ВАБА ЭЙӘҺЕ
ләмәгән, «ваба сире» тигән. «Йәшлек», 3 март 2009.
ВАБА ЭЙӘҺЕ миф. ҡар. ваба 2.
ВАБИК [рус.] (Р.: вабик; И.: birdcall, Т.: kuş ıslığı) и.
Ҡош йәки йәнлектәрҙе уларҙың тауыштарына оҡшатып саҡыра торған һыҙғыртҡыс. □ Вабик. Вабик менән саҡырыу. Вабик менән уйнау. Вабик менән һыҙғыртыу.
ВАГОН [рус. < фр. wagon < ингл. waggon} (Р.: вагон; И.: waggon; car; T.: vagon) и.
1. Тимер юлдан йөк йәки кеше йөрөтөү өсөн ҡулайлаштырылған, тәгәрмәстәргә ултыртылған махсус ҡоролма. □ Вагон. / Вагонный. Пассажирҙар вагоны. Плацкарт вагон. ■ [Проводница] Сафияны вагондан көс менән этеп сығарырға маташты, әммә Сафия эскәмйә янындағы тимер тотҡаға йәбеште лә торҙо, ҡуҙғатып ҡара һин уны! Т. Ғиниәтуллин. Уның һайын [Ирназарҙың] бөтөн ағзаларын һыҙланыу ҡаҡшатты, мейеһен, вагон тәгәрмәстәренең аяуһыҙ ты-ҡылдауына ҡушылып, бер үкенесле уй йәнсте. Ә. Хәкимов.
2. Тауар вагонына тейәлгән йөктө иҫәпләү берәмеге. □ Вагон (количество груза, вмещающегося в товарный вагон). Бер вагон у тын. Өс-дүрт вагон йәшелсә. Унлап вагон ҡарбуз. К Лысма һыу һәм батҡаҡлы кейемдә Байрамғол ҡайтты. Йөҙө борсоулы, хәлһеҙләнгән, әйтерһең, бер-ике вагон күмер бушатҡан. Ф. Янышев. Фронтҡа һәм госпиталдәргә, .. дәүләткә тапшырыуҙан тыш, Башҡортостан халҡы бүләк итеп 362 вагон аҙыҡ-түлек тә ебәргән. «Ағиҙел», № 5, 2010.
3. Бер тәүлек эсендә станцияға килгән-киткән вагондарҙың ике күсәрле вагон иҫәбенә күсерелгән һаны. □ Оборот вагонов. Бер тәүлек эсендә станция аша меңләп вагон үтә.
4. күсм. Бик күп, иҫәпһеҙ күп. □ Много, очень много. Бер вагон хәбәр. Аҡылһыҙлыҡ — ун вагон. ■ Хеҙмәт итеп йөрөүсе улығыҙ Ғабдулланан бик һағынышлы күптән-күп сәләм. .. Ошо хатты уҡыусыға бер вагон сәләм. «Йәшлек», 24 июнь 2010. Илебеҙҙең
аҫыл ир-егеттәре һуғышҡа алына башлай. Калинин фронтының Торжок, Ржев станциялары аша вагон-вагон һалдаттар утлы алышҡа юллана. «Юшатыр», 27 май 2010.
5. ҡар. вагонсыҡ. Баҫыу вагоны. Трак-тористар вагоны. Нефтселәр вагондарҙа йәшәй.
ВАГОНДАШ (Р: спутник; И.: fellow traveller, T: hemrah) и.
Бер вагонда барған кеше, юлдаш. □ Спутник, попутчик (сосед по вагону). Вагонда-шым Ырымбурҙа төшөп ҡалды. Вагондаш-тар исемдәрен дә һорашмай айырылышалар.
ВАГОНЕТКА [рус. < фр. wagonnet} (Р: вагонетка; И.: trolley, truck; T: vagonet) и.
Tap тимер юлдан йәки аҫмалы юлдан йөрөй торған бәләкәй вагон йәки платформа. □ Вагонетка. Буш вагонетка. Вагонетка менән ташыу. Вагонеткала йөрөү. ■ Эзбизле тау тоҡомдары тейәлгән вагонеткалар «Сода» комбинатына көнө-төнө ағылып тора. «Йәшлек», 27 апрель 2010. Өфө тау ҡорамалдары заводы 1941 йылдың аҙағында уҡ шахталар өсөн еңел вагонеткалар, һыу һәм ҡом һурғыстар, лебёдкалар урынына артиллерия снарядтары, миналар етештереүҙе үҙләштерә. «Ағиҙел», № 5, 2010.
ВАГОНЛАП (Р: вагонами; И.: by carriages, T: vagonla) р.
Яҡынса, вагон самаһында (күләмендә) икәнлеген күрһәтеү өсөн ҡулланыла. □ Вагонами. Вагонлап оҙатыу. Вагонлап ҡабул итеү. Вагонлап гуманитар ярҙам оҙатыу. Мәскәүгә вагонлап ебәрҙек, ә унан кулёк-лап ташыныҡ. ■ Унан тағы Ҡыҙылъяр байҙарын ал. Улар вагонлап тауар ташыйҙар. Меңәрләп аҡса йөрөтәләр. И. Насыри. Нисәмә йыл бында ауҙарттың ашламаны вагонлап. Й. Солтанов.
ВАГОНЛЫ (Р: имеющий вагон; И.: having cars, T.: vagonlu) с.
Вагоны булған. □ Имеющий вагон, с вагоном. Өс вагонлы поезд. Туңға һөрөүселәргә вагонлы стан әҙерләнде. ■ Бик күп вагонлы составтарҙы һөйрәргә хатта икешәр паровоз егелгән. М. Ғиләжев.
54