Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 85 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ВАФИЛА
радость, удивление. Вау! Ҡайһылай килешә! Вау! Бигерәк матур кулдәк кейгәнһең!
ВАУ-ВАУ (Р.: гав-гав; И.: bark(ing); Т.: hav) оҡш.
Эт өргән тауышты белдергән һүҙ. □ Гав-гав (лай собаки). ■ Beş ҙә сабыйҙар инек, ҡош-ҡорт, кейек-януар менән, ер-һыу менән, һауа менән бәләкәстән уҙебеҙсә — башҡортса һөйләшеп уҫтек. Эт беҙгә «вау-вау!» тип өрҙө, өйрәк «быжҡ-быжҡ!» тип өндәште, тәлмәрйендәр «баҡаҡаҡ!» тип йырланы, әтәс «кикерикук!» тиеп уятты. Й. Солтанов.
ВАУ-ВАУ ИТЕҮ (вау-вау ит-) (Р.: лаять; И.: bark; T.: havlamak) ҡ. бал.
Эт өрөүе. □ Лаять (о собаке). Ауыл осонда эттәр вау-вау итә.
ВАУ ҘА ВАУ ымл. ҡар. вау-вау.
ВАУЧЕР [рус. < ингл. voucher] (Р: ваучер; И.: voucher; T.: senet) и.
1. Тауар өсөн түләүҙе белдергән документ. □ Ваучер. Ваучер алыу.
2. Дәүләт тарафынан хосу сил аштырыу барышында бирелгән мөлкәт тураһындағы танытма (ҡиммәтле ҡағыҙ). □ Ваучер. Ваучер таратыу. ■ Ерҙе һатыу тураһында һөйләгәндә ваучерҙарҙы иҫкә төшөрөргә кәрәк. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында илебеҙҙә предприятиеларҙы ваучерҙар ярҙамында хосусилаштырыу башланды. Картотека фондынан.
3. Сит ил туристик путёвкаларына ҡушылма булып хеҙмәт итеүсе һәм теге йәки был илгә инеүгә хоҡуҡ биргән документ. □ Ваучер. Ваучерға йәшәу, ашау хаҡы индерелгән була. Туроператорҙан ваучер алыу.
ВАФА [ғәр. (р.: верность, преданность; И.: fidelity; T.: vefa) и. иҫк.
Тоғролоҡ, ышаныс. □ Верность, выдержанность, доверие. ■ Был донъяҡайҙарҙың вафаһы юҡ, уйнап та ғына көлөп ҡалайыҡ. Халыҡ йырынан. Ғәзизем, донъяны кем тамамлаған, донъянан вафа һис кем таба алмаған. Аҙаштым, туҡтап торамын,
мәрхәмәт ҡыл, әжере ҡайтыр һеҙгә бер Алланан. М. Аҡмулла.
ВАФА ИТЕҮ (вафа ит-) (Р: оказать доверие; И.: display trust; T.: güvenmek) ҡ. иҫк.
Тоғролоҡ күрһәтеү. □ Оказать доверие. ■ Иҫән булһаҡ, ғумер вафа итһә, бер әйләнеп, бәлки, ҡайтырбыҙ. Ғ. Ғүмәр.
ВАФА ҠЫЛЫУ (вафа ҡыл-) ҡ. ҡар. вафа итеү. ■ Вафа ҡылдыҡ һеҙгә, әй, йән! М. Өмөтбаев. • Вәғәҙә ҡылһаң, вафа ҡыл. Әйтем.
ВАФАТ [ғәр. blâj] (Р.: кончина; И.: decease, demise; T: vefat) и.
Үлем. □ Кончина, смерть. ■ Ниңә килмәй икән уның хаты, әллә юҡмы икән форсаты? Хат килмәукәйенэ сәбәп икән биса-раҡайымдың вафаты. Халыҡ йырынан.
ВАФАТ БУЛЫУ (вафат бул-) (Р: скончаться, умирать; И.: pass away; T.: vefat etmek) ҡ.
Үлеү. □ Умирать. ■ Абдрахман батыр яуҙан ҡайтҡас та һалдат хеҙмәтен ҡуймаған, вафат булғансы резервтағы сотня командиры вазифаһын атҡарған. М. Өмөтбаев. Йәнкәй-йәнәш китте, ай, һунарға, Ашҡаҙарҡай буйы ла шәшкегә. Шәшкеләргә китеп, вафат булды, башҡынайым ҡалды ла йәш кенә. Халыҡ йырынан.
ВАФАҺЫҘ (Р: ненадёжный; И.: unreliable; unsafe; T: vefasız) с. иҫк.
Тотанаҡһыҙ, тоғролоҡһоҙ, ышанысһыҙ. □ Ненадёжный, ненастоящий. Вафаһыҙ донъя. Вафаһыҙ әҙәм. ■ Был вафаһыҙ донъя беҙгә бирмәҫ аман, шатлыҡты бирһә, алды бик тиҙ заман. М. Өмөтбаев. Заман бик вафаһыҙ, фариз иткән нәмәләр һәр ваҡытта теләгән рэуештә барып тормай вә һәр бер өмөт ителгән нәмә өмөт ителгән рэуештә дауам итмәй. Р. Фәхретдинов. • Вафаһыҙ дуҫ баш ашай. Әйтем.
ВАФИ [ғәр. (Р: верный слову; И.: true to one’s word; T.: vâfi) с. иҫк.
Һүҙенә тоғро, ышаныслы. □ Верный слову.
ВАФИЛА [рус.] (Р: вафля; И.: wafer; Т.: gofret) и. диал. ҡар. вафля 1.
85