Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 60 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ВАЙЫМҺЫҘЛЫҠ
Вайымһыҙға әйләнеү, вайымһыҙлыҡ күрһәтеү. □ Быть беззаботным, беспечным. Вайымһыҙланып йөрөү. ■ Донъянан ваз кискәндәй вайымһыҙланып иҙәнгә текләгән «мәсет ҡарасҡыһы» шул ыңғайҙа кинәт һушына килеп ырғып торҙо, үтә ҡурҡып ҡалтырауҙан танау япраҡтары өрөлөп, күҙе маңлайына күсте. Й. Солтанов.
ВАЙЫМҺЫҘЛЫҠ (вайымһыҙлығы) (Р.: равнодушие; И.: indifference; T.: kaygısızlık) и.
Ниндәйҙер хәлгә битараф ҡараш; ғәмһеҙлек, моңһоҙлоҡ. □ Равнодушие, безразличие, беззаботность. Вайымһыҙлыҡ күрһәтеү. ■ Вайымһыҙлыҡ йоҡоһонда ойоп, ырыҫыбыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡмайыҡ! Билде бишкә бөгөп, тирҙәр түгеп, халыҡ ышанысын аҡлайыҡ! А. Игебаев. Егерме йәшлек егет булһа ла, йөҙөндә бала-саға вайымһыҙлығы, битарафлыҡ һиҙелә. Ф. Янышев.
ВАКАНСИЯ [рус. < фр. vacant ‘буш булған’ < лат. vacare ‘буш итеү’] (Р: вакансия; И.: vacancy; T.: açık yer) и.
1. Вакантлы вазифа. □ Вакансия (вакантная должность в штате учреждения). Вакансия булыу. Вакансия биреү. Вакансия юҡ. Вакансия урындары.
2. Ниндәйҙер учреждениела, ойошмала башҡарыусыһы билдәләнмәгән буш эш, уҡыу урыны. □ Вакансия (незанятое место в каком-л. учреждении или заведении). Вакансияны алыу. Предприятиеларҙа яңы вакансиялар асыла. Вакансиялар асылыуҙы көтөү. П Исмәғил Тасимов Тау училищеһын Югов заводы янында Уралда асыуҙы һорай. Һуңғараҡ.. Тау институты барлыҡҡа килә. XIX быуаттың тәүге яртыһында унда башҡорттар өсөн өс вакансия асыла. «Йәншишмә», 4 ноябрь 2011.
В АКАНТ [рус.] с. ҡар. вакантлы. Ва-кант урын.
ВАКАНТЛЫ (Р: вакантный; И.: vacant; T.: açık) с.
Штатта ҡаралған, хеҙмәткәре тәғәйенләнмәгән, буш торған (эш урыны тураһын
да). □ Вакантный. Вакантлы вазифа. Вакантлы эшкә урынлашыу. Вакантлы урын.
ВАКСА [рус. < нем. Wachs ‘балауыҙ’] (Р: вакса; И.: shoe polish; T.: ayakkabı boyası) и.
Аяҡ кейеменә һөртөү өсөн балауыҙ, ҡором, туң май ҡушып яһалған май. □ Вакса. Вакса менән буяу. ■ [Юлаусы] бүкәнташҡа алмаш-тилмәш баҫып, таҙартҡысын ҡыҙыу-ҡыҙыу ышҡытып, итектәренән юл саңдарын осортто ла вакса һөртөп ялтыратты. Й. Солтанов.
ВАКСАЛАУ (ваксала-) (Р.: ваксить; И.: shoepolish; T.: ayakkabı boyası ile boyamak) ҡ.
Аяҡ кейемен вакса менән буяу, ялтыратыу. □ Ваксить. Итектәрҙе ваксалау. Аяҡ кейемен таҙартҡандан һуң ваксалау яҡшы. Ботинкаларҙы ваксалау.
ВАКУУМ I [рус. < лат. vacuum ‘бушлыҡ’] (Р: вакуум; И.: vacuum; T.: vakum) и.
1. физ., тех. Герметик һауыт эсендәге баҫымы һауаныҡынан түбән газ. □ Вакуум. / Вакуумный. Вакуумда ҡойолған ҡорос. Вакуумда төрөлгән ярым ыҫланған колбасалар.
2. күсм. Нимәнеңдер юҡлығы, бушлыҡ. □ Вакуум (полное отсутствие, недостаток чего-л.)./ Вакуумный. Кешелек вакуумында йәшәү. Рухи вакуумға дусар ителгән кеше. Кеше менән аралаштырмай вакуумда йәшәтә ул балаһын.
ВАКУУМ- II [рус. < лат. vacuum ‘бушлыҡ’] (Р: вакуум; И.: vacuum; T.: vakum)
Ҡушма һүҙҙәрҙең «вакуум»ға (I, 1) бәйле мәғәнәһен биргән тәүге өлөшө. □ Вакуум-(первая часть сложных слов со значением «относящийся к вакууму (I, 1)». Вакуум-генератор. Вакуум-костюм. Вакуум-фильтр.
ВАКУУМ-АППАРАТ [рус ] (Р: вакуум-аппарат; И.: vacuum machine; T.: vakum makinesi) и. а. х., тех.
Ҡоро йәки ҡуйыртылған һөт, емеш һуттары һ. б. әҙерләгәндә, һыу, торбалар буйынса йөрөп, уларҙың парын һыуытып, һыуҙарын кәметеп, үҙҙәрен ҡуйыртып сығара торған аппарат. □ Вакуум-аппарат. Ваку-ум-аппаратты эшләтеү. Вакуум-аппарат-тан сығарыу.
60