Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 393 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДИҢГЕҘ
дин тотҡан кешеләргә өмөтләнеу — аҡылһыҙлыҡ. Б. Рафиҡов. [Моратша:] һеҙ, йәше-рәктәр, хәҙер дин тотмайһығыҙ инде. Беҙгә һеңеп ҡалған шул. М. Кәрим. [Алдарбай] һуңғы йылдарҙа дин тотоуға ла етди ҡарай, биш намаҙҙы ҡалдырмай уҡый, ураҙа тота. Н. Мусин. [Ғәбделваһаптың] ололарҙы һанлау, йолаларҙы йолалау, дин тотоу тигәндәре биш ултырып бер уйына килгәне, биш ятып бер төшөнә кергәне бармы икән? Ғ. Хөсәйенов.
ДИНҺЕҘ (Р: безбожный; И.: godless; ungodly; atheistic; T.: dinsiz) c.
Дин тотмаған, Аллаға ышанмаған. □ Неверующий, безбожный. ■ [Урҙа кешеһе] бутән муллалар һымаҡ, «динһеҙҙәр, дәһриҙәр» тип ҡаҙалып бармай, мосолман ди-ненең тәртибенә халыҡтың уҙ ихтыяры менән ауышыуын яҡлай, ҡурҡытыу-өркө-төугә ҡаршы икән. Ә. Хәкимов. Мулла әйтә, әҙәмдәребеҙ мәсеткә әллә ҡайҙан урап килергә мәжбур, ти, ул динһеҙҙәрҙе минең мәсетем эргәһенән алығыҙ, ти. Н. Асанбаев. [Шиһабетдин Мәржәнигә — Нурғәле мулла:] һеҙ яңыса уҡытҡан мәктәптәрҙә яуыз шәкерттәр менән динһеҙ муллалар йыйналған! Я. Хамматов. Ханыбыҙ ҡеуәтле булһа, эйе, илебеҙҙе динһеҙ кафырҙар килеп баҫа алмаҫ. К. Мәргән.
ДИНҺЕҘЛЕК (динһеҙлеге) (Р: безбожие; И.: atheism, godlessness; T.: dinsizlik) и.
Алланың барлығын кире ҡаҡҡан, дин ғилеменә ышанмаған, дини йолаларҙы үтәмәгән хәл; атеизм. □ Безбожие. Динһеҙлектә ғәйепләу. ■ Коммунистарҙы һәм уларҙың властарын Аллаһыҙлыҡҡа, динһеҙлеккә аҙым, тип ғәйепләнеләр. Ғ. Хәйри.
ДИНҺЕҘЛӘНЕҮ (динһеҙлән) (Р: стать неверующим; И.: become an atheist; T.: dinden vaz geçmek) ҡ.
Диндән китеү, динде ташлау, инанмай башлау. □ Стать неверующим, безбожным. Динһеҙләнеу куренеше 1917 йылдарҙан һуң киң таралыш ала.
ДИН-ШӘРИҒӘТ [ғәр. (Р: ре
лигия и шариат; И.: sharia(h) canons; T.: din ve şeriat) и. йыйн.
Дин һәм шәриғәт ҡанундары, йолалары. □ Религия и шариат (свод мусульманских законов). Дин-шәриғәт алдында. Дин-шәриғәт әһеле. ■ Сафа мулла.. дин-шәриғәт әһеле булыу сифаты менән уҙенең вазифаһын утәргә тырышты. Ж. Кейекбаев.
ДИН ӘҺЕЛЕ [ғәр. öp <>'] и. ҡар. дин башлығы. Авторитетлы дин әһеле. ■ Малайға ата наҙы тәтемәне. Дин әһеле өсөн Никита донъяла бар ни, юҡ ни. М. Ху-жин. Борон замандарҙа был төбәктә ислам динен таратыр өсөн ғәрәп иленән Рамаҙан Әлъюши исемле дин әһеле ебәрелә. Л. Яҡшыбаева. [Ғаиләбеҙ иң куп аралашып йәшәгән муллаларҙың] барыһы ла Бохараның Наҡшбәнд .. исемле дин әһеле йоғонтоһо аҫтында булған, мәҙрәсә тотҡан, китап уҡыр заттар ине. Ә.-З. Вәлиди.
ДИҢГЕҘ I [боронғо төрки теңиз] (Р: море; И.: sea; T.: deniz) и.
1. Ниндәйҙер кимәлдә ҡоро ер менән уратып алынған Донъя океанының бер өлөшө. □ Мәре. ■ Шаулай диңгеҙ... Диңгеҙ икһеҙ-сикһеҙ! Ғумеремдә тәу ҡат курәмен. Р. Ғарипов. Ысын булһа, борон заманда Ғәбиттәр йәшәгән ауыл тирәһендә диңгеҙ шаулаған,.. ә был тау, әуәл диңгеҙ төбөндә булып, ахырҙа ҡалҡып сыҡҡан икән. Ә. Әминев. Ғимер сыңлауы, куршелә диңгеҙҙең өҙлөкһөҙ ауыр һулау ы — барыһы ла көндәгесә. Б. Рафиҡов. Федотовтың ҡустыһы — Ҡара диңгеҙҙә матрос. Ә. Хәкимов. Мөхәббәт илсеһе! Аҡнөгөш бит бара-бара Ағиҙелгә ҡушыла, ә Ағиҙел ары — диңгеҙҙәргә ашҡына... Д. Бүләков. • Ашыҡҡан һыу диңгеҙгә етмәҫ. Мәҡәл.
2. Бик ҙур күл йәки яһалма һыу ятҡылығы. □ Искусственный водоём, водохранилище. Мәскәу диңгеҙе.
3. кусм. Сикһеҙ киң, сиге булмаған, икһеҙ-сикһеҙ күп нәмә. □ Бесчисленное количество, бескрайне много. ■ [Ауыл халҡы] төштәрендә һуғышта йөрөусенең
393