДИҠҠӘТЛЕ БУЛЫУ (диҡҡәтле бул ) (Р: быть внимательным; И.: be attentive; T.: dikkatli olmak) ҡ.
Иғтибар итеү, диҡҡәтлелек күрһәтеү.
□ Быть внимательным. Диҡҡәтле булыу дәрәжәһе.
ДИҠҠӘТЛЕЛЕК (диҡҡәтлелеге) (Р: внимательность; И.: attentiveness; T.: dikkatlilik) и.
Һәр нәмәгә күңел төбәү, иғтибар итеү; иғтибарлылыҡ. □ Внимательность. ■ Драматургтың тыныш билдәләрен аңлау өсөн ҙур диҡҡәтлелек кәрәк. С. Поварисов.
ДИҠҠӘТЛӘП (Р: внимательно; И.: carefully; attentively; T.: dikkatle) р.
Күңел һалып, иғтибарлап, ҙур иғтибар менән. □ Внимательно, с вниманием. Диҡҡәтләп ҡарау. ■ Юлда уның барған йунәле-шенә арҡыры, еҫе беленер-беленмәҫ эҙ осраны. Бик диҡҡәтләп еҫкәне был юлды Тупыс. С. Ильясов. Абыз диҡҡәтләп уҡый: «...Сократ Юнан вәләйәтенән килде». Ғ. Хөсәйенов.
ДИҠҠӘТҺЕҘ (Р: невнимательный; И.: inattentive; T.: dikkatsiz) с.
Иғтибарһыҙ. □ Невнимательный. Диҡҡәтһеҙ кеше.
ДИЛ [фарс. cb] и. иҫк. кит. ҡар. йөрәк 1.
ДИЛАҒАЙҒА р. диал. ҡар. зилалайға. Дилағайға йөрөу.
ДИЛАРА [фарс. 0^] (Р.: возлюбленная; И.: sweetheart; T.: sevgili) с. иҫк. кит.
386