в
В [вэ] (Р.: третья буква башкирского алфавита; И.: the third letter of the Bashkir alphabet; T.: Başkurt alfabesinin üçüncü harfi).
Башҡорт алфавитының өсөнсө хәрефе, ышҡыулы, ирен-теш, яңғырау өндө билдәләй. Ҙур (баш) хәреф — В, бәләкәй — в формаһында яҙыла. Нумерацияла ҡулланыла. Ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә һүҙ башында [у], [ү] өндәрен белдереп килә: ваҡиға [уаҡиға], ваҡыт [уаҡытJ, ватан [уатан], вәғәҙә [үәғәҙә], вәкил [үәкил]; рус теленән ингән һүҙҙәрҙә сығанаҡ телдәгесә ҡулланыла: авиация, вагон, винт. □ Третья буква башкирского алфавита. В-ны дөрөҫ итеп уҡыу. в) пункты.
ВА I (Р.: горб; И.: hump; T: kambur) и. диал.
Бөкрө. □ Горб. Ва сыҡҡан. Ва менән яфалана. Ва булмаһын өсөн, йәштән тура ултырырға кәрәк.
ВА II (Р: ва; И.: onomatopoeic word; T: ya) ымл.
Ҡаты ҡысҡырыуҙы, шатланыуҙы һ. б. белдерә. □ Означает громкий крик или радостный возглас и т. п.: ва. Ва ла ва тип тауыш күтәреү. Шатлығы эсенә һыймайынса ва тип ҡысҡырып ебәрҙе. «Ва» — шатлыҡ ауазы ул. ■ Юл батҡаҡ вә лайла, ҡул-аяҡ бығауҙа, ҡыймылдап булмай ҙа! Ва!.. хәсрәт вә вәйла! Ш. Бабич.
ВАБА [ғәр. *bj] (Р: холера; И.: cholera; Т: kolera) и.
1. Бер туҡтауһыҙ эсте китереп, ҡоҫтороп, тәнде тартыштырып хәлде алған бик йо
ғошло ауырыу. □ Холера. / Холерный. Ваба киҙеүе. Ваба име. Ваба һамағы. Ваба йоҡтороу. Ваба менән ауырыу. ■ Ул [Сәми ҡарт] убырлы булған икән, вабаныц башы ла шунан булған икән. Д. Юлтый.
2. миф. Ауырыу эйәһе. □ В башкирской мифологии дух холеры. ■ Ауылға ваба инмәһен тип, тимер һуҡа менән уратып һөрөп сыҡҡандар. Башҡорт мифологияһынан. • Ете яуҙан ҡалған ирҙе ваба алмаҫ. Мәҡәл.
ВАБАЛ [ғәр. Jbj] (Р: бедствие; И.: misfortune, calamity; T: vebal) и. иҫк. кит.
Бәлә, ҡаза. □ Бедствие, несчастье, беда. Вабал килеү. Вабалға ҡалыу. Хоҙайым вабал-дан һаҡлаһын.
ВАБАЛЫ (Р: холерный; И.: cholera-stricken; T.: vebalı) с.
Ваба йоҡҡан, ваба менән ауырыған.
□ Холерный. Вабалы кеше. Вабалы ауыл.
ВА-БАНК [рус. < фр. va banque] (Р.: ва-банк; И.: all-in, T.: banko) и.
1. Ҡомарлы кәрт уйнағанда бөтә йыйылған аҡсаға ҡуйыу. □ Ва-банк. Ва-банк уйнау. Ва-банкка оттороу. Ва-банкка бармаҫҡа ине.
2. Хәүеф-хәтәр килтергән аҙым, эш; дыуамалланып, уйланылмай эшләнгән эш.
□ Ва-банк. Ва-банкка барыу. Уйламай эшләнгән эш ва-банкка килтерә. Дыуамаллыҡтың аҙағы — ва-банк.
ВАБА СИРЕ и. ҡар. ваба. Ваба сире таралған. Ваба сиренән ҡырылыу. ■ Гәзиттәрҙә, журналдарҙа, ғәҙәттә, «холера сире таралды», тип яҙалар, ә бит башҡорт-татар бер ваҡытта ла «холера» тип һөй
53