ЗӘҒИФЛӘҮ
дер [биҙәлгәндер] вәһмегеҙҙә [боҙоҡлоҡта], һүҙегеҙ мобәййәндер [әйтеләлер] зәғемегеҙҙә. М. Аҡмулла.
ЗӘҒИФ I [ғәр. (Р.: изувеченный; И.: crippled, mutilated, maimed; T.: sakat) c.
1. Тәненең берәй ағзаһы имгәнгән; ғәрип.
□ Изувеченный, искалеченный, увечный. Зәғиф кеше. Зәғиф ҡул. Зәғиф булып ҡалыу. Аяғы зәғиф.
2. Үҫә алмаған, имгәнеп насар үҫкән.
□ Неразвитый, чахлый, нездоровый, незрелый, слабый. Зәғиф ағас. Зәғиф тамырҙар. Зәғиф үҫентеләр. ■ Нефть ятҡылыҡтары өҫтөндә ҡайсаҡ зәғиф, ә ҡайсаҡ ғәҙәттән тыш ҙур булып үҫкән төрлө үҫемлектәрҙе күрергә була. Д. Бураҡаев.
3. күсм. Хәлһеҙ, көсһөҙ. □ Слабый, немощный, хилый; упавший (о голосе); скупой (о свете). Зәғиф тауыш. Зәғиф яҡтылыҡ. ■ Өммәтҡол ағай иҫән саҡта шаулап торған тормош ҡапыл һүнде, ҙур ҡуралы йортта ике зәғиф кенә йән эйәһе [Хәбибә еңгә менән Әлимә] ҡалды. Д. Юлтый.
4. күсм. Йомшаҡ тәбиғәтле, ихтыярһыҙ.
□ Безвольный, мягкий, слабый. Зәғиф күңел. ■ Ишандың .. күҙҙәре .. үткер, тура ҡарағанда зәғиферәк кешеләрҙең башы эйелмәй ҡалмай. М. Ғафури.
5. күсм. Камиллыҡҡа етмәгән, өлгөрөп бөтмәгән. □ Несовершенный, слабый, бессильный. ■ Һиңә [Зөләйха] дан йырлар өсөн телем зәғиф, һөйөүемде әйтергә һүҙем зәғиф. С. Юлаев.
ЗӘҒИФ II [ғәр. -4^] (Р.: калека; И.: multilated condition; T.: sakat) и.
Берәй ере имгәнгән кеше. □ Калека. Зәғифкә әйләнеү.
ЗӘҒИФЛЕК (зәғифлеге) (Р: искалечен-ность; И.: mutilated condition; T.: sakatlık) и.
1. Тәндәге физик кәмселек; ғәриплек.
□ Искалеченность, изувеченность, увеч-ность. ■ Дауаланыуға ҡарамаҫтан, айырым осраҡтарҙа һаулыҡ яҡшырмай: сир йә хроник формаға күсә, йә аяныс зәғифлек барлыҡҡа килә. В. Ғүмәров.
2. күсм. Аң, аҡыл кәмселеге. □ Слабость, бессилие, немощь. Аҡыл зәғифлеге. Рухи зәғифлек. ■ Аҡылға зәғифлек тыумыштан йәки берәй ауырыуҙан һуң булырға мөмкин. М. Ғатауллин.
ЗӘҒИФЛӘНДЕРЕҮ (зәғифләндер) (Р: калечить; И.: mutilate; cripple, maim; T: sakat etmek) ҡ.
1. Зәғиф итеү, ғәрипләндереү. □ Калечить, искалечить, увечить, изувечить.
2. күсм. Хәлһеҙләндереү, йонсотоу, ҡаҡшатыу. □ Ослаблять, ослабить, обессилить, изнурять.
ЗӘҒИФЛӘНЕҮ (зәғифлән-) (Р: калечиться; И.: mutilate; get crippled, maim; T: sakatlanmak) ҡ.
1. Имгәнеп зәғифкә әйләнеү, ғәрипләнеү. □ Калечиться, искалечиться, увечиться, изувечиться. ■ Тамыры ҡеүәтле бит уның, тарбайланып тәрәндә ята, ҡаҙғанда ныҡ зәғифләнмәһә, мандып та ҡуйыр. Г. Яҡупова. [Заһиҙулла:] Әсәй, унан да ҡаты зәғифләнеп ҡалалар бит. Ана Исмаҡ тәмәке һыуы эскән дә, .. ҡан төкөрөп йөрөй, ти. Һ. Дәүләтшина. Малай тупты ҡағып ебәрә, ул ҡайһыһының ҡулына, ҡайһыһының аяғына тейеп, емереп сығып китә. Күп малай зәғифләнә. Әкиәттән.
2. Хәлһеҙләнеү, көсһөҙләнеү. □ Слабеть, ослабить, обессиливать, изнуряться, изматываться. Тауышы бөтөнләй зәғифләнгән. 9 Бер-ике йыл эсендә әсәйең бөтөнләй эштән сыҡты, сәләмәтлеге зәғифләнде, .. ауырыуға һабышты. Б. Мирзанов.
3. күсм. Кешенең рухи көсөнә, һәләтенә зыян килеү. □ Терять рассудок, память, здравомыслие, духовные способности; йҫ-калечиться духовно. Иҫ-аҡылы зәғифләнгән. Хәтер зәғифләнеү.
ЗӘҒИФЛӘТЕҮ (зәғифләт-) ҡ. йөкм. ҡар. зәғифләү, понуд. от зәғифләү.
ЗӘҒИФЛӘҮ (зәғифлә-) (Р: калечить; И.: mutilate; cripple, maim; T: sakatlamak) ҡ.
1. Тәнгә, берәй ағзаға зыян килтереү; имгәтеү, ғәрипләү. □ Калечить, увечить кого-то; подрывать, расшатывать (здоровье).
633