Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 84 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ВАТЫЛЫУСАН
2. диал. ҡар. боҙолоу 1. Трактор ватылған. Автобус ватылған. Йоҙаҡ ватылған. • Арбаң ватылғас, юл күрһәтеүсе күп була. Әйтем.
3. диал. күсм. Ҡаҡшау, таушалыу, туҙыу, ҡыйралыу, һыҙланыу, йонсоу. □ Быть разбитым, сильно уставшим, обессиленным. Тән ватылған. Юлдан бөтә ерем ватылды. ■ Ватылған тән ағзаһына ял кәрәк ине. Ә. Хәкимов. Беҙ, туғаным, һуғыш ваҡытында ватылып бөттөк. Экспедиция материалдарынан.
4. диал. Туҡмалыу. □ Быть побитым. Мин һине ватам хәҙер. Стәрле малайҙарынан ватылып ҡайттыҡ.
ВАТЫЛЫУСАН (Р.: хрупкий; И.: fragile, frail, brittle; T: kırılgan) c.
Тиҙ генә емерелеүсән, боҙолоусан әйбер.
□ Ломкий, хрупкий, непрочный. Тиҙ ватылыу сан һауыт-һаба.
ВАТЫП-ЕМЕРЕП р.
1. ҡар. вата-емерә 1. Ватып-емереп килеп инде. Ватып-емереп ташланы. Ҡаралтыны ватып-емереп бөтөрөү.
2. күсм. ҡар. вата-емерә 2. Инглизсә ватып-емереп һөйләшеү.
ВАТЫП ЕМЕРЕҮ (ватып емер-) (Р.: разрушить; И.: demolish; T: yok etmek) ҡ.
Пыран-заран килтереү, ҡыйратыу.
□ Разрушить, ломать, сокрушать, уничтожить. Ҡапҡаны ватып емереү. Эшләгәнде ватып емереү.
ВАТЫП-ҠЫРЫП р. ҡар. вата-емерә 1. Стакандарҙы ватып-ҡырып бөтөрөү.
ВАТЫП-ҺЫНДЫРЫП р.
1. ҡар. вата-емерә 1. Өй йыһаздарын ватып-һындырып бөтөрөү.
2. ҡар. вата-емерә 2. Инглизсә ватып-һындырып аңлатты.
ВАТЫУ (ват-) [боронғо төрки yarn-} (Р: бить; И.: break; T: kırmak) ҡ.
1. Сатнатып, сайратып, бөтөнлөгөн бөтөрөү; ярыу. □ Бить, разбивать.// Битьё. Сынаяҡты ватыу. Бәреп ватыу. Төшөрөп ватыу. ■ Әсәһе ҡайтҡансы, ул [Яҡуп] мунса мөрйәһенең осона ҡуйылған ҡалай торбаны
атып төшөрөргә лә, уң күрше Сабирҙарҙың нигеҙ өйөмөндә торған балсыҡ көршәкте ватырға ла, һул күрше Йомабикә ҡарсыҡтың үлән өҫтөндә ултырған еҙ ҡомғанын йәмшәйтергә лә өлгөрҙө. М. Кәрим. Сарала.. спорт ярыштары — тоҡ менән һуғышыу, арҡан тартыш, ҡатыҡтан аҡса эҙләү, күҙҙе бәйләп көршәк ватыу кеүек милли уйындарҙың бөтәһендә лә халыҡ бик теләп ҡатнашты, бүләктәр ҙә отто. «Йәшлек», 2 июнь 2009. • Себен тулап тәҙрә ватмаҫ. Мәҡәл.
2. диал. Ярыу. □ Колоть, щёлкать. Утын ватыу. Шәкәр ватыу.
3. Аҡтарып, соҡоп алыу; ҡаҙыу. □ Колоть, щёлкать; раскатывать, разбить. Таш ватҡан урын.
4. Яраҡһыҙ хәлгә килтереү, боҙоу. □ Ломать, разбить. Машинаны ватыу. Йоҙаҡты ватыу.
5. күсм. Телде боҙоп һөйләү. □ Разговаривать, ломая язык. Телде ватыу.
6. диал. күсм. Ҡаҡшатыу, ҡыйралдырыу, һыҙлап ауыртыу. □ Подрывать (здоровье). Ауыр эш тәнде вата.
7. диал. күсм. Туҡмау, бешеү. □ Бить, избивать.
♦ Баш ватыу ниҙелер аңларға, хәл итергә тырышып бик ныҡ уйлау. □ соотв. Ломать голову. ■ Гариф, Ҡыҙырастың быйыл ҡайһы саҡта әллә нисек сәйер булып китә торған яңы, ят ғәҙәттәре тураһында баш вата-вата, яңғыҙы ғына ҡайтып китте.
3. Биишева.
ВАУ I (Р: двадцать первая буква арабского алфавита; И.: the twenty-first letter of the Arab ABC; T: Arap alfabesinin yirmi birinci harfi).
Ғәрәп алфавитындағы егерме беренсе хәрефтең исеме. □ Двадцать первая буква арабского алфавита.
ВАУ II [рус. < ингл. wow!] (Р: вау!; ого!; И.: wow; T: vay) ымл.
Йәштәр араһында ҡулланылған ымлыҡ, шатлыҡты, аптырауҙы белдерә. □ Выражает
84