ДИЛЕТАНТЛЫҠ
ДИЛЕТАНТЛЫҠ (дилетантлығы) (Р.: дилетантство; И.: dilettantism; T.: diletantizm) и. кит.
Фән, сәнғәт һ. б. менән махсус белеме, әҙерлеге булмаған көйө шөғөлләнеү эше. □ Дилетантство. Дилетантлыҡ күрһәтеү.
■ Бер аҙ тарихи әҫәрҙәр уҡыған бәғзе берәүҙәр үҙен профессиональ тарихсы итеп хис итә башлай. Шуның арҡаһында тарих фәнендә, тарихи әҙәбиәттә дилетантлыҡ өҫтөнлөк ала. «Йәшлек», 27 ноябрь 2010.
ДИЛОГИК (Р.: дилогический; И.: di-logical; Т.: dilogy) с.
Дилогияға бәйле. □ Дилогический. Минималь дилогик берәмек.
ДИЛОГИЯ [рус. < гр. dilogeo ‘ике тапҡыр әйтәм, ҡабатлайым’] (Р: дилогия; И.: two related books; Т.: dilogy) и. әҙ.
Бер авторҙың бер төрлө фекер, сюжет оҡшашлығы менән бәйләнгән ике романы йәки ике драматик әҫәре. □ Дилогия.
■ «Мәңгелек урман» дилогияһы үҙенең киң эпик ҡоласы, тормоштоң ҡатмарлы ысынбарлығына тәрән үтеп инеүе менән айырыуса бер урын тота. Ә. Вәхитов. Азат Абдуллин драматургияһында «Ун өсөнсө председатель», «Һағыш йылғаһы» драматик дилогияһы айырым урын алып тора. «Башҡортостан уҡытыусыһы», № 6, 2011.
ДИЛӘНКӘ [рус. делянка} (Р: делянка; И.: allotment; T.: arsa) и.
Ниндәйҙер маҡсат менән бүленеп алынған урман йәки башҡа ер. □ Делянка. Ағасы киҫелгән диләнкә. ■ Ағасы киҫелгән ҡайһы бер диләнкәләр етемһерәп, хатта йүнле-башлы үлән дә үҫмәҫ ер булып, ҡаҡ яланға әүерелеп ҡалған. Н. Мусин. [Ниғәмәтйән ҡарттың күршеһе] аҡсалата ярҙам, урмандың бына тигән еренән диләнкәләр алды. И. Насыри.
ДИМ I [Волга буйы ҡыпсаҡ телдәренән] (Р: уговор; И.: persuasion; T: öğüt) и.
Кешене нимәгәлер күндереү өсөн һөйләгән һүҙ; өгөт. □ Уговор, уговаривание, увещевание. Димгә бирелеү. ■ [Ат та] беҙҙе тыңлап торғандыр ҙа, был малайға башҡаларҙың дименә йөрөмәҫкә һабаҡ бул
һын, тип тояғын саҡ ҡына тейҙереп алғандыр. М. Ямалетдинов. • Яусы булмаһаң, дим һөйләмә. Әйтем.
ДИМ II и. диал.
1. ҡар. шыя 2.
2. ҡар. ем 1. Балдың диме юҡ икән.
ДИМАҒ [ғәр. £^] (Р: мозг; И.: brain; Т.: beyin) и. иҫк. кит.
Мейе. □ Мозг. Димағ уйҙар менән тулы.
ДИМГЕЛ [боронғо төрки тәм ‘тап, билдә, миң’] с. диал. ҡар. тимгел. ■ Киске монар, ҡар томаны эсенә елеп кереп юғалған пар аттың артында Асатайҙың толобо ғына бер аҙ ҡара димгел булып барҙы ла тиҙ үк ул да күҙҙән юғалды, һ. Дәүләтшина.
ДИМЛӘТЕҮ (димләт-) ҡ. йөкм. ҡар. димләү 1. понуд. от димләү 1. Ҡалаға китергә димләттеләр.
ДИМЛӘҮ (димлә-) (Р: уговаривать; И.: persuade; talk smb into smth; T.: razı etmek) ҡ.
1. Кешене нимәгәлер күндерергә тырышыу; өндәү, саҡырыу; өгөтләү; ҡыҫтау. □ Уговаривать, увещевать, увещать. Уҡырға димләү. ■ Егеттәр Талханы уның һайын ҡотортоп, көрәшергә димләнеләр. Ж. Кейекбаев. Фазыл .. әле яңыраҡ асылған лавкала һатыусы булырға күпме димләмәһен, Шәрғиә яҡын да килмәне. Ә. Хәкимов. Бына бер ваҡыт ул [батыр] баярҙы Уртаташҡа барырға димләй башлаған, ти. 3. Биишева.
2. Кемделер кейәү йәки кәләш итеп өгөтләү. □ Сватать. Кыҙ димләү. ■ Аҡйондоҙҙоң апаһы Мәғүбәне (исеме шулай тоноғораҡ булып сыҡты) [Вәлетдингә] ныҡ ҡына димләп ҡаранылар. М. Кәрим. • Кыҙ димләүе — бер алтын. Әйтем.
3. диал. ҡар. емләү 3.
ДИМЛӘШЕҮ (димләш-) ҡ. урт. ҡар. димләү, взаимн. от димләү. ■ Беҙ .. бер-беребеҙҙе димләшеп, әпәүләшеп тора торған кешеләр түгелбеҙ. Һ. Дәүләтшина.
ДИММӘ [ғәр. <^] (Р: усмотрение; И.: discretion; T.: takdir) и. иҫк.
Ҡарамаҡ. □ Усмотрение. Һинең диммәңдә булыу.
388