ВАЙ-ВАЙ АҒАСЫ
ға килгәндән һуң ата-әсәнең беренсе вазифаһы — уға яҡшы исем ҡушыуҙыр. Р. Фәхретдинов. Балаларҙың вазифалары иһә.. — уҙ ата-аналарына ихтирам итеу, хөрмәт курһәтеу вә уларҙы тәрбиә ҡылыуҙыр. Р. Фәхретдинов. Бөгөнгө көндәге яңырыу, ғәрәф -ғәҙәттәребеҙҙе, динебеҙҙе өйрә -неуебеҙ, — һис шикһеҙ, әсәләр, ҡатын-ҡыҙ өҫтөнә төшкән ҙур вазифа. Башҡортса дини календарҙан.
2. Хеҙмәт буйынса йөкмәтелгән эш. □ Должность, служба, назначение; миссия. Директорлыҡ вазифаһы. Мал ҡараусының вазифаһы. Игенсе вазифаһы. К Медик сестра вазифаһын башҡарған йәш ҡыҙҙар кубәйгәс, [Бибисараның] куңеле бигерәк кутәрелде. Я. Хамматов. Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә рус теле уҡытыусыһы вазифаһын атҡарған саҡтарҙа куреп ышандым. М. Өмөтбаев.
3. иҫк. Хеҙмәт хаҡы. □ Заработная плата. ■ Штаттан тыш йәнә бер тәржеман [тәржемәсе] 300 һум вазифа уҙәрендә тәғәйен у лынмыштыр [булмыштыр]. М. Өмөтбаев.
ВАЗИФАЛЫ (Р.: должностной; И.: official; T.: vazifeli) с.
Ниндәйҙер эштә билдәле бер вазифа башҡарған. □ Должностной. Вазифалы ханым. ■ Вазифалы етәксенең уҙе юл башлап, йәштәргә матур урнәк булыуы — куптәр өсөн иң яҡшы маяҡ. «Башҡортостан», 27 декабрь 2011.
ВАЗИФАУИ с. ҡар. вазифалы. Вазифа-уи бурыс. Вазифауи эш. Вазифауи хеҙмәт.
ВАЗИХ [ғәр. Д (Р: ясный; И.: evident; clear; T.: vazîh) с. иҫк. кит.
Яҡшы билдәле, аңлашылып торған; асыҡ. □ Ясный, очевидный; чёткий, отчётливый. Дәлилдәре вазих. Вазих хәл. Вазих хәл-торош.
ВАЗ КИЛЕҮ (ваз кил-) ҡ. ҡар. ваз кисеү.
■ Турәм вәғәҙәгә ваз килде. М. Өмөтбаев.
ВАЗ КИСЕҮ (ваз кис-) (Р: отказываться от чего-л.; И.: renounce; refuse; T.: vazgeçmek) ҡ.
1. Ниндәйҙер нәмәнән дүнеп, баш тартыу. □ Отказываться от чего-л., отречься. // Отказ, отречение. Турәлектән ваз кисеу. Тормоштан ваз кисеу. Донъянан ваз кисеу. Тәмәкенән ваз кисеу. ■ Кеше .. бәхеткә өлгәшеу сараһын эҙләргә тейеш. Гел генә сара эҙләп, сәбәп ҡылып, Аллаһҡа ялбарыуҙан ваз кисеу ҙә дөрөҫ тугел. Башҡортса дини календарҙан.
2. Уй, күңел менән ситләшеү, төңөлөү. □ Разочароваться, терять надежду; передумывать, менять намерение. // Разочарование. ■ Линара ул саҡ һөйгәненең яҡты киләсәге хаҡына йәшлек мөхәббәтенән ваз кисергә ныҡлап ҡарар итте. Л. Якшыбаева. Туған телдән ваз кисеу ят исем ҡушыуҙан, тәуге ауазды ят телдә әйтеуҙән башлана, өйҙә туған телдә аралашмаған балала туғанлыҡ, ил тойғоһо ла самалы ғына була. «Юшатыр», 1 ноябрь 2010.
ВАЙ I (Р: вай; И.: oh; T.: vay) ымл.
Аптырағанда, ныҡ ҡурҡҡанда, ауыртҡанда, үкенгәндә әйтелә. □ Вай (выражает удивление, испуг, боль или сожаление). Вай, харап булдыҡ, балалар! Вай, бите өшөгән дә баһа бының! Вай, балаңды ауырышаһың бит!
ВАЙ II (Р: так-то; И.: that’s it; T.: aslında) p. диол.
Былай. □ Так-то. Вай арыу һымағыраҡ телгә. Вай яҡшы һымаҡ. Вай яҡшыраҡ эшләнгән былай.
ВАЙ-ВАЙ (Р: возглас, произносимый для поддержки, подбадривания певцов; И.: interjection used for pepping up a singer; T: vay vay) ымл.
Көй күтәргәндә әйтелгән һүҙ. □ Возглас, который произносится для поддержки, подбадривания певцов в конце песенной строфы. Ҡарттар вай-вайлап көйҙө кутэреп алдылар.
ВАЙ-ВАЙ АҒАСЫ (Р: бересклет; И.: spindle tree; T.: iğağacı) и. бот. диал.
Осҡат. □ Бересклет (лат. Euonymus). Осҡатты беҙҙә вай-вай ағасы тиҙәр. ■ Вай-вай ағасына ҡунып һайрай бер ҡош, һандуғас та микән ул ҡошҡай. Халыҡ йырынан. Вай-
57