ДИЛЕТАНТ
Күңелде биҙәүсе, күңелде рәхәтләндереүсе, хушландырыусы, тынысландырыусы.
□ Возлюбленная. Ире өсөн ул дилара.
ДИЛБЕГӘ [дөйөм төрки] (Р.: вожжа; И.: reins; T.: dizginler) и.
1. Егелгән аттың башын тотоу, идара итеү өсөн йүгәнгә ике яҡлап беркетелгән оҙон бау. □ Вожжа; вожжи. Ишелгән дилбегә.
■ Ат һыу өҫтөндә дилбегәһен һөйрәтеп, урай биреберәк йөҙөп әйләнде лә, .. ҡапыл-ҡапыл һикереп, ярға сыҡты, һелкенде. Ф. Иҫәнғолов. Торомтай дилбегәне уҙе тота, Төлкөсура иһә юл эргәһендәге .. шылтырап ағып ятҡан йылғаға ҡарап бара. Н. Мусин.
2. миф. Ен-шайтанды ҡыуыу көсөнә эйә предмет. □ Вожжи. ■ Урманда, ҡырҙа йоҡлағанда дилбегә уратып һалһаң, йылан килмәй, тиҙәр. Башҡорт мифологияһынан.
♦ Дилбегә буйы ниҙеңдер бик оҙон булыуын күрһәтергә теләгәндә әйтелә. □ Очень длинный. ■ Дилбегә буйы мандатта һәр ерҙә ярҙам курһәтергә һорама тигән юлдар булһа ла, артыҡ әһәмиәт биреп торолмай ине. Ғ. Хәйри. Дилбегәне бушатыу эштә, тормошта йомшарыу, көсөргәнеште кәметеү.
□ Дать слабину; расслабиться. ■ «Ҡара инде һин, улым, дилбегәне бушатма, унынсы-ны бөткәс, институтҡа ебәрермен», — тип киҫәтә [атайым]. Н. Мусин. Дилбегәне ҡулға алыу етәкселекте, идараны үҙ әҫтәңә алыу. □ Взять в руки (бразды правления).
■ Гәрәй егерме-егерме ике йәштәрендә саҡта уҡ хужалыҡта дилбегәне уҙ ҡулына алып, атаһының ҡыйрап барған донъяһын тау уренә табан тәгәрәтеп ебәрә алған кеше. Б. Бикбай. Дилбегәне ҡулдан ыскындырыу идара итеүҙе юғалтыу, етәкселекте йомшартыу. □ Выпустить из рук бразды правления.
■ Төн йоҡолары ҡасҡан сәғәттәрҙә Аллаяр бына нәмәгә өҙгөләнә. Донъя дилбегәһе ҡулдан ысҡынырға самалай. Ф. Иҫәнғолов. Дилбегәне ҡыҫҡа тотоу {йәки ҡыҫҡартыу) эш-ҡылыҡты сикләү, тәртипте ҡаты ҡуйыу.
□ Навести (строгий) порядок. ■ Хәҙер ни, уҙеңә мәғлум, бер ҡайҙа ла сыҡҡан юҡ бит, дилбегәне ҡыҫҡарттылар. Б. Бикбай.
ДИЛБЕГӘН и. бот. диал. ҡар. тилебәрән. Дилбегән купләп уҫә. Дилбегән орлоғо.
ДИЛБОРЛОҠ (дилборлоғо) и. бот. диал. ҡар. тилебәрән. Дилборлоҡ ағыуы. Дилборлоҡ утау.
ДИЛБӘР [фарс. ^] (Р.: возлюбленная; И.: beloved; T.: dilber) и. иҫк. кит.
Бөйөклө, һөйҙөрөүсе, күңелде үҙенә тартыусы, күңелде биләүсе. □ Возлюбленная, привлекательная. Дилбәр ҡыҙҙар. ■ Бер ҡалала гузәл мәхбуб дилбәр курҙем. М. Өмөтбаев.
ДИЛДАЛАЙ (Р.: легкомысленный; И.: light-minded; T.: düşüncesiz) с. диал.
Еңел аҡыллы, елғыуар. □ Легкомысленный, ветреный. Дилдалай йәштәр.
ДИЛЕММА [рус. < гр. di(s) ‘ике мәртәбә’ + lemma ‘фекер’] (Р: дилемма; И.: dilemma; T.: ikilem) и.
1. лог. Ҡайһылыр береһен һайларға кәрәк булған ҡапма-ҡаршы ике фекер. □ Дилемма. Философик дилемма. Дилемма ҡуйыу. Дилемманы хәл итеу.
2. Икеһенең береһен һайлау ауыр булған ҡапма-ҡаршы хәл. □ Дилемма. Дилеммаға юлығыу. ■ Йософ ҡиссаһында был ]«йә-йәки», «икенең-бере»] дилеммаһы «әхлаҡи һайлам» (моральный выбор) юҫығына кусе-релә. Н. Зарипов.
ДИЛЕР [рус. < ингл. dealer ‘һатыусы, агент’] (Р: дилер, И.: dealer; T.: üstenci) и.
Валюта, ҡиммәтле ҡағыҙҙар, металдар һ. б. ҡайһы бер тауарҙар алып һата торған физик йә юридик шәхес. □ Дилер. Официаль дилерҙар. АвтоВАЗ-дың дилеры. Беҙҙең ди-лерҙар.
ДИЛЕТАНТ [рус. < ит. dilettante ‘әүрәтеү, йыуатыу’] (Р: дилетант; И.: dilettante; layman T.: amatör) и. кит.
Махсус әҙерлеге, етерлек белеме булмаған көйө фән йәки сәнғәт менән шөғөлләнгән кеше. □ Дилетант. Профессионалдар һәм дилетанттар. Дилетант булыу. Ҡатмарлы һәм яуаплы эшкә дилетанттар тугел, ә ҙур эш тәжрибәһенә эйә булған белгестәр тотонорға тейеш.
13*
387