ВАҒИЗ
3. кусм. Ваҡсыл булыу. □ Становиться мелочным. Кешеләр вағайҙы. Алыпһатарҙар ҙа вағайҙы.
ВАҒИЗ [ғәр. Ь] и. ҡар. вәғиз.
ВАДИ [ғәр. (Р.: низменность; И.: lowland; T.: vadi) и. иҫк. кит.
1. Тауҙар араһындағы уйһыу ер. □ Низменность, низина среди гор. Вадиға томан ятҡан.
2. Ҡороған йылға үҙәне. □ Русло высохшей реки. Үле Еҙем йылғаһы вадиға өйләнгән. Йылға ҡороп вадиға әйләнде.
ВАЖИБI [ғәр. ч-^'j] (Р: обязанность; И.: duty, obligation T.: vâcip) и. иҫк. кит.
Ислам динендә: үтәлергә тейешле эш; бурыс. □ Обязанность, долг, задача (в исламе). Намаҙ — важиб. Бурыс ҡайтарыу — важиб. Важибты утәу.
ВАЖИБ II [ғәр. (Р: обязательный; И.: obligatory; T: vâcip) с.
Ислам динендә: үтәлергә тейешле. □ Обязательное религиозное предписание в исламе. Важиб намаҙ. Важиб васыят. Биш намаҙ һәр мосолманға важиб. ■ Был [Шәууәлдең беренсе көнө] көндә ғәйет намаҙын уҡыу һәр мосолманға важиб, фәҡирҙәргә, меҫкендәргә саҙаҡа биреу сауаплы. Башҡортса дини календарҙан. Ҡорбан салыу — важиб ғәмәл. Башҡортса дини календарҙан.
ВАЖИБӘТ [ғәр. ч-^j] и. ҡар. важиб I. М Яҡын һыуы Ағиҙел, иле йомран, важибәте Өфөлә булды дәуран. М. Өмөтбаев. Шул важибәт менән йөрөй торғас, белмәй ҡалдым ғумерем уткәнен. Халыҡ йырынан.
ВАЖИҒА [ғәр. и. ҡар. вәжиғә. Важиғә сигеу. Ауыр важиғә.
ВАЗА [рус. < фр. vase] (Р.: ваза; И.: vase; T: vazo) и.
Емеш-еләк һалыу, сәскә ҡуйыу йәки бүлмәне биҙәү өсөн ҡулланыла торған һауыт. □ Ваза. Гәлсәр ваза. Быяла ваза. Сәскә вазаһы. ■ [Ләйсән] «Рәхмәт!» — тип оялып ҡына ҡабул иткән кугәрсен куҙҙәрен ҡәҙерләп кенә өҫтәлдәге вазаға ҡуйҙы. «Йәшлек», 18 ноябрь 2008.
ВАЗҒИӘТ [ғәр. (Р: положение; И.: situation, state; T: vaziyet) и. иҫк. кит.
Билдәле бер хәл, торош, халәт. □ Положение, ситуация, обстановка. Башҡортостандың географик вазғиәте. Вазғиәттән сығыу.
ВАЗҒЫ [ғәр. (Р: положение; И.: state, condition; T.: vaziyet) и. иҫк.
1. Хәл, торош. □ Положение, ситуация. Вазғы ҡуйыу.
2. Ғәмәлгә индереү; ғәмәлдән сығарыу.
□ Вводить в действие или считать недействительным. Вазғы канун.
ВАЗҒЫ ХӘМЕЛ [ғәр. ^>j] (Р: рождение ребёнка; И.: birth (of a child); T: doğurmak) и. иҫк.
Бала тыуыу, баланан ҡотолоу. □ Рождение ребёнка, разрешение от бремени.
ВАЗЕЛИН [рус. < фр. vaseline] (Р: вазелин; И.: vaseline; T.: vazelin) и.
Нефттән, углеводородтарҙан алынған һарғылт май (техникала һәм медицинала ҡулланыла). □ Вазелин. / Вазелиновый. Техник вазелин. Ҡул вазелины. Вазелин менән майлау. Вазелин һөртөу.
ВАЗЕЛИНЛАНЫУ (вазелинлан-) ҡ. төш. ҡар. вазелинлау. страд, от вазелинлау.
ВАЗЕЛИНЛАУ (вазелинла-) (Р: смазывать вазелином; И.: vaseline; T.: vazelin-lemek) ҡ.
Вазелин һөртөү, вазелин менән майлау, вазелин яғыу. □ Смазывать вазелином. Ҡағыҙҙы вазелинлау. Деталдәрҙе вазелинлау. Вазелинлап алыу.
ВАЗЕЛИНЛЫ (Р: вазелиновый; И.: containing vaseline; T.: vazelinli) с.
1. Составында вазелин булған. □ Вазелиновый. Вазелинлы һабын. Вазелинлы крем.
2. Вазелин һөртөлгән, вазелин буялған.
□ Вазелиновый. Ҡулым вазелинлы. Вазелинлы ҡул менән тотоу.
ВАЗИФА [ғәр. (Р: обязанность; И.: duty, obligation; T.: vazife) и.
1. Өҫтәге бурыс. □ Обязанность, долг, задача. Балалар вазифаһы. ■ Бала донъя
56