ДИНИӘ НАЗАРАТЫ
төрлө дини китаптар бар ине. Д. Юлтый. [Әпҡадир] Шаҡманға тап булған мәлендә .. дини мөнәжәттәр әйтеп, доға ҡылып, халыҡтан аҡса йыйыуҙы үҙенең төп кәсебе итеп алған шәйех дәрәжәһенә күтәрелгәйне. К. Мәргән. Өләсәһе ейәнсәрҙәренә дини дәрестәр бирә, балалары дәрестә бер-береһенә «шайтан таяҡтары» менән яҙып записка алыша. Т. Ғарипова.
2. ҡар. динле. Дини кеше.
ДИНИӘ НАЗАРАТЫ (Р.: духовное управление; И.: ecclesiastical Board; T.: ruhban yönetimi) и.
(баш хәреф менән) Мөфти етәкселегендәге юғары дин идараһы. □ Духовное управление (у мусульман во главе с муфтием). ■ [Өмөтбаев] тормош хәлен бер аҙ булһа ла яҡшыртыу уйы менән 1904—1905 йылдарҙа Диниә назаратында, ирекле рәүештә ялланып, штаттан тыш тәржемәсе булып эшләй. Ғ. Ҡунафин.
ДИН КИБЕҮ (дин кип-) ҡ. диал. ҡар. сарсау. Эҫелектән дин кибеү.
ДИН ҠӘРҘӘШЕ (Р: единоверец; И.: brother in faith; T.: dindaş) и.
Бер үк диндәге кеше, диндәш. □ Единоверец. Дин ҡәрҙәшенең фекере. ■ Ватан өсөн аҡтыҡ тамсы ҡанды ла ҡыҙғанырға ярамай. Дин ҡәрҙәштәребеҙ һәр ҡайһы быны аңларға тейештәр! Ғ. Хәйри.
ДИНЛЕ (Р: религиозный; И.: religious; God-fearing; T.: dinsel) с.
Дин тотҡан, Хоҙайға ышанған; диндар, дини. □ Религиозный, верующий, богобоязненный. Динле кеше. Динле булыу. ■ Шубин ҡарт ярлылана башланы һәм аҙаҡҡа табан бик динле кешегә әйләнде. Ж. Кейекбаев. Вафин — үҙе былай бик динле кеше; ҡурҡыныс килгән ваҡыттарҙа, иренен ҡыбырлатып, бер өҙлөкһөҙ доғаларын уҡый. Д. Юлтый.
ДИНЛЕЛЕК (динлелеге) (Р: религиозность; И.: religiousness; T.: dindarlık) и.
Динле булыу хәле. □ Религиозность. Йәштәр араһында динлелек арта.
ДИНОЗАВР [рус. < гр. deinos ‘ҡурҡыныс, хәүефле’ + sauros ‘кеҫәртке’] (Р: динозавр; И.: dinosaur; T.: dinozor) и.
1. Мезозой дәүерендә булып, хәҙер үлеп бөткән бик ҙур һөйрәлеүсе хайуандарҙың бер төрө. □ Динозавр. Динозавр һөлдәһе. Динозаврҙар йәшәгән осор.
2. күсм. Тормоштан артта ҡалған кеше тураһында. □ Динозавр.
ДИНСЕ (Р: служитель культа; И.: minister (of religion); T: vaiz) и.
1. Дин юлында йөрөгән кеше, дин әһеле.
□ Служитель культа; проповедник какой-л. религии. ■ [Сырым — Сәйфелмөлөккә:] Дин — динселәр эше. Минең тарафтан һиңә ҡамасау юҡ, ошоһона ҡәнәғәт бул. Ә. Хәкимов. • Динленең өмөтө гүрҙә, динсенең өмөтө түрҙә. Мәҡәл.
2. ҡар. динле. Динсе халыҡ.
ДИНСЕЛ (Р: набожный; И.: pious, devout; T.: dinsel) с.
Динде ныҡ тотоусан. □ Набожный, верующий, религиозный, благочестивый, богобоязненный. Динсел кеше. Динсел булыу. ■ [Сайрандағы еҙнәм Хәбибрахман].. динсел нәмә. Бөтә затты бары харам менән хәләлгә генә бүлә. М. Кәрим. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, олатай бик үк динсел түгел, донъя хәлдәре тураһында фекер йөрөтә торған бер кеше ине. Б. Бикбай.
ДИНСЕЛЛӘНЕҮ (динселлән) (Р.: стать религиозным; И.: get religious; T: dindar olmak) ҡ.
1. Динсел булып китеү. □ Стать религиозным. Динселләнгән йәштәр күп хәҙер. Динселләнеү күренеше йыш күҙәтелә.
2. Динсел булып ҡыланыу. □ Притворяться религиозным. Дин тотоусылар араһында динселләнеү ҙә юҡ түгел.
ДИН ТОТОУ (дин тот-) (Р: исповедывать религию; И.: be religious; T: din tutmak) ҡ.
Дингә ышанып, дини йолаларҙы үтәү.
□ Исповедывать религию. Ислам динен тотоу. Дин тотоусыларҙы намаҙға саҡырыу. ■ Тамырын юғалтҡан, атай-олатайҙың кемлеген, ҡайҙалығын белмәгән, ят
392