Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 390 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДИНАМИТ
.. әҫәрҙәге сюжет үҫешенең динамикаһына ҡамасаулыҡ итә, йөкмәткенең һүлпәнлегенә алып килә. К. Әхмәтйәнов. [«Башҡорт туйы» пьесаһында]Юлдыбай характеры хәҙер һиҙелерлек динамикала һүрәтләнә. И. Бүләков.
ДИНАМИТ [рус. < гр. dynamis ‘көс, ҡеүәт’] (Р.: динамит; И.: dynamite; Т.: dinamit) и.
Тау-таш шартлатыуҙа һәм хәрби эштә ҡулланылған, төп өлөшө нитроглицериндан торған шартлатҡыс матдә. □ Динамит. ■ [Нефть эҙләүсе геологтар] йәш ҡайындарҙы ҡырҡып-ҡыйратып, күлдәрҙәге балыҡты динамит менән шаңҡытып, бер ни булмағандай, ары китәләр ине. А. Абдуллин. [Шнейдер ҡарттың] эше лә бит шул ҡырҙар, һыу буйҙары, тауҙар менән бәйләнгән. Ул, динамиттар ҡуйып, тау-таштарҙы аҡтара. И. Насыри.
ДИНАМИТСЫ (Р.: взрывник; И.: explosives expert; T: patlayıcı) и.
1. Динамит менән эш итә торған кеше, динамиттар ҡуйыусы, динамит һалыусы. □ Взрывник, взрывотехник. Оҫта динамитсы.
2. иҫк. Террорсы. □ Террорист. Динамитсы эшмәкәрлеге.
ДИНАМО [рус. < гр. dynamis ‘көс’] (Р: динамо; И.: dynamo; T: dinamo) и. иҫк.
Үҙгәрешһеҙ электр тогы эшләп сығара торған машина; электрик генератор. □ Динамо. Динамонан электр уты алыу. Динамоны тоташтырыу.
ДИНАМО-МАШИНА [рус ] и. ҡар. динамо. Динамо-машинаны эшләтеү.
ДИНАМОМЕТР [рус. < гр. dynamis ‘көс’ + metron ‘үлсәм’] (Р: динамометр; И.: dynamometer; T: dinamometre) и. физ.
Механик көстө үлсәү ҡорамалы; көс үлсәгес. □ Динамометр. Динамометр ярҙамында билдәләү. Динанометр алыу.
ДИНАР [рус. < лат. dinarium ‘ун һаны булған’] (Р: динар; И.: dinar; Т: dinar) и.
1. тар. Боронғо Римдағы алтын йәки көмөш аҡса. □ Динар. Динар табыу.
2. Ирак, Иран, Иордания, Тунис, Кувейт һ. б. ҡайһы бер илдәрҙә аҡса берәмеге.
□ Динар. Динарға һатып алыу. Иорданияла, Ираҡта бер динар 1000 филсҡа тиң.
3. Ирандың ваҡ аҡсаһы. □ Динар. Ун динар. Иранда бер риал 100 динарға тиң.
ДИНАСТИЯ [рус. < гр. dynastai ‘көслө булыу’] (Р: династия; И.: dynasty; T: hanedan) и.
1. Быуындан быуынға килгән бер-бер артлы идара итеүселәр нәҫеле. □ Династия. Хандар династияһы. ■ Губернатор үҙе башлап ебәрҙе: «Романовтар династияһы йәшәһен»! 3. Ураҡсин. Завод байрамға әҙерләнде. Рәсәйҙең иң ҙур — Романовтар династияһының тәхеткә ултырыуы-на өс йөҙ йыл тулыуға арналған байрам ине был. Ж. Кейекбаев. Ҡол Ғәлиҙең ата-бабаларының Туҡый хандан алып Ғәлим бәккә тиклем туғыҙ быуыны Болғар дәүләтендә арҙаҡлы хандар династияһын билдәләй. Р. Шәкүр.
2. күсм. һөйл. Бер үк һәнәрҙе, эште дауам итеүселәр нәҫеле. □ Династия. Уҡытыусылар династияһы. ■ Йыйып ҡына әйткәндә, Нурихановтар — геройҙар династияһы тигән һүҙ был! Д. Бүләков. Анас-тасьяға әйтәм, миңә бер малай кәрәк — кавалерист династияһын дауам иттереү өсөн, тим. Ш. Бикҡол.
ДИН БАШЛЫҒЫ (Р: духовный руководитель; И.: spiritual leader; T: manevi lider) и. дини.
Рухани (мулла, мәзин, мөфти һ. б.).
□ Духовный руководитель (мулла, муэдзин, муфтий и т. д.). Мосолмандарҙың дин башлығы. ■ Алдамаһалар, үҙҙәре башлап указдарын ташлап йөрөмәҫтәр, дин башлығы булғас, түҙерҙәр ине, тигән уйға төштөм. Б. Ишемғол. Урта быуат көнсығыш әҙәбиәтендә пәйғәмбәрҙәр, дин башлыҡтары тураһындағы әҫәрҙәр шаҡтай урын алып торған. М. Нәҙерғолов.
ДИНГО [рус. < ингл. dingo] (Р: динго; И.: dingo dog; T: yaban köpeği) и. зоол.
390