Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 58 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ВАЙҒА АЛМАУ
вай ағасы өй эргәһендә уҫтерелә, ашалмай торған ваҡ ҡыҙыл емеше булған тәпәш ағас. Шуре ағасы ла тиҙәр. Т. Байышев.
ВАЙҒА АЛМАУ (вайға алма-) (Р.: не обращать внимания; И.: disregard, ignore; T: aldırmamak) ҡ.
Иғтибарға алмау, һүҙгә, эшкә иғтибар итмәү. □ Не обращать внимания. Ололар, ҡарт-ҡоролар һуҙен вайға ла алмаған кеше ул. Кеше һуҙен вайға алмау.
ВАЙ ҘА ВАЙ (Р: ой-ой; И.: interjection uzed to expess adverse emotions; T: vay vay) ымл.
Аптырағанда, ныҡ ҡурҡҡанда, ауыртҡанда, үкенгәндә әйтелә. □ Выражает удивление, испуг, боль или сожаление: ой-ой. Вай ҙа вай килеп ҡурҡышып ҡысҡыралар. Вай ҙа вай тип илауланы. • Туйҙа — һай ҙа һай, туй уткәс — вай ҙа вай. Әйтем.
ВАЙ КЕМ (Р: вай кем; И.: interjection used for encouragement; T.: şarkı söylenirken şarkıcıyı onaylayan kelime) ымл.
Йыр юлының аҙағына өҫтәлгән ымлыҡ.
□ Добавляется исполнителем к песенной строке: вай кем. ■ Ҡаһым турә фарман биргән саҡта, вай кем, һул ҡулында булыр ҡурайы. Халыҡ йырынан.
ВАЙРАН [фарс. û'jjj] (Р: разрушенный; И.: demolished, devastated; T.: yıkık) с.
Ватыҡ, емерек. □ Разрушенный, опустошённый, разорённый. ■ Туғандар, килде донъя хайран булып, әуерелде вайран донъя байрам булып. Ш. Бабич.
ВАЙРАН БУЛЫУ (вайран бул-) (Р: разрушаться; И.: go to ruin; T.: yıkılmak) ҡ.
Емерелеү, ҡыйралыу; һәләк булыу.
□ Разрушаться, опустошаться, разоряться. Тирә-яҡ вайран булып ята. И Өләсәйем, атайымдың похорон ҡағыҙын эҙләп табып, илап ултыра. «Һин иҫән-һау әйләнеп ҡайтһаң, йорт-ерең туҙып, вайран булып ятыр инеме лә, әсәйең шулай йөрөр инеме?» — тип уҙе һөйләнә. Ш. Янбаев. Таш килгәнде кургәнгә, төшһә, вайран булғанға, бөтә ҡош-ҡорт илаған. «Урал батыр». Ниҙер уйлап, Ирназар вайран булып ятҡан блиндаж янына барҙы
ла арҡыс-торҡос өйөлгән таҡта һыныҡтары аҫтына урмәләп инеп китте. Ә. Хәкимов.
ВАЙРАН ИТЕҮ (вайран ит-) (Р: разрушать; И.: demolish, destroy; T.: yıkmak) ҡ.
Ватыу, емереү; һәләк итеү, юҡ итеү. □ Разрушать, опустошать, разорять. // Разрушение, опустошение, разорение. Бөтә донъяһын ватып-емереп, вайран итеп бөткән. И Маһинур, һирәкләп булһа ла, балаһын етәкләп, вайран ителгән ата йортона һуғыла, яҡын ҡәрҙәше, бергә уйнап уҫкән әхирәте Шәрғиә менән осраша ине. Ә. Хәкимов. Мөхәббәтем менән нәфрәтем гөлдәй куңелемде вайран итте. М. Хисамова.
ВАЙРАН ҠЫЛЫУ (вайран ҡыл ) ҡ. ҡар. вайран итеү. Ахмаҡ, бөтә донъяһын юҡ итеп, вайран ҡылған.
В АЙРАН Л ЫҠ (вайранлығы) (Р: развалины; И.: ruins; T.: yıkmtıhk) и.
Ватыҡ, емерек ерҙәр. □ Развалины, руины; заброшенное место. Вайранлыҡтарҙы төҙәтеу. Вайранлығы ғына ҡалды. Фермалар вайранлыҡҡа әйләнеп ята.
ВАЙЫМ [ғәр. (Р: забота; И.: care; T.: vahim) и.
1. Тынғы бирмәгән, ныҡ борсоған уй; ғәм. □ Забота, беспокойство, хлопоты. Бала вайымы. Башыма бер вайым тынғы бирмәй. Ныҡ борсоно был вайым. М Уның [Айбулаттың] башында хәҙер тик бер генә вайым — нисек кенә булһа ла был нужанан уҙен дә, Гөлйөҙөмдө лә ҡотҡарып алып, насар ғына булһа ла уҙ алдына донъя ҡороу ине. Һ. Дәүләтшина.
2. Һағыш, моң-зар, ҡайғы, хәсрәт. □ Тоска, грусть, печаль. Тыуған ерҙән айырылыу вайымы. Был вайымға нисек туҙәйем? Бар моң-зарым — һинең вайым. К Нисә заман, бахыр ҡурайҡайым, ғазраилдың йырын йырланың; купме ҡыйын куреп, купме вайым, укһеп-укһеп өҙөлөп иланың. Ш. Бабич.
3. диал. Оҫта, ипле. □ Мастер, умелый человек. М Ырыя менән генә, вайым менән генә һораша. Ну вайым кеше! Экспедиция материалдарынан.
58