ЗӘҒФЕРӘН
■ Төтөндәрҙең зәһәр ағыуҙары зәғифләгән ике күҙемде. Б. Вәлид.
2. күсм. Аҡыл, уйлау һәләтенә зыян килтереү. □ Наносить вред рассудку, памяти, здравомыслию, искалечить духовно. Аҡылды зәғифләү.
ЗӘҒФЕРӘН I [ғәр. j] (P.: шафран; И.: saffron; T.: safran) и. бот.
1. Һуған төплө, ҡыяҡ япраҡлы, ҡыҙғылт күк төҫтәге ҡыңғырау сәскәле көньяҡ үләне (сәскәһенең инәлеге кулинарияла, парфюмерияла һары төҫ һәм тәмле еҫ биреү өсөн ҡулланыла). □ Шафран. / Шафранный, шафрановый. Зәғферән саңы. Зәғферән үҫтереү эше. Зәғферән емеше. Зәғферән төҫлө. Зәғферән ҡушылған еҫ. Урман зәғферән төҫ алды.
2. Өйҙә үҫтерелгән шул үлән һымаҡ гөл.
□ Комнатное растение. Зәғферән гөлө.
ЗӘҒФЕРӘН II [ғәр. jijec. j] (Р: шафрановый; И.: saffron; T.: safran) с.
Асыҡ һары төҫ. □ Жёлтый, шафрановый.
■ [Бөжәктәр] зәғферән һарыһына буялған ҡамыл төптәрендә мыж килә. И. Ғиззәтуллин.
ЗӘҒФЕРӘН БУЛЫУ (зәғферән бул-) (Р: пожелтеть; И.: grow yellow; T.: sararmak) ҡ.
1. Һарғайыу, һары төҫкә инеү. □ Пожелтеть, принять шафрановый цвет.
2. күсм. Һарыға һабышыу, ҡайғырыу.
□ Пожелтеть от горя, предаваться грусти, тоске.
ЗӘҒФЕРӘН ГӨЛӨ и. бот. ҡар. зәғферән
1,2.
ЗӘҒФЕРӘН ИТЕҮ (зәғферән ит-) (Р: повергать в печаль; И.: sadden; T.: üzüntü vermek) ҡ.
Һарғайтыу, һарыға һабыштырыу. □ Повергать в печаль, в тоску кого. ■ Мөхәббәт әйтә: «Фарһад — минең гөлөм, зәғферән итермен алһыу йөҙөн». Картотека фондынан.
ЗӘҒФОРАН [ғәр. и. бот. ҡар. зәғферән I.
ЗӘЙНӘБИЛ (Р: имбирь; И.: ginger; Т.: zencefil) и. бот.
Эфир майҙарына бай күп йыллыҡ тропик үҫемлек. □ Имбирь (лат. Zingiber).
ЗӘЙТҮН [ғәр. ûj^j] (Р: олива; И.: olive (tree); T.: zeytin) и. бот.
1. Ваҡ ҡына аҡһыл сәскәле, ҡауырһын япраҡлы мәңге йәшел көньяҡ ағасы. □ Олива, оливковое дерево, маслина, масличное дерево. // Оливковый, маслинный, маслиновый. Зәйтүн урманы. ■ Беҙҙе ҡышҡы бурандар ажғырғанда, ул ерҙәрҙә [Вьетнамда] зәйтүн ағастары сәскә ата. М. Кәрим. Өй артындағы баҡсала зәйтүн тигән гөлдәр бар. Халыҡ йырынан.
2. Шул ағастың май бирә торған оҙонсараҡ ваҡ емеше (ашты тәмләү һәм ҡиммәтле май алыу өсөн ҡулланыла). □ Маслина, олива. Зәйтүн емеше.
ЗӘЙТҮНГӨЛ (Р: декоративная олива; И.: olive species; T.: zeytin) и. бот.
Төптән үк ҡыяҡ булып сыҡҡан эре киң япраҡлы, һабағының осонда эре һарғылт ҡыҙыл, ҡыҙыл йәки ҡуйы һары сәскәһе булған декоратив үҫемлек, гөл. □ Декоративная олива, маслина. Зәйтүнгөл үҫтереү. ■ Күңелемдең баҡсаһында зәйтүнгөл алһыу бурҙат сәскә атты тағы ла. К. Кинйәбулатова.
ЗӘЙТҮН МАЙЫ (Р: оливковое масло; И.: olive (tree); T: zeytin yağı) и.
Зәйтүн емешен беренсе ҡат һығып алынған сифатлы май. □ Оливковое масло.
ЗӘЙТҮН ҺЫМАҠТАР (Р: оливковые; И.: olive (tree); T.: zeytingiller) и. бот.
Таж япрағы икегә бүленеп торған суҡ сәскәле, ҡара-ҡаршы сыҡҡан ҡауырһын япраҡлы ағастар ғаиләһе (йәсмин, сирень, сәй, зәйтүн ағасы һ. б. инә). □ Оливковые.
ЗӘЙТҮНӘ [ғәр. ЧАи] и. ҡар. зәйтүн 1, 2.
ЗӘЙТҮНӘ ТӨҪ (Р: тёмно-зелёный; И.: bottle green; T: koyu yeşil) c.
Ҡуйы йәшел (төҫ). □ Тёмно-зелёный (цвет). Зәйтүнә төҫлө күл. Зәйтүнә төҫөндәге күлдәк.
ЗӘЙХАР (Р: зарница; И.: heat lightning; Т: balk) и. диал.
Ялағай. □ Зарница.
ЗӘҠАТ [ғәр. «ısj] и. ҡар. зәҡәт.
634