Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 59 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ВАЙЫМҺЫҘЛАНЫУ
♦ Вайымында ла юҡ уйлап та ҡарамай, иҫкә лә алмай. □ соотв. Нет и в помине. Балаһы вайымында ла юҡ.
ВАЙЫМЛАНЫУ (вайымлан-) (Р.: беспокоиться; И.: worry (about); T.: endişelenmek) ҡ.
Нимәлер тураһында борсолоп уйланыу; һағышланыу. □ Беспокоиться, грустить. // Беспокойство, грусть. Вайымланып ултырыу. ■ Атайым үҙенең төп хужа вазифаһын үтәй башлағандан һуң тәү мәлдә вайымланып йөрөнө. С. Аксаков.
ВАЙЫМЛАУ (вайымла-) (Р: беспокоиться; И.: be anxious (about); T.: endişelenmek) ҡ.
1. Нимәлер тураһында уйлап борсолоу. □ Беспокоиться. Бала тураһында уйлап, вайымлау. Бәләкәй баланың һаулығын вайымлау.
2. диал. Арттырып, юҡты бар итеп һөйләү. □ Преувеличивать.
ВАЙЫМЛЫ (Р: заботливый; И.: caring; T.: düşünceli) с.
1. Нимәнелер хәстәрләй, кем йәки нимә тураһындалыр борсола, ҡайғырта белгән. □ Заботливый, беспокойный, хлопотливый. Вайымлы ата-әсә. Вайымлы ир. Вайымлы педагог. Балалар баҡсаһында вайымлы тәрбиәселәр эшләй.
2. Тормошҡа етди ҡарай торған, төплө, ышаныслы. □ Надёжный, заботливый. Вайымлы ир-егеттәр. Хисмәткә бәләкәйҙән яуаплы эш тапшырҙылар, вайымлы, ышаныслы ине ул. ■ Бығаса иғтибарламағанмын, һуҡыр, һаңғырау булғанмын, гүйә, дөрөҫөрәге, ошо хәлдәрҙе күреү, ацпау халәтенә өлгөрөп етмәгәнмен! Үҙемде аҡыллы, вайымлы тип йыуанып йөрөгән булам. Г. Яҡупова.
3. Борсоулы, уйсан (йөҙ, ҡараш тураһында). □ Заботливый, беспокойный (о лице, взгляде). Вайымлы ҡараш. Вайымлы сырай. Вайымлы йөҙ-сырай.
ВАЙЫМ СИГЕҮ (вайым сик-) ҡ. ҡар. вайымланыу, һағышланып, вайым сигеү.
ВАЙЫМСЫЛ (Р.: заботливый; И.: caring; T: düşünceli) с.
1. Нимәнелер хәстәрләй, кем йәки нимә тураһындалыр борсола, ҡайғырта белгән; вайымлы. □ Заботливый, беспокойный, хлопотливый. Вайымсыл кеше. Вайымсыл етәксе.
2. диал. Ҡат-ҡат уйлап, оҙаҡ хәл иткән.
□ Тяжёлый на подъём. Атайым вайымсыл булды. Алабарман түгел, вайымсыл кеше ул. ■ Тәүәккәл кешеләр генә теләгенә ирешә. Вайымсыл кешенән бер ни ҙә сыҡмай ул!..
3. Биишева.
ВАЙЫМҺЫҘ I (Р: беззаботный; И.: carefree; T: kaygısız) с.
1. Борсола, уйлай белмәгән. □ Беззаботный, беспечный. Вайымһыҙ бала саҡ. Вайымһыҙ кескәйҙәр. ■ Мин — вайымһыҙ түгел. Башҡа минең дан-һөнәрем, йырым, хәлдәрем. М. Басыров.
2. Ғәмһеҙ, бер нәмәгә лә иҫе китмәгән.
□ Безразличный, равнодушный. Вайымһыҙ кеше. Вайымһыҙ малсы. Вайымһыҙҙар ғына уйлай белмәй. ■ Һин миңә дуҫ та түгелһең, йәки дошман да түгел. Нисектер, һиңә ҡарата вайымһыҙ минең күңел. Ш. Бикҡол.
ВАЙЫМҺЫҘ II (Р: безразлично; И.: indifferently; T: kaygısız) р.
Уйһыҙ, борсолоуһыҙ. □ Безразлично, равнодушно. Вайымһыҙ йөрөү. Вайымһыҙ йәшәү. Вайымһыҙ көлөү. М Ҡолсобай күлдәге өҫтөнән кейгән френчын сисеп урындыҡҡа бырғаны ла түшәге өҫтөнә барып ултырҙы һәм, бер ни ҙә аңламаған кеше һымаҡ, башын һалындырып вайымһыҙ ғына һораны. Я. Хамматов. Бына Сания бығаса ҡыҙҙарға вайымһыҙ ҡала килгән йөрәгемде ҡуҙғатты, бер күреүҙә үк уның тыныслығын бөтөрҙө. Н. Мусин. • Вайымһыҙ йөрөһәң йәй көнө, алымһыҙ булырһың көҙ көнө. Мәҡәл.
ВАЙЫМҺЫҘ БУЛЫУ (вайымһыҙ бул-) ҡ. ҡар. вайымһыҙланыу. Вайымһыҙ булыу йүнлегә алып бармай.
ВАЙЫМҺЫҘ-ҒӘМҺЕҘ с. ҡар. вайымһыҙ I, 2. Вайымһыҙ-ғәмһеҙ саҡ.
ВАЙЫМҺЫҘЛАНЫУ (вайымһыҙлан-) (Р: быть беззаботным; И.: be unconcerned, carefree; T: kaygısızlanmak) ҡ.
59