ВАТЫЛЫУ
Ваҡ өлөштәргә бүлгеләү. □ Разламывать, раскалывать, раздроблять. // Разламывание, раскалывание, раздробление. Шәкәрҙе ватҡылау. Туң итте ватҡылау. ■ [Гөльямал] ҡаҡ ҡоротто бысаҡ осо менән ватҡыланы. Я. Хамматов.
В АТҠЫС (Р: вторая часть сложных слов со значением «размельчания»; И.: breaker; T.: kırıcı) и.
Ҡушма һүҙҙәрҙең икенсе яртыһына ҡушылып, «ваҡлай», «киҫә торған» мәғәнәләге исемдәрҙе бирә. □ Вторая часть сложных слов со значением «размельчания», «дробления». Боҙватҡыс, шәкәрватҡыс.
ВАТМАН [рус. < ингл. Whatman ‘инглиз сәнәғәтсеһе фамилияһынан’] (Р.: ватман; И.: Whatman (paper); T.: karton) и.
һыҙым, проекттар һыҙыу, һүрәт төшөрөү өсөн ҡулланылған сифатлы ҡалын ҡағыҙ.
□ Ватман. / Ватманный. Ватманға төшөрөү. Ватман ҡағыҙы. ■ [Мастер] бер килтереп стена гәзитенә әҙерләгән ватманды алдына һалды. «Ағиҙел», № 11, 2010.
ВАТТ [рус. < ингл. Watt ‘инглиз физигы фамилияһынан’] (Р: ватт; И.: watt; T.: vat) и. физ.
Электр тогы ҡеүәтен үлсәү берәмеге.
□ Ватт. Йөҙ ватлы лампа.
ВАТТМЕТР [рус. < ингл. wattmeter] (Р: ваттметр; И.: wattmeter; T.: vatmetre) и.
Электр тогының ҡеүәтен ватт менән үлсәй торған прибор. □ Ваттметр. Өс фазалы цифрлы ваттметр.
ВАТТЫРЫУ (ваттыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ватыу 1—3. понуд. от ватыу 1—3. Стенаны ваттырыу. ■ Таш ваттырып ташыталар икән — нишләйһең, тәҡдирең шул. Тик ошонда ла хәлеңде еңеләйтергә мөмкинлек бар — тере кеше ҡыбырларға тейеш, тип даими уйларға ғына кәрәк. Б. Рафиҡов.
ВАТЫҠ I (Р: битый; И.: broken; Т.: kırılmış) с.
1. Ватылған, ярыҡ. □ Битый, разбитый. Ватыҡ һауыт. Ватыҡ көҙгө. • Ватыҡ сүлмәктә һыу тормаҫ, тинтәктә һүҙ тормаҫ. Мәҡәл.
2. Төҙөк булмаған, ватылған; боҙоҡ.
□ Неисправный, испорченный, сломанный. Ватыҡ машина. Ватыҡ арба.
ВАТЫҠ II (ватығы) (Р: осколок; И.: splinter, fragment; T: parça, kırık) и.
Ватылған нәмәнең киҫәге; ярсыҡ. □ Осколок. Көҙгө ватыҡтары. Сынаяҡ ватыҡтары. Уйынсыҡ ватыҡтары. ■ Быраҡтырып киләйек әле ошо эшкә ашмаған быяла ватыҡтарын минең ҡала ҡырыйындағы картуф баҡсам ҡырыйына — хәйерһеҙ һуҡыр сысҡан юлын быуырға. Й. Солтанов.
ВАТЫҠ-ЕМЕРЕК I (ватыҡ-емереге) (Р: лом, обломки; И.: wreckage; T: hurda) и.
Ватылған, емерелгән нәмәләр, уларҙың киҫәк, ярсыҡтары. □ Лом, осколки, обломки. ■ Ватыҡ-емеректе төҙәтергә, хужалыҡты ипкә-һапҡа килтерергә, бер һүҙ менән әйткәндә, тормошто ҡәҙимге тәбиғи көйгә һалырға кәрәк буласаҡ. Ә. Хәкимов.
ВАТЫҠ-ЕМЕРЕК II (Р: разбитый; И.: shattered; T: kırık) с. йыйн.
Ватылған, емерелгән, ҡыйралған. □ Разбитый, разрушенный. Ватыҡ-емерек өйҙәр.
ВАТЫҠ-ҺЫНЫҠ с. йыйн. ҡар. ватыҡ-емерек II. Ватыҡ-һыныҡ һауыт-һаба.
ВАТЫЛҒАН (Р: разбитый; И.: shattered, broken; T: kırık) с.
1. Ватылған, емерелгән, ҡыйралған.
□ Разбитый, сломанный. ■ Әҙәпһеҙ кеше бәреп ватылған балсыҡ һауытҡа оҡшай. Уны ямап та булмай, яңынан балсыҡҡа өйләндереп баҫырға ла мөмкин түгел. Башҡортса дини календарҙан.
2. диал. күсм. Ҡаҡшау, ҡыйралыу, һыҙланыу, йонсоу. □ Усталый, разбитый. Ватылған тән. Ватылған арҡа.
ВАТЫЛЫУ (ватыл-) (Р.: биться; И.: break, become broken; T.: kırılmak) ҡ.
1. Сатнап, сайрап, бөтөнлөктө юғалтыу; ярылыу. □ Биться, разбиваться; ломаться. Тәҙрә ватылды. Гәлсәр ваза ватылды. Стакан ватылды. Бөтә йыһаз ватылып бөткән. Сынаяҡ ватылып китте. Тәрилкә ҡулдан төшөп ватылып китте.
83