ВАТАНДАШЛЫҠ
йәшәгән ерҙә .. һәр халыҡ уҙенең милли асылына, теленә, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә, халыҡтың башҡа төрлө ҡиммәттәренә кәмселек килтермәй ватандаштар булып йәшәу хәйерле. Башҡортса дини календарҙан.
ВАТАНДАШЛЫҠ (ватандашлығы) (Р.: гражданство; И.: citizenship; T.: vatandaşlık) и.
Сәйәси һәм хоҡуҡи яҡтан дәүләт граж-дандары иҫәбенә инеү; гражданлыҡ. □ Гражданство. / Гражданский. Ватандашлыҡ тойғоһо. ■ Унда һайлау көнө юлда булған юлсылар ватандашлыҡ бурысын утәйәсәк. «Баш-информ» мәғлүмәт агентлығы сайтынан.
ВАТАНСЫ (Р.: патриот; И.: patriot; Т.: vatansever) и.
Үҙ Ватанын һөйөп, фиҙаҡәр хеҙмәт иткән кеше; илһөйәр. □ Патриот, преданный Родине, Отчизне. ■ Мин — Ватансы, самими бер ижадсы, халҡым менән бергә һулайым, һәр милләткә һиллек, тиңлек юрап, иртәгеһе көнөм, туған телем, илем тураһында уйлайым. А. Игебаев.
ВАТАНСЫ БУЛЫУ (ватансы бул ) (Р: быть патриотом; И.: become a patriot; T.: vatansever olmak) ҡ.
Ватанына хеҙмәт итеү. □ Быть патриотом. Тыуған илеңә ысын ватансы бул.
ВАТАНСЫЛ (Р: патриотический; И.: patriotic; T.: vatansever) с.
Ватанды һөйгән, Ватанға бирелгән. □ Патриотический, патриотичный. Ватансыл тәрбиә. Ватансыл кеше. Ватансыл рухлы йәштәр. Ватансыл итеп тәрбиәләу.
ВАТАНСЫЛЛЫҠ (ватансыллығы) (Р: патриотизм; И.: patriotism; T.: vatanseverlik) и.
Ватансы булыу, патриотлыҡ. □ Патриотизм. Ватансыллыҡ тәрбиәләу. Ватансыл-лыҡты уҫтереу.
ВАТАН ҺУҒЫШЫ (Р: Отечественная война; И.: Patriotic war; T.: Vatanseverlik Savaşı) и.
Илбаҫарҙарға ҡаршы күтәрелгән бөтә ил һуғышы. □ Отечественная война. Ватан һуғышы ветерандары. Ватан һуғышы ҡорбандары. ■ Ватан һуғышы йылдарында улар, быуындары ла ҡатырға өлгөрмәгән
малайҙар, ас-яланғас көйө, фронтҡа киткән аталарын, ағаларын алмаштырып, көстәре етмәҫ эштәрҙе эшләне, ваҡытынан элек аҡыл туплап, ир етте. Н. Мусин.
ВАТА-ҺЫНДЫРА р. ҡар. вата-емерә.
Инглизсә вата-һындыра һөйләу.
ВАТЕРЛИНИЯ [рус. < гол. water-lijn] (Р: ватерлиния; И.: waterline; T.: sukesimi) и. диңг.
Судноның һыу эсенә инеп торған ерен күрһәткән һыҙыҡ. □ Ватерлиния. Ватерли-нияға етеу.
ВАТЕРПАС [рус. < гол. waterpas] (Р: ватерпас; И.: carpenter’s level; T.: su seviyesi) и.
Горизонталь тигеҙлекте тикшерә һәм бәләкәй мөйөштәрҙе үлсәй торған ябай прибор. □ Ватерпас. Ватерпас менән тикшереу. Ватерпас ҡулланыу.
ВАТЕРПОЛО [рус. < ингл. water-polo] (Р: ватерполо; И.: water-polo; T.: sutopu) и. спорт.
Ике команда араһында һыуҙа туп менән уйнала торған уйын. □ Ватерполо, водное поло. Ватерполо буйынса чемпионат.
ВАТЕРПОЛСЫ [рус.] (Р: ватерполист;
И.: water polo player; T: sutopu oyuncusu) u.
Ватерполо уйнаусы, ватерполо менән шөғөлләнгән кеше. □ Ватерполист. Ватер-полсылар командаһы.
ВАТИН [рус. < фр. ouatine < ouate ‘мамыҡ’] (Р: ватин; И.: sheet wadding; T.: yorganlık pamuk) и. туҡ.
1. Йөнтәҫләнеп торған йөнлө-мамыҡлы һирәк кенә бәйләм туҡыма (кейем эсенә мамыҡ урынына ҡуйыла). □ Ватин. Йөн ватин.
2. Ике марля араһына һалып һырып эшләнгән метрлы мамыҡ. □ Ватин. Ватин ҡуйыу. Ватинын hymen алыу.
ВАТИНЛЫ (Р: с ватином; И.: with a sheet wadding; T.: pamuklu) с.
Ватин ҡуйып тегелгән. □ Ватиновый, с ватином. Ватинлы пальто. Ватинлы куртка.
ВАТҠЫЛАУ (ватҡыла-) (Р: разламывать; И.: break into pieces; T.: ufalamak) ҡ.
82