Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 391 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

дини
Австралияла йәшәгән ҡырағай эт.
□ Динго (лат. Canis dingo). Динго аулау. Динго тоҡомло.
ДИНДАР [ғәр. < фарс. j'^p] (Р.: верующий; И.: religious; T.: dindar) с.
Дини инаныстары көслө, дини ҡағиҙәләргә бәйле; динле. □ Верующий, религиозный. Диндар булып танылыу. ■ [Ғилметдин әмир — мөфтигә:] «Зиһене асыҡ, ғилеме камил, диндар кеше кәрәк», — тигәйнең. Ал уны уҙ яныңа, һына. Ә. Хәкимов. Ауылда сәйер ғәҙәт йәшәй: һин коммунисмы, диндармы, йола буйынса, тыуғас, мулланан исем ататалар, өйләнгәс, ижап уҡыталар, улгәс, йыназаға йыялар — бөтәһе лә шартына килтереп теуәл утәлә. Р. Камал. [Ғилметдин бабайымдың ҡатыны Ғаһираны] яҡшы хәтерләйем: йыуаш ҡына холоҡло, итәғәтле һәм диндар әбей ине. М. Ямалетдинов.
ДИНДАРЛАНЫУ (диндарлан-) (Р: стать религиозным; И.: grow religious; T.: dindar olmak) ҡ.
1. Дингә килеү, диндар булып китеү.
□ Стать религиозным. Йәштәрҙең диндар-ланыуы.
2. Динле булып ҡыланыу. □ Притворяться религиозным. Диндарланып йөрөу.
ДИНДАРЛЫҠ (д ин д ар л ығы) (Р: религиозность; И.: religiousness, piety; T.: dindarlık) и.
Дингә ышаныу, дини кешегә хас сифаттар. □ Религиозность. ■ Башты тубән эйеу ул диндарлыҡ булһа ине, ул сағында ас эт ун сөнниҙән аҡыллыраҡ булыр ине. Ш. Зәки.
ДИН ДОШМАНЫ (Р: атеист; И.: atheist; T.: dinsiz) и.
Дингә ҡаршы көрәш алып барыусы; кафыр. □ Атеист (человек, борющийся против религии). Дин дошманы уйы. ■ Тимер батшаның даны, ҡеуәте, изге дин дошмандарына аяуһыҙлығы хаҡында купме хәбәр йөрөй. Ә. Хәкимов. Иң ҡыҙғандары ла әлегә һуҙ менән янауҙан ары китмәне: «Һи-Һи, дин дошманы, кафыр»! М. Кәрим.
ДИНДӘН ЯҘЫУ (диндән яҙ-) (Р: отказаться от веры; И.: abandon, renouce faith; T.: dinden vaz geçmek) ҡ.
Динде юғалтыу, диндән ваз кисеү. □ Отказаться от веры. Бөтөнләйгә диндән яҙыу. ■ «[Аллаһ] миңә изге диндән яҙған халайыҡтарҙы тура юлға ҡайтарыу, баш бирмәгән гөнаһлыларҙы аяуһыҙ эҙәрлекләу вазифаһын йөкмәтте!» — тип иғлан иткән Тимер. Ә. Хәкимов. Халыҡ диндән яҙып бара. Ә ул [Кинйә] шундайҙарҙы хаҡ юлға кундереу урынына кафырҙар араһында сыбала. Ғ. Ибраһимов. Кафырҙың динебеҙгә көфөрлөгә оҫтөнә, уҙебеҙҙе, мөьминдәрҙе диндән яҙҙырыуына, мәсхәрәләуенә нисек туҙмәк кәрәк. Ғ. Хөсәйенов.
ДИНДӘШ (Р: единоверец; И.: brother in faith; T.: dindaş) и.
Бер үк диндә тороусылар, бер үк динде тотоусылар. □ Единоверец. Беҙҙең диндәштәр. ■ Падишаһ ризалығы өсөн диндәштәребеҙҙең ҡанын туктем, йәнен ҡыйҙым. «Батыршаның хаты». Мәсет йөрөмәк уҙе оло фарыз. Дин юлын ҡыумаҡ, диндәштәрен курмәк, куңел йыуанысы тапмаҡ. Ғ. Хөсәйенов.
ДИНДӘШЛЕК (диндәшлеге) (Р: единоверие; И.: common faith; T.: dindaşlık) и.
Бер диндә булғанлыҡ. □ Единоверие, общность религии. Диндәшлек тотоу.
ДИНЕҮ (дин-) (Р: потерять рассудок; И.: loose one’s mind; get soft in one’s head; T.: aklım kaybetmek) ҡ. диал.
Аҡылдан, иҫтән яҙыу. □ Потерять рассудок. Ауыр эштән динеу.
ДИНИ [ғәр. i-bû] (Р: религиозный; И.: religious; T.: dinî) с.
1. Дингә ышаныуға нигеҙләнгән, дин менән бәйле, дин менән һуғарылған. Дини куҙлектән ҡарау. Дини китаптар. □ Религиозный. ■ [Төркиә ғалимы] дини куҙлектән сығып һөйләне һәм кешелек донъяһын Аллаһы Тәғәлә ҡанундары буйынса йәшәргә саҡырҙы. Л. Яҡшыбаева. Бында [төргәктә] «Ваҡыт», «Йолдыз», «Нур» газеталары, «Дин вә мәғишәт», «Шура» журналдары һәм
391