Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 55 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ВАҒАЙЫУ
ВАГОНЛЫҠ (Р.: достаточный для вагона; И.: carriage-full capacity, T.: vagonluk) с.
1. Бер вагонға етерлек, вагонға һыйырлыҡ, бер вагон күләмендә. □ Достаточный для вагона, в объёме одного вагона. Бер вагонлыҡ һауыт-һаба һатып алынды. Бер вагонлыҡ кеше йыйылды. Егерме вагонлыҡ ярҙам әйберҙәре тупланды. Әрмегә алыныусылар нисә вагонлыҡ икәнен асыҡлау өсөн исемлек төҙөлдө.
2. Бер вагонға тәғәйенләнгән. □ Предназначенный для вагона, вагонный. Станцияға вагонлыҡ кәрәк-яраҡтар килтерелде.
ВАГОН-РЕСТОРАН [рус ] (Р.: вагон-ресторан; И.: dining car, restaurant car; T.: lokanta vagonu) и.
Юлдағы кешеләрҙе эҫе аш менән тәьмин итеүсе тимер юл вагоны. □ Вагон-ресторан. Вагон-ресторанда булыу. Вагон-ресторанда ҡапҡылап алыу. Вагон-ресторан эшләмәй.
ВАГОНСЫ (Р: вагонник; И.: worker employed in car production; T: vagon işçisi) и.
1. Вагондар төҙөй торған завод эшсеһе. □ Вагонник (работник вагонного завода, парка). Вагонсыға уҡыу. Вагонсы хеҙмәте.
2. Трамвай йөрөтөүсе. □ Вагоновожатый. Вагонсы урыны. Вагонсылар бригадаһы. Вагонсы булып эшләу. Трамвай вагон-сылары.
ВАГОНСЫҠ (вагонсығы) (Р: вагончик; И.: caravan, trailer; T.: kervan) и.
Тәгәрмәсле йәки саналы бәләкәй өй (ҡырҙа эшләгән кешеләр өсөн). □ Вагончик. Вагонсыҡтарҙа йәшәу. Вагонсыҡтарҙа кейенеу. Вагонсыҡтарҙа ашарға бешереу. Вагонсыҡтарҙа йылынып сығыу.
ВАГОН-ЦИСТЕРНА [рус ] (Р: ва
гон-цистерна; И.: tank wag(g)on; T: sarnıçlı vagon) и.
Төрлө шыйыҡлыҡ (мәҫәлән, кәрәсин, бензин, мазут кеуек нефть продукттарын) ташыусы тимер юл цистернаһы. □ Вагон-цистерна. Вагон-цистернаға тултырыу. Вагон-цистерналарҙы ҡулланыу. Вагон-цистерналарҙа ағыулы шыйыҡсалар ташыу.
ВАГОНЧИК (вагончигы) [рус.] и. ҡар. вагонсыҡ. Төҙөуселәр өсөн вагончиктар ҡуйылған. Вагончикта көндәлек кәрәк-яраҡтар урынлаштырылған. ■ Предприятиела 12 кешегә тәғәйенләнгән кейем-һалым киптереу вагончиктары сығарыу ҙа куҙ уцында тотола. «Юшатыр», 8 апрель 2010.
ВАГРАНКА [рус.] (Р.: вагранка; И.: cupola, cupola furnace; T: kupol ocağı) и. тех.
Суйын һәм төҫлө металл иретә йәки башҡа төрлө материалдарҙы үртәй торған махсус мейес. □ Вагранка. Металлургия заводында вагранкалар бихисап. ■ Кумер яндырыу буйынса проекттың төп маҡсаты — базальт йылытҡыс етештергәндә вагранка өсөн брикет кумер сығарыу. «Урал», 3 октябрь 2011.
ВАГРАНКАСЫ (Р: вагранщик; И.: cupola furnaceman; T: kupol ocağı operatörü) u.
Вагранканы хеҙмәтләндереүсе эшсе. □ Вагранщик. Вагранкасы булып эшләу. Ва-гранкасылар өсөн махсус кейем.
ВАҒАЙТЫУ (вағайт-) (Р: делать мелким; И.: make small; T: ufalamak) ҡ.
1. Дәүмәл, күләм яғынан бәләкәйләтеү, ваҡҡа әйләндереү. □ Делать мелким, низким, слабым. Ҡоролоҡ ағастарҙы вағайтты. Ашламалар һалынған келәтте вағайтыу.
2. кусм. Тарҡалдырып, иҡтисади яҡтан бәләкәйләтеү. □ Приводить в упадок экономически. Хужалыҡтарҙы вағайтыу. Предприятиены вағайтып бөтөрөу.
3. кусм. Ваҡсыл итеү. □ Размельчать, заставлять быть мелочным. Донъя кешеләрҙе вағайтты.
ВАҒАЙЫУ (вағай-) (Р.: мельчать; И.: become small; T.: ufalmak) ҡ.
1. Дәүмәл, күләм йәһәтенән бәләкәйләнеү, ваҡҡа әйләнеү (мәҫәлән, ҡоролоҡ тәьҫирендә). □ Мельчать, становиться маленьким, мелким, слабым. // Обмельчание, ослабление. Ағастар вағайҙы. Мал вағайҙы.
2. кусм. Тарҡалып, иҡтисади яҡтан бәләкәйләнеү, көсһөҙләнеү. □ Разукрупняться, приходить в упадок. Хужалыҡ вағайҙы.
55