ДИНАМИКА
ДИМНӘҮ (димнә-) ҡ. диал. ҡар. емләү
3. Балды шәкәр менән димнәу.
ДИМСЕ (Р.: сват; И.: matchmaker; Т.: görücü) и.
1. Кейәүгә сығырға, кәләш алырға, өйләнешергә димләүсе. □ Сват, сваха; сводник, сводница. Димсе булыу. ■ [Саяф:] Димсе кәрәк. Мәҙинә ихтирам иткән кеше булырға тейеш ул. Т. Ғарипова. Аяғым төшмәҫ ергә башым төштө, димселәрҙең теле ҡороһон. Сеңләүҙән. • Димсе диңгеҙ кистерә. Мәҡәл.
2. Кемделер теге йәки был эште башҡарыуға өгөтләүсе. □ Подстрекатель. ■ [Ҡотлоғужа:] Минең аңлауымса, һин, Мирсай әфәнде, — димсе, кемгәлер урман һатыулашып алып бирергә килгән кеше. Н. Мусин. [Котөр — Ынйыбикәгә:] Тирә-яғыма дуҫ-иш туплаусы димсе була икән тигәйнем мин һине. Һин улай булып сыҡманың! М. Буранғолов. Боғара уға [Юлышҡа], димселәр аша, ырыуҙаштары талап алған малды ҡайтарырға вәғәҙә бирҙе. Ә. Хәкимов.
Д ИМСЕ Л ЕК (димселеге) (Р.: сводничество; И.: procuration, pandering; T.: görücülük) и.
Димсе булыу; димсе һәнәре. □ Сводничество. Димселек менән шөғөлләнеу. • Илселек — димселек. Әйтем.
ДИМСЕЛӘҮ (димселә-) ҡ. ҡар. димләү 2. Ҡыҙҙарҙы димселәу.
ДИН [ғәр. ûp] (Р: религия; И.: faith, belief; T.: din) и.
1. Тәбиғәт, ижтимағи тормош, кешелек донъяһының Алла тарафынан барлыҡҡа килтерелеүен, идара итеүен таныу, ышаныу □ Религия, вера. Дине көслө. ■ Мәшһур Сыңғыҙ хан да, .. урыҫ батшаһы ла уҙ батшалығына саҡырғанда, ерегеҙ, динегеҙ, идарағыҙ уҙегеҙсә булыр, тип вәғәҙә иткән. М. Хужин.
2. Шуға нигеҙләнгән ғилем һәм ғәмәлдәр системаһы. □ Религия. Мосолман дине. И Өйрәтһен шәкерттәргә әууэл иман, мулла булһын дин өсөн йәнен ҡыйған. М. Аҡмулла. Хаҡ мосолман, ләкин Аллаға ышанған
тәҡдирҙә лә фанатизмды инҡар итә, дин менән фәнде яраштырырға тырыша. Ә. Хәкимов. Дәуләт эшен беҙҙең мосолман дине лә ситкә ҡуймай. 3. Ураҡсин. Боронғо дин әһелдәренән, аҡыл эйәләренән килгән инаныу бар: ҡайҙа боҙоҡлоҡ, аҙғынлыҡ — шунда экологик катастрофа. Л. Яҡшыбаева. Диндәр — төрлө, әммә Илаһи көс, Йыһан аҡылы — берәу генә. Р. Бикбай.
ДИНАМИЗМ [рус. < гр. dynamis ‘көс, ҡеүәт’] (Р.: динамизм; И.: dynamism; Т.: dinamizm; hareketlilik) и. кит.
Эш, хәрәкәткә этәргән ҙур көс, дәрт. □ Динамизм. ■ Әҙәбиәттәге динамизм. Динамизмдың кәмеуе.
ДИНАМИК I (динамигы) [рус. < гр. dynamis ‘көс, ҡеүәт’] (Р.: динамик; И.: loudspeaker; T: hoparlö) и.
1. Көслө электрик репродуктор. □ Динамик. Көслө динамик. ■ Шунда уҡ динамикта хәрбиҙәрсә яуап яңғыраны: «Тыңлайбыҙ, «Ыласын», беҙ — «Ҡарлуғас»! Д Бүләков.
2. һөйл. Өй радиоалғысы. □ Динамик. Динамиктан куңелле көй яңғыраны.
ДИНАМИК II (Р: динамический; И.: dynamic; T.: dinamik) с.
1. Динамикаға мөнәсәбәтле, көс, хәрәкәт менән бәйле. □ Динамический. Цифрлы фотоаппараттарҙың динамик диапазоны. Динамик модель.
2. кусм. Эске көскә, хәрәкәткә бай; хәрәкәтсән. □ Динамичный. Динамик әҫәр.
ДИНАМИКА [рус. < гр. dynamis ‘көс, ҡеүәт’] (Р: динамика; И.: dynamics; T.: devim-bilim) и.
1. Механиканың көс тәьҫирендә барлыҡҡа килгән хәрәкәт закондарын өйрәнә торған бүлеге. □ Динамика. Классик динамика. Динамиканың төп булеге — кинетика.
2. Ниҙеңдер хәрәкәте, алмашынып тороуы, үҙгәреше, үҫеше. □ Динамика. Эш динамикаһы, һыу режимының динамикаһы. [Әхиәр Хәкимов әҫәрҙәренең] хикәйә тығыҙлығы, йылдам фекер динамикаһы шатландыра. Р. Байымов. Композицияның йыйнаҡлығына зыян килтерә торған ваҡиғалар
389