Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 635 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЗӘМЗӘМ ҺЫУЫ
ЗӘҠҠУМ [ғәр. еА>] (Р.: ядовитое дерево в аду; И.: poisonous tree in hell; T.: zakkum) и.
1. дини. Ислам дине буйынса, тамуҡтағы ағыулы ағас. □ Ядовитое дерево в аду.
2. кусм. Үтә ныҡ әсе, зәһәр ағыу. □ Сильнодействующий яд; горечь, ядовитость. ■ Алманым да, эсмәнем дә зәһәр зәҡҡум тостарын. X. Ғәбитов. • Ҡатын яҡшы булһа — ҡатын, яман булһа — зәҡҡум. Әйтем.
ЗӘҠҠУМЛЕ (Р.: ядовитый; И.: poisonous; T.: zehirli) с.
1. Ағыулы, ағыу һалынған. □ Ядовитый, отравленный. Зәҡҡумле шарап.
2. кусм. Зәһәр, әсе. □ Горький, горестный. ■ Нишләйем һуң? Зәҡҡумле хәсрәттәр менән куңелем яна. Ш. Бабич.
ЗӘҠӘТ [ғәр. si£j] (Р: закат; И.: zakat, zakah; T.: zekât) и. дини.
Шәриғәт буйынса, хәлле мосолмандарҙың йыллыҡ тошөмөнөң кимәле билдәле нисәпкә еткәндә, байлыҡтың мохтаж мосолмандарға хәйергә бирелергә тейешле ҡырҡтан бер өлөшө. □ Закат (в исламском праве обязательная ежегодная выплата части богатства (одна сороковая часть) состоятельного мусульманина, обладающего необходимым минимумом средств, называемого нисабом, в пользу бедных). Зәҡәт алыу. Зәҡәт биреу.
ЗӘҠӘТЛЕ (Р: состоятельный; И.: well-to-do-cient; T.: varlıklı) c.
Зәҡәт бирер хәлдәге; хәлле. □ Состоятельный, имеющий достаток, средства. ■ Ил имамдары ла, зәҡәтле, саҙаҡалы байҙар ҙа Николай батша яңынан ҡайта, имеш, тиҙәр.
3. Бәшири.
ЗӘҠӘТСЕ (Р: собиратель заката; И.: zakat collector; T.: zekât toplayan kimse) и.
Зәҡәт йыйған кеше. □ Собиратель заката.
ЗӘЛ (Р: последствие; И.: consequence, effect; T.: sonuç) и. һөйл.
Ярамаған эштең шауҡымы; касафат. □ Последствие, влияние, результат. Йәш саҡта аслы-туҡлы йөрөуҙең зәле инде — ашҡаҙан ауырта. Яһиллығының зәле төшкән уға, шуға ауырый. ■ Зәкиҙең эске
зәленән башы шартларҙай булып ауырта. В. Нафиҡов.
ЗӘЛЕШ (Р: пырей; И.: couch grass; T.: ayrık otu) и. диал.
Аҡтамыр. □ Пырей.
ЗӘЛИЛ (Р: низкий; И.: poor, miserable; T.: zelil) с. иҫк. кит.
Хурлыҡлы, түбән, ҡәҙерһеҙ. □ Низкий, презренный. Зәлил ҡылыҡ.
ЗӘЛӘТЕР и. диал. ҡар. зәлеш.
ЗӘМ (Р: честолюбие; И.: fervour, ambition; pep; T.: şan şeref düşkünlüğü) и. диал.
Сэм. □ Честолюбие; задор. Зәмгә тейеу. Зәм килеу.
ЗӘМБӘЛӘ (Р: ревматизм; И.: rheumatism; rheumatics; T.: romatizma) и. диал.
1. Быуын ауырыуы. □ Ревматизм. Зәм-бәләнән йонсоу.
2. Зәңге. □ Цинга. ■ Зәмбәләнән ҡурсалап инде, киптерелгән тамыр, еләк-емеш ашаталар. Уныһы ла ҡайҙа ул, наҡыҫ ҡына. Экспедиция материалдарынан.
ЗӘМБӘРӘ и. диал. ҡар. тирәс.
ЗӘМЗӘ и. диал. ҡар. зәржә*
ЗӘМЗӘМ [ғәр. e>j] (Р.:земзем; И.: kind of sacred spring; T.: Zemzem) и.
1. Мәккәлә ҡәғбә янындағы бер ҡоҙоҡ исеме һәм уның һыуы (мосолман дине буйынса, һыуы изге, шифалы һанала). □ Земзем, святая вода (название священного источника у храма Каабы в Мекке и вода этого источника). Зәмзәм һыуы. ■ [Дәруиш:] Пәйғәмбәрҙең изге ҡәбер ташын уҙ ҡулдарым менән һыйпап, зәмзәм ҡойоһонан тамсы-тамсы һыу эсеп килгән әҙәммен мин. М. Кәрим.
2. кусм. Йәнгә рәхәтлек, еңеллек килтергән нәмә. □ Душевное удовольствие. ■ Раббым, уҫһен был балам, .. етһен кеше булһын ғына, донъяның шатлыҡ вә рәхәт Зәмзәмен йотһон ғына. М. Сабит.
ЗӘМЗӘМ ҺЫУЫ (Р: вино; И.: wine, spirits; T.: şarap) и. һөйл. шаяр.
Иҫерткес эсемлек, шарапҡа ҡарата әйтелә. □ Вино. ■ Ирҙәр ярыша-ярыша зәмзәм һыуы йота. А. Игебаев.
635